«Ғосмания» мәҙрәсәһе
«Ғосмания» мәҙрәсәһе
Ислам донъяһында танылыу яулаған уҡыу йорттары булыуы – халыҡтың дәрәжәһен билдәләй торған күрһәткес. Әлхәмдүлилләһ, башҡорт илендә тәрән белемле шәхестәрҙе әҙерләүсе урындар булған. Нәүбәттәге һүҙебеҙ – шуларҙың береһе – "Ғосмания" хаҡында.
Өфөлә тәүге мәктәп 19-сы быуаттың икенсе яртыһында эшләй башлаған. Уҡыу йортона Зариф исемле мулла нигеҙ һалған. Был мәҙрәсә Нижегородка биҫтәһендә (ул саҡта слобода тип аталған) урынлашҡан булған.
Шунан инде "Ғосмания" мәҙрәсәһе ишектәрен аса, әммә был исемде уға һуңғараҡ бирәләр. Данлыҡлы мәҙрәсәгә 1887 йылда Өфөләге Беренсе йәмиғ мәсете ахуны Хәйрулла Ғосманов нигеҙ һала, арҙаҡлы дин әһеле баҡыйлыҡҡа күскәс кенә, 1907 йылда уҡыу йорто "Ғосмания" тип атала башлай. Белем усағы Ырымбур мосолман диниә назаратына ҡарай, халыҡтан йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола. 1895 йылға ҡәҙәр күбеһенсә дини уҡыу үҙәге булып тора.
Уҡытыу-тәрбиә эшенә мәсеттең имам-мөҙәристәре етәкселек итә. Тәү көндән алып 1907 йылға ҡәҙәр был вазифаны Хәйрулла Ғосманов, ул мәрхүм булғас, 1918 йылға тиклем Йыһангир Абыҙгилдин алып бара. Урта мәҙрәсәнең башланғыс кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған 9-14 йәшлек үҫмерҙәр (айырым осраҡтарҙа өлкәнерәктәр ҙә) ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған (йылына 5-10 һум), фәҡирҙәрҙең балалары түләүҙән азат ителгән.
1895 йылдан мәҙрәсәлә сауҙагәр Хөсәйеновтарҙың финанс ярҙамы менән үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Башҡорт йәмғиәтенә яңы һулыш, белем усағына матур үҙгәрештәр индерелә. Яңыса, йәҙитселек ысулы буйынса уҡыта башлайҙар, программаға ислам тарихы, тәжүид (Ҡөрьәнде уҡыуҙың орфоэпик ҡағиҙәләре), арифметика һәм география, 1897 йылдан урыҫ теле өҫтәлә.
1895 йылда шул уҡ Ырымбур ҡалаһының иң бай кешеләренең береһе миллионер Хөсәйенов Өфө ҡалаһында мосолман ҡыҙҙары өсөн дә мәктәп асырға ҡарар итә, нескә зат вәкилдәрен уҡытыусылыҡҡа әҙерләргә ниәтләй. Х. Ғосмановтың мәҙрәсәһендә иһә ул ваҡытта 500 шәкерт белем ала.
Хәйрулла ахун мәҙрәсәне киңәйтергә һәм уны уҡытыусыларҙы күпләп әҙерләү өсөн донъяуи уҡыу йортона әүерелдерергә хыяллана. Иҫке мәҙрәсә был маҡсатҡа яраҡһыҙ булып сыға. Яңы бина төҙөү өсөн аҡса бүлеүҙе һорап, Ғосманов губерна земствоһы идаралығына мөрәжәғәт итә, һәм был ойошма өс мең һум бүлә. Шул уҡ ваҡытта халыҡ та аҡса менән ярҙам итә. 1904 йылда башланған ике флигелле мәҙрәсәнең өс ҡатлы яңы таш бинаһын төҙөү 1906-1907 уҡыу йылында тамамлана. "Ғосмания" шәкерттәре өс ҡатлы бинаға күсә. Әлеге көндә Туҡай урамындағы был йортта Өфө ҡалаһының 14-се мәктәбе урынлашҡан. Мәҙрәсә бинаһы бик матур һаҡланған. Уны баш ҡалабыҙҙың аҫыл архитектура ҡомартҡыһы тиергә лә мөмкин.
"Ғосмания" мәҙрәсәһенең тарихыбыҙҙағы роле баһалап бөткөһөҙ. Үткән быуат башында бында тормош ҡайнап торған. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары: Әхмәтзәки Вәлидов, Зыя Камали, Ҡәшфи Ҡәрипов, Ғүмәр Тереғоловтар һәм башҡалар ҡанат нығытҡан унда.
Туҡай урамындағы яңы бинаға күскән "Ғосмания" мәҙрәсәһе башланғыс мәктәптәргә мөғәллимдәр, мәҙрәсәләргә хәлфәләр әҙерләү менән шөғөлләнә. Яңыса ысул менән уҡытыуға бар көсөн һалған Хәйрулла ахундың юлына ҡаршылыҡтар сығып ҡына тора. Шуның өсөн дә күп маҡсаты бойомға ашмай. Алдынғы ҡарашлы Х.Ғосмановҡа Сәлимгәрәй Йәнтүрин атлы татар интеллигенцияһы вәкиле һәм уның фекерҙәштәре ҡаршы сыға. 1905 йылғы ҙур ихтилал ваҡиғаларының шауҡымы ла "Ғосмания" мәҙрәсәһенең тыныс мөхитенә үтеп инә. Ҡайһы бер хәлфәләр һәм шәкерттәр урындағы революционерҙар менән аралаша башлай. Хәбибулла Әхтәмов, Хәтмулла Фазыловтар талиптарҙы мәҙрәсәнән ситтә барған ваҡиғалар менән таныштырырға тырыша.
Быуат башында мәҙрәсәлә бихисап ижади түңәрәктәр эшләй: бик күп пьесалар яҙыла, спектаклдәр ҡуйыла. Зыя Өммәти етәкселегендә "Иттифаҡ" әҙәби-сәйәси, Мөбәрәкйән Әмиров һәм Х. Кәримов мөхәррирлегендә «Семеткес» сатирик журналдары сығарыла.
Һәм ошо дәүерҙә бер төркөм кеше (С.Йәнтүрин, Б.Нәзиров, З.Камалетдинов) "Ғосмания"нан сығып китә һәм Өфөлә "Ғәлиә" мәҙрәсәһен асып ебәрә. Ғәбделлатиф Хәкимов та "Ғосмания"ла хаким иткән реформаторлыҡ рухы менән килешмәйсә, уҡыу йортон ҡалдырып, дуҫтары менән ҡала үҙәгендә "Хәкимиә" мәҙрәсәһенә нигеҙ һала, унда Бохаралағы уҡыу алымдарын индерергә ниәтләй.
1907 йылда Хәйрулла Ғосмановтың вафатынан һуң мәҙрәсәгә 1-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы Йыһангир Абыҙгилдин килә. Ошо ваҡыттан алып уҡыу йорто ниндәйҙер кимәлдә үҙенең элекке әһәмиәтен, абруйын юғалта башлай, шәкерттәр һаны әкренләп кәмей. Х.Ғосманов дәүерендә ярты меңгә саҡлы уҡыусы белем алһа, 1914 йылда иһә ике йөҙгә лә тулмай. Бындай хәл мөғәллимдәрҙе борсоуға һала, уҡыу программаһын реформалау кәрәклеген аңлайҙар. Элегерәк ҡулланған уҡытыу алымдарына ҡайтыуҙы хуп күрәләр. Шунан инде ете йыллыҡ уҡыу өс өлөшкә бүленә: шәкерттең тәүге ике йылы әҙерлек (ибтидаи) бүлексәһендә үтә, артабан өс йылы беренсе (рушди) һәм ике йылы икенсе (иғдадиә) курсында үтә. Ғәрәп һәм фарсы телдәре, логика, астрономия, география, мосолман дине ҡанундары, философия һәм фикһ уҡытыла. Дәрестәр урыҫ мәктәптәрендәге кеүек бүлмәләрҙә үтә: шәкерттәр парта – артында, мөғәллим, таҡтаға яҙып күрһәтеп, теге йәки был фәндән һабаҡ бирә. География дәрестәрендә, класс диуарына эленгән карталарға ҡарап, ҡитғалар, Рәсәй һәм Европа илдәрен өйрәнәләр. Астрономия һәм математикаға ла иғтибар бүленә. Әммә төп урынды дини ғилем биләй. Ғәрәп телен иһә шәкерттәр һыу кеүек эсә, шуға ла һәр береһе иркен һөйләшә ала, матбуғат, китаптар уҡый.
Һуңыраҡ Й. Абыҙгилдин, С. Мәҡсүтов, Н.Алкин, Н.Бикҡолов, 1-се йәмиғ мәсете ҡазыйы Ғ. Сөләймәновҡа мәҙрәсәне татар милли гимназияһына үҙгәртеү идеяһы килә. Ниәттәре 1918 йылда тормошҡа аша. 1919 йылдың июненә тиклем "Ғосмания" мәҙрәсәһе бинаһында урынлашҡан уҡыу йортоноң директоры Закир Шакиров була.
Өфө ҡалаһын колчактарҙан азат иткәндән һуң, милли гимназия 4-се мәктәп-коммунаһына үҙгәртелә. Бында граждандар һуғышы осоронда ата-әсәһен юғалтҡан етем балалар тәрбиәләнә һәм белем ала. Совет башланғыс мәктәбе программаһы буйынса уҡытҡан дүрт йыллыҡ уҡыу йорто була ул. 1921-1922 уҡыу йылы тамамланғандан һуң, белем усағы асыҡ совет башланғыс мәктәбе итеп үҙгәртелә, һәм унда башҡорт һәм татар балалары ҡабул ителә. Мәктәпкә революционер-большевик Хөсәйен Ямашевтың (1882-1912) исеме бирелә. Мәктәп коллективын Исмәғил Ишмөхәмәтов етәкләй, уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып Кәшфи Мостафин тәғәйенләнә. 80-се йылдарҙа мәҙрәсә бинаһында Башҡорт дәүләт педагогия институтының квалификация күтәреү факультеты урынлаша. Үрҙә әйтеүебеҙсә, хәҙер был бинала Өфө ҡалаһының 14-се урта мәктәбе урынлашҡан.