Таулыҡайҙар айыҡ тормош яҡлы!

Таулыҡайҙар айыҡ тормош яҡлы!

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы Юлай Ғәйнетдинов, Алһыу Бәхтиева кеүек халыҡ артистары, телевизион «Байыҡ» бәйгеһендә Гран-при алған Рим һәм Нияз Байегетовтар, Нурсилә Фәхретдинова һәм Илүзә Күсәрбаевалар менән генә түгел, тырыш, эшсән халҡы, бил бирмәҫ батырҙары менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

 

Ауылдың тарихына күҙ һалһаң, түбәндәгеләрҙе бәйән итеп була. Совет осоронан алда ауылда мәҙрәсә булған. Уны, 200-гә яҡын шәкерткә дини һәм доньяуи белем бирер өсөн Троицк ҡалаһында Зәйнулла Рәсүлевта белем алған ауылдашыбыҙ Хәлил хәҙрәт Рәхимов төҙөгән. Мәсет төҙөүгә ҙур күләмдә аҡса бүлеп, Имамбай исемле ҡаҙаҡ байы ярҙам иткән. Троицкиҙа белем алыу осоронда йәй көндәре Хәлил ҡаҙаҡ далаларында балаларға белем биргән.

Остаздарҙың остазы Хәлиулла хәҙрәт шәкерттәрен шиғыр яҙырға, бәйет-мөнәжәттәр ижад итергә, сәсәнлектә ярышырға өйрәткән. Үҙе әсбаптар яҙған, әҫәрҙәрен китап итеп баҫтырған. Хәҙрәттең «Әүлиәләрҙе аҙғындарҙан һаҡлау» тигән әле бер ҡайҙа ла өйрәнелмәгән китабы, дин әһеленең ейәне Рауил хажи әйтеүе буйынса, бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһының имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәттең архивында һаҡлана.

Ауылда дини белем көслө алып барылған ул заманда. Вәлиулла Шоңҡаров ир-аттарҙы Ҡөрьән серҙәренә өйрәтһә, ҡатыны Хәжәр абыстай ҡатын-ҡыҙҙарҙы уҡытҡан. Совет осоро, динде тыйып, муллаларҙы эҙәрлекләһә лә, ауылдаштар ислам диненән, ғөрөф-ғәҙәттәрҙән ситләшмәгән. Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә дини ғилем алған Хәббихужа улы Зәйнулла олатайҙан алған им-шифаларын ейән-ейәнсәрҙәре әле лә онотмай.

Ата-олаталарынан дини ғилем алған Таулыҡай халҡы ислам динен хуплай. Ауылда тәү башлап хаж ғәмәле үтәгән Ҡәнзәфәр Һағынбаев, Фәүзиә Кейекбаева, Зифа Ғүмәрова кеүек изге ерҙә булыусыларға өҫтәлеп, Салихов Рауил Сәлихов һәм Таңһылыу Салихова кеүек ауылыбыҙҙа айыҡ тормошто дәғүәт итеүселәрҙең булыуы һөйөнөслө.

Быйылғы йылда Таулыҡай ауылының, еңеүселәр рәтендә булып, «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһе этабына үтеүе һис тә осраҡлы күренеш түгел. Беҙҙә элек-электән никах туйҙары, бәпескә исем ҡушыу, Ҡөрьән аштары үткәреү, ҡорбан салыу кеүек изге ғәмәлдәр даими башҡарыла килә. Халҡыбыҙ көндән-көн дингә ылыға. Хәлиулла хәҙрәттең исемен йөрөткән мәсетебеҙҙең ишеге һәр көн асыҡ, унда йома намаҙҙары уҡыла.

«Иман нуры» бәйгеләре даими үткәрелә. Дини сараларҙы үткәреүҙә «Ағинәйҙәр» ойошмаһы (етәксеһе Гөлнур Дәүләкәнова), «Хазина» (етәксеһе Зөлфирә Оморҙаҡова), «Ынйылар» (етәксеһе Гөлназ Сәғәҙәтова), «Уңғандар» (етәксеһе Хәнифә Ишалина), «Ялан сәскәләре» ансамблдәре (етәксеһе Миңдинур Яхина), ир-егеттәр ансамбле, мәктәп коллективы (етәксеһе Имамбаев Рифат Рәшит улы) һәм башҡа ойошмалар бер маҡсатта эш итәләр.

Төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулаған ағинәйҙәр һәм хазиналар йәш быуынға, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеүҙә ҙур эш башҡара. Мәҫәлән, дин әһеле Ғабдулла Сәидигә арналған респуб-лика кимәлендәге мөнәжәттәр бәйгеһендә ағинәйҙәрҙең Гран-при алыуы, республика «Бауырһаҡ» байрамында хазиналарҙың еңеүе, репрессия ҡорбаны Хәбиулла Ғәбитовҡа арналған шиғри бәйгелә ағинәйебеҙ Вәзимә Үҙәнбаеваның еңеүе, районда балаҫ һуғыу ярышында Мәзүнә Күсәрбаеваның Гран-при алыуы йәштәргә өлгө булып тора.

Ауылда дини-мәғрифәт гәзите «Әс-сәләм»де алдырып, яратып уҡыусылар ҙа байтаҡ. Абруйлы ағинәйебеҙ Фәүзиә хажиә, уны ауылдаштарыбыҙға таратып, сауаплы эш башҡара. 85 йәшенә ҡараған хажиә «Пәйғәмбәрҙәр тарихы», «Тәҡүәлеләр әҙәбе» кеүек дини китаптарҙы яратып уҡый.

Балалар – беҙҙең киләсәк. Ә киләсәк мәктәптән башлана. Ғаиләлә дингә ҡарата ыңғай тәрбиә алған уҡыусы балалар − мәктәптә лә төрлө ярыштарҙа еңеүселәр рәтендә.

«Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеләрендә, «Иманлы ғаилә», хатта «Сабыр» исемле халыҡ-ара дини бәйгеләрҙә Иршат Яхин, Рәзинә Исхакова, Йәнгүзәл Сәйетова, Батыр Ғәзизов, Юлиә Абҙаҡова, Мәҙинә Йәноҙаҡоваларҙың I-се урын алыуҙары – дини тәрбиәнең сағылышы ул.

Кескәйҙәрҙең «Ынйылар» исемле театр коллективы ҙур уңыштарға өлгәште. Уның менән башланғыс синыф уҡытыусыһы Яхина Миңдинур Сәфәрғәле ҡыҙы етәкселек итә. Күптән түгел ауылдашыбыҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нияз Байегетов исемендәге бейеү бәйгеһендә бейеүсенең бала сағын оҫта итеп сәхнәләштерҙе улар. Нияз ролен – Ниязбай Байегетов, ә уның әсәһе Шәрифьямал инәйҙе бүләсәре Сәйетова Йәнгүзәл оҫта итеп уйнаны.

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үткән бөтә төр сараларҙың башында оҫта ойоштороусы биләмә башлығы Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улы һәм уның берҙәм командаһы тора. Улар: Гөлназ Сәғәҙәтова, Гөлгөнә Исхакова, Альбина Байегетова, Гөлназ Үҙәнбаева һәм депутатыбыҙ Әнүзә Азаматова.

Һеҙҙең изге эштәрегеҙҙә тик уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете насип итһен Аллаһу Тәғәлә!

 

Рәйсә Яҡупова,

Баймаҡ районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...