Миҙиәк мәҙрәсәһе
Миҙиәк мәҙрәсәһе

Арҙаҡлы Ҡорбанғәлиевтар нәҫеле – Көньяҡ Уралдың ислам тарихында тәрән эҙ ҡалдырған. Был ырыуҙан бик күп көслө диндарҙар сыҡҡан. Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев һәм уның Сөнәғәтулла, Ғәбделхәлим, Ғосаметдин, Мөхәммәт-Шәрәфетдин исемле туғандары Әйбәт (Сарҙаҡлы), Усман, Миҙиәк, Яратҡол, Иманғол һәм Мөхәммәтҡолой ауылдарындағы дини мәхәлләләрҙе етәкләгән. Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев Мөхәммәтҡолой волосында урынлашҡан Миҙиәк мәҙрәсәһенең имам-хатибы була. Уның ишле ғаиләһендә туғыҙ бала буй еткерә.
Улдарының барыһы ла ислам диненә хеҙмәт итә. Ғәбделхәким хәҙрәт тирә-яҡта киң билдәле шәхес була, ул 1870 йылда хатта Силәбе өйәҙ йыйылышына ағза итеп һайлап ҡуйыла. Чиновниктарҙың рәсми ҡағыҙҙарында Ғәбделхәким хәҙрәт хаҡында: “... ябай шарттарҙа йәшәй, яҡын тирәләге ауылдарға дини йолалар үткәреү һәм башҡорттарҙы мәктәптә грамотаға өйрәтеү өсөн сығып әйләнгәнен иҫәпкә алмағанда, башлыса йәшәгән ерендә ултыраҡ тормош алып бара. Ниндәй ҙә булһа башҡа эшмәкәрлек алып барғаны йәиһә тыйылған эштәрҙә ҡатнашыуы тойолмай”, – тип яҙылған.
Көслө дин әһеле Ғәбделхәким ибне Ҡорбанғәле Сарҙаҡлы шәйех дәрәжәһендә була, тап ул 1859 йылда Зәйнулла Рәсүлевты суфыйҙар тәриҡәтенең нәҡшбәндиә-мөджәддидийә тармағына ҡабул итә. Тап ул XIX-XX быуаттарҙа Рәсәйҙең иң билдәле дин эшмәкәрҙәренең береһе, “Рәсәй мосолмандарының рухи короле” тип йөрөтөлгән Зәйнулла ишандың тәүге мөршиде (остазы) булып тора.
1860 йылда Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев үҙ иҫәбенә Оло Миҙиәк ауылы мәсете эргәһендә башланғыс мәктәп асып ебәрә, ә 1885 йылдың декабрендә Ғәбделхәким ишандың вафатынан һуң, Ғәбиҙулла исемле улы ошо башланғыс мәктәпте мәҙрәсәгә әйләндерә. Миҙиәк мәсете иһә йәмиғ мәсете статусын ала.
Уҡыу йорто шәхси иғәнәләр иҫәбенә тотола. Аҡсаларҙың күп өлөшөн ер биләүсе Ҡорбанғәлиевтар ғаиләһе индерә. Мәсет менән мәҙрәсәне төҙөкләндереү эштәре лә улар кеҫәһенән башҡарыла.
Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиев яңы мәҙрәсәнең беренсе мөҙәрисе була, мөғәллим булып дворянлы Дауыт Көсөков билдәләнә. Мәҙрәсәгә башлыса 7-11 йәшлек малайҙар уҡырға алына. Силәбе өйәҙенең үҫмер егеттәре араһында Миҙиәк мәҙрәсәһендә белем алыу ҙур дәрәжә һанала. Был алдынғы уҡыу йорто аң-белем биреү кимәле буйынса танылған Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенән һис ҡалышмай. 1913 йылда Миҙиәк мәҙрәсәһендә 320 шәкерт белем ала. Шул уҡ йылда “Ислам донъяһы” журналында баҫылған мәҡәләлә Миҙиәк мәҙрәсәһе Стәрлебаш, Ғосмания, Мөхәмәҙиә кеүек алдынғы 15 мәҙрәсә менән бер рәттән телгә алына.
Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиев 1906 йылда Халыҡ Мәғариф министрлығының башҡа милләттәр өсөн мәктәптәр комиссияһы составына индерелә. Был комиссия Санкт Петербург ҡалаһында 1907 йылдың 27 сентябренән 15 октябренә тиклем урыҫ булмаған милләттәр өсөн тәғәйенләнгән башланғыс училищелар буйынса ҡағиҙәләр («Правила о начальных училищах для инородцев») өҫтөндә эшләй. Ғәбиҙулла ишанға йыш ҡына Санкт-Петербургҡа барырға һәм унда мосолман балаларына мәктәптәрҙә “әсә һөтө менән һеңгән” туған телдә дәрес биреүҙең мөһимлеген яҡлап сығыш яһарға тура килә. Ишан шулай уҡ таныш булмаған иҫке төрки телдә уҡытыуҙы ла хупламауын белдерә. Башҡорт балаларына бары тик башҡорт телендә белем бирергә кәрәк, тигән позицияһынан бер аҙым да артҡа сигенмәй.
Миҙиәк мәҙрәсәһенең төп маҡсаты рухи остаздар әҙерләү һәм балаларға дини әхлаҡи тәрбиә биреү була. Уҡыу программаһында Ҡөрьән өйрәнеү ғилеме, хәҙис өйрәнеү, фикһ кеүек дини фәндәргә өҫтөнлөк бирелә. Шәкерттәр, уҡытыусыларҙың кимәленә ярашлы, математика, астрономия, ғәрәп әҙәбиәте, тарих фәндәрен үҙләштерә. Уҡыу йортонда шулай уҡ замандар тарихы, сарф, лөғәт, шифахия, иҫке төрки теле, ғәрәп һәм фарсы телдәре өйрәнелә. Миҙиәк мәҙрәсәһендә тәртип ҡаты була, уҡытыу процесы “иҫке методика” иҫәпләнгән ҡәҙими юҫыҡта алып барыла, Ҡөрьән һәм башҡа дини китаптар бик төплө өйрәнелә. Имандың бар ҡанун-шарттарын да һис шикһеҙ һәм бәхәсһеҙ ҡабул итеү тейешле була.
Шәкерттәр йоҡлап йөрөгән бүлмәләрендә белем ала. Түшәктәрен ситкә йыйып, иртәнге намаҙҙы уҡығандан һуң, ризыҡланып алғас, аяҡтарын бөкләп, кейеҙ өҫтөнә ултыра һәм мөҙәристәрен тыңларға әҙерләнә. Алдарындағы китаптары күбәләкте хәтерләткән йыйылмалы ағас терәткес (подставка) өҫтөнә ҡуйыла. Шәкерттәр иҙәндә сәғәттәр буйы ултыра. Башҡаларҙы ишетмәҫ өсөн, ҡолаҡтарын устары менән ҡаплап, кәүҙәләрен алға-артҡа бәүелтеп, дини текстарҙы хәтерендә ҡалдырырға тырыша. Ҡайһы ваҡыт барыһы бергә, хор менән ҡабатлап, ятлай. Шәкерттәр өйҙәренә Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарында һәм йома көндәрендә генә ҡайтарыла. Шулай уҡ улар йәйге каникулда ял итә.
Шул рәүешле ете-ун йыл эсендә шәкерттәр бөтә уҡыу программаһын үтергә тейеш була. Ниндәйҙер предметты үҙләштерә алмаһа, уҡыусылар икенсе йылға ҡалдырыла.
Үрҙә әйтелгәнсә, ҡәҙимселек ысулы буйынса уҡытҡан Ғәбиҙулла ишан “Рәсүлиә”, “Ғосмания”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә алып барылған кеүек йәдитселек йүнәлешенләге белем биреүҙе өнәмәй, шуға ла Силәбе өйәҙендә яңы методика буйынса уҡытҡан мәктәптәр барлыҡҡа килеүен ишетеү менән тиҙерәк уларҙы яптырыу сараһын күрә.
1910 йылда донъя күргән гәзит-тәр Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиевтың урындағы башҡорттар араһындағы ҙур абруйын билдәләй. Шуға ла ауыл һәм волость кимәлендәге етәксе вазифаларға бары тик уның кешеләре генә тәғәйенләнеүе һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ғәбиҙулла ишандың үҙен дә рус грамотаһына ҡаршы килеүҙә ғәйепләйҙәр, әммә ул үҙен яҡлап, рус грамотаһына ҡаршы түгеллеген, киреһенсә, хуп-лап ҡабул итеүен, 1897 йылдан мәҙрәсәлә рус теле уҡытылыуын һәм хатта үҙенең улы Мөхәммәт-Ғәбделхәйҙең рус телендә уҡый һәм яҙа белеүе тураһында хәбәр итә.
Миҙиәк мәҙрәсәһе бик күп дин әһелдәрен әҙерләй. Улар араһында Силәбе өлкәһенең билдәле хәҙрәттәре Фәхретдин Ғәбитов, Мөхәммәт Зияитдинов, Вәлиәхмәт Шаҡаев, Мөхәмәтйән Сиражетдиновтар ҙа бар. 1920-1930 йылдарҙа Арғаяш районы мәктәптәрендә уҡытҡан уҡытыусылар араһында ла бар Миҙиәк мәҙрәсәһен тамамлағандар. Мәҫәлән, Ҡуйһары ауылының беренсе уҡытыусыһы Абдулла Хәйбуллин, Яратҡолда – Хәким Фәйзуллин.
Силәбе өйәҙенең башҡорт волостарындағы муллаларҙың барсаһы ла тиерлек Миҙиәк мәҙрәсәһендә белем алған. Иң данлы уҡыусыларҙың береһе – Көнсығыштың бөйөк имамы, башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев (1889-1972) тәүҙә Миҙиәк, һуңынан “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем алған. Сит илгә сығып йәшәргә мәжбүр ителгәс, үҙе кеүек эмиграцияла булған милләттәштәрен берләштереү маҡсатында Токио ҡалаһында беренсе мәсет һалдыра. 1927 йылдың 2 октябрендә башҡорт-татар балалары өсөн мосолман мәктәбе ойоштора. Типография булдырып, Японияла тәүге тапҡыр Ҡөрьән китабы, дини әсбаптар нәшер итә, 1925 йылдың ғинуарында Японияла беренсе мосолман йәмғиәтен ойоштороп, 1938 йылға тиклем уның алыштырғыһыҙ етәксеһе була.
Миҙиәк мәҙрәсәһе 1919 йылда ябыла. Шәкерттәрҙең бер өлөшө Маньчжурия, Ҡытай, Төркиә, Пакистан тарафтарына юллана.
Бәләкәй генә башҡорт ауылында күп йылдар шундай ҙур уҡыу йорто эшләп килеүен, һис шикһеҙ, уникаль күренеш, тип баһаларға була. 1917 йылда Оло Миҙиәктә 63 йорт булып, унда 290 кеше йәшәгән. Унан тыш Бәләкәй Миҙиәк ауылында 9 йортта 50 кеше йәшәүе теркәлгән.
Миҙиәк мәҙрәсәһе Көньяҡ Уралдың дини белем биреү үҙәге генә булмаған, ул Силәбе өйәҙе башҡорттары өсөн мәғрифәт үҙәге лә булып торған. 1917 йылға тиклем башҡорттарҙы грамотаһыҙ булған тип һөйләү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Проценттарға һалып иҫәпләһәң, грамоталы башҡорттар урыҫтарға ҡарағанда хатта күберәк тә булған. Мәҫәлән, 1897 йылғы мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, Башҡортостанда халыҡтың 18,5 проценты грамоталы булған, ә урыҫтар араһында был күрһәткес 16,2 процентты тәшкил итә. Был ауылдарҙағы һәр мәсет эргәһендә – мәктәп, ҙурыраҡ ауылдарҙа мәҙрәсәләрҙең уңышлы эшләп килеүенең һөҙөмтәһе ул.