Доғала булайыҡ!

Доғала булайыҡ!

Доғала булайыҡ!

Тиҫтәләгән йылдар дауам иткән ыҙғыш йәнә көсөргәнеш алды. Уның эҙемтәһендә бар яҡын Көнсығыш илдәре ғазап сигә, бар донъя хәсрәткә күмелгән. Бихисап ҡорбандар һаны артҡандан арта бара.

 

Ә бит барыһы ла бы уат элек йәһүдтәрҙең үҙ дәүләтен төҙөү теләге менән күпләп фәләстанлыларҙың ерҙәренә күсеп килеүенән, Берләшкән милләттәр ойошмаһының Фәләстанды уртаға бүлеү тураһындағы резолюцияһын ҡабул итеүҙән, беренсе ғәрәп-израил һуғышы һәм артабан даими рәүештә дауам ителгән конфликттарҙан башланып киткән. Был тарих барыһына ла билдәле.

Берәүҙәр өсөн был ер өсөн һуғыш булһа, икенселәре өсөн – азатлыҡ өсөн көрәш. Ләкин ҡайһы яҡты ғына алһаң да, ике тарафта ла тыныс тормошто үҙ иткән кешеләр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар һәләк була. Меңәрләгән кеше үҙ йорттарын ҡалдырып күсеп китергә мәжбүр.

Фәләстандағы бөгөнгө хәлдәр ҡасандыр тарихта булып үткән башҡа ваҡиғаларҙы ла хәтерләтә. Мәҫәлән, 1099 йылда тәре йөрөтөүселәрҙең Иерусалимға баҫып инеүе һәм 1187 йылға тиклем, киң билдәле Сәләх әд Дин кире яулағансы, ил менән идара итеүе.

Ошо йылдар дауамында Иерусалим мосолмандар һәм мосолман илдәре уратыуына көн күрҙе. Ләкин был уның азат ителеүенә килтермәне, сөнки мосолмандар араһында берҙәмлек юҡ ине. Шуға ла Сәләх әд-Дин иң тәүҙә халыҡты иманға ҡайтарып, ғилемгә иғтибарҙарын йүнәлтеп, күркәм әҙәп тәрбиәләп, мосомандарҙы берләштереү эшенә тотонғайны.

 

 

 

 

 

Бөгөн бар тарафтан да мосолман илдәре менән уратып алынған Фәләстан үҙ эсендә бергә ойошоу өсөн көс тапмай, күп йылдар дәүерендә төрлө төркөмдәр (группировкалар) баҫымы аҫтында йәшәй. Ә бит улар барыһы ла мосолман, барыһы ла ғәрәп милләтенән, барыһы ла бер телдә һөйләшә, тыуған илдәре лә бер үк, әммә бер өҫтәл артына ултырып һөйләшеп, килешә, берләшә алмай.

Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, ошо ерҙәргә килеп урынлашҡан Израил буш урында тиерлек ядро ҡоралы менән ҡоралланған ҡеүәтле ғәскәре булған, фән яғынан шаҡтай алға киткән, юғары технологиялы дәүләт төҙөп ҡуйҙы. Ә Израилде уратып алған мосолман илдәрендә фән һәм технологиялар өлкәһендә ниндәй алға китеш? Ул илдәрҙә йәшәгән йәштәр нимә тураһында хыял йөрөтә һәм уларҙың ынтылышы дәүләттәрҙең бөгөнгө ысынбарлығына ниндәй йоғонто яһай? Был һорауҙарға бирелгән яуап эсендә фәләстанлыларҙың һәм, ғөмүмән, ошо төбәктәге мосолмандарҙың бөгөнгө хәленең сәбәптәре урын алған.

Шуның өсөн әлеге көндә, нисек кенә булмаһын, тыныс тормошҡа өҫтөнлөк биреп, берләшеү, берҙәм тауыш менән агрессияға ҡаршы булыуҙы белдереү һәм тиҙ арала ҡан-ҡойошто туҡтатыу мөһим!

Бөгөн һис кенә лә провокацияларға бирелергә ярамай! Ҡара уйлы бәғзе әҙәмдәр, һалыҡ тиреһе ябынған бүреләр кеүек, мосолмандарҙың хәленә ингән булып, ҡыланып, беҙҙе хаос упҡынына этәрә, барыһына ҡаршы һуғышҡа өндәй һәм күп илдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға уйһыҙ эйәрә.

Һәр тарафта митингыларға сығырға, үс алырға, “йыһатҡа” юлланырға саҡырған өндәүҙәр яңғырай, әммә шул уҡ ваҡытта өндәүселәрҙең береһе лә, ошо пропагандаға ярашлы, күп кешеләрҙең һәләк буласағын һәм уларҙың яҙмышы өсөн яуап тоторға кәрәклегән аңларға теләмәй.

Раббыбыҙ Фәләстан ерендә ыҙалар кисереп, һәләк булған имандаштарыбыҙҙы Йәннәт баҡсалары менән ҡыуандырһын, беҙҙең барыбыҙҙы ла бола-фетнәләрҙән аралаһын! Ғәләмдәр Хужаһынан ошо конфликттарҙың тиҙерәк сиселешен һәм мосолмандарҙың үҙ ерҙәрендә тыныс йәшәүҙәрен теләп, туҡтауһыҙ доғала булайыҡ. Барығыҙға ла Аллаһу Тәғәләнең оло бәрәкәттәре яуһын!

 

Хәсән мәхмүтов,

Үҙәк “Әс-Сәләм” гәзитенең баш мөхәррире

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Аллаһу Тәғәлә һөйөклө Пәйғәмбәренә ﷺ: «Был төндә һин Минең ҡунағым, шуға күрә нимә теләйһең, бөтәһен дә һора», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе өсөн бер нимә лә һорамай. Фәҡәт Аллаһтан үҙенең өммәтенә рәхимлек күрһәтеүен үтенә.   Ул төндә Аллаһу Тәғәлә мосолмандарға көн һайын...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт...»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөков тураһында хәбәрсебеҙ Светлана Әбсәләмованың «Әхирәттә кәрәгер ғилемде өйрәнегеҙ!..» исемле мәҡәләһен «Әс-Сәләм» гәзитенең 2024 йылдың август һанында баҫып сығарғайныҡ. Былтыр Йылайыр тарафтарына юл төшкәс, Фазылйән әүлиәнең улдары Ҡаһарман һәм...