Йөрәк һүҙен әйтте мөслимәләр

Йөрәк һүҙен әйтте мөслимәләр

Йөрәк һүҙен әйтте мөслимәләр

Уҙған айҙа Красноусол Үҙәк мәсетендә Ғафури районы мөслимәләр берләшмәһе ойошторған “2024 йыл – Ғаилә йылы”на арналған “Йөрәк һүҙе” бәйгеһе үтте. Бәйгенең маҡсаты: ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу; динебеҙгә – ҡыҙыҡһыныу, рухи ҡиммәттәргә ихтирам уятыу; туған телгә һөйөү тәрбиәләү булды.

 

Кисәне алып барыусы уҡытыусылар: Әлмира Әхмәт ҡызы (Юлыҡ ауылы) һәм Айгөл Валерий ҡыҙы (Красноусол ауылы) Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр, дин ғалимдары, шағирҙарҙың һүҙҙәрен ҡулланып төҙөлгән йөкмәткеле сценарий аша тамашасыларға бик күп файҙалы мәғлүмәт еткерҙе..

Баһалама ағзалары итеп район мәҙәниәт һарайында күп йылдар режиссёр булып эшләүсе Зайнышева Зәйтүнә Әхмәтғәли ҡыҙы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы-ветеран, шағирә Монасипова Рәмзиә Ғайса ҡыҙы, Красноусол ауылы мөслимәләре ойошмаһының етәксеһе Заһиҙуллина Минисара Мөхәмәҙи ҡыҙы саҡырылғайны. Улар, шиғырҙың эстәлеге, теманың мөһимлеге, уны асып бирә белеү, үҙ-үҙеңде тотоу, башҡарыу оҫталығына ҡарап, ҡатнашыусыларға билдәләр ҡуйҙы.

Мәсетебеҙ матур итеп һуғылған балаҫтар, сигеүле таҫтамалдар менән биҙәлгән, күп ҡатнашыусылар милли кейемдә булғанға күрә күңелдәр тағы ла күтәрелеп китте.

Сығыштар ҙа төрлө темаға арналды. Динебеҙҙең матурлығы, уға саҡырыу, ғаилә, әсәйгә һөйөү, иманлы бала тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу тураһындағы шиғырҙарҙы ҡатындар ысын йөрәк һүҙе итеп еткерә алды, барыбыҙҙың күңелдәренә үтеп инде, Әлхәмдүлилләәһ.

Гран-приға әлеге көндә Стәр-летамаҡта йәшәүсе яҡташыбыҙ, автор-башҡарыусы Фәниә Сың-ғыҙова лайыҡ булды.

1-се дәрәжәләге диплом менән Сәитбаба ауылында йәшәүсе, әлеге көндө мәсеттә балаларға дини ғилемдәр таратыусы Фәниә Фәйзуллина бүләкләнде. Ул үҙенең башҡарыу оҫталығы, мөнәжәт йырлауы менән иғтибарҙы йәлеп итте.

2-се дәрәжә диплом барыбыҙҙың күңелдәрен тетрәндерерлек итеп шиғыр һөйләгән Сәитбаба ауылынан Миңһылыу Абдуллинаға эләкте.

3-сө дәрәжә диплом быйыл кескәй балаларға дин дәрестәре уҡытыуҙы башлап ебәргән Красноусол һылыуы Әлиә Шәйәхмәтоваға бирелде. Ул шундай ихласлыҡ менән аҙан тыңлаусы балалар тураһында шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

Күп йылдар районыбыҙҙа халыҡҡа дәғүәт эшләп, мәҙрәсәләргә ебәреүҙә ҙур өлөш индергән, билдәле мөғәллимә-хажиә Әлмирә Әсҡәт ҡыҙы Ғөбәйҙуллина “Динебеҙгә тоғролоҡ” номинацияһы менән бүләкләнде.

Табын ауылынан Флүрә Килмөхәмәтова, Красноусолдан Рима Зәйнуллина, Гәүһәр Аллаярова, Илгизә Кәримова, Зөлфирә Ғәйнуллина, Имәндәштән Гөлирә Мәхмүтова, Яңғыҙҡайындан Рима Шәбәнғәлиева, Әлмира Вәлишина ла төрлө номинациялар менән билдәләнде.

Ошо күркәм сара беҙҙең мөслимәләр араһындағы дуҫлыҡты нығытыу, Ислам динен артабан да үҫтереү, башҡаларға уны күркәм рәүештә таратыу эшенә тағы бер аҙым булып торһа ине. Һәр ҡатнашыусыға ғаилә именлеге, иман байлығы, ике донъя бәхете насип итһен Аллааһу Сөбхәәнәһү үә Тәғәәлә.

 

Айгөл Кәлимуллина, Ғафури районы

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...