Байрамғол ауылы мәсете һәм мәҙрәсәһе тарихы

Байрамғол ауылы мәсете һәм мәҙрәсәһе тарихы

Күп мәҙрәсәләр, дәүләттән йә Диниә назаратынан ярҙам булмаған осорҙа, аслыҡ осраҡтарында, мулла-мөғәллимдәре күсеп китһә йә мәрхүм булһа, бай бағымсылары-ҡараусылары булмаһа, йә башҡа төрлө сәбәптән, артабан ҙурайып үҫеп китә алмай, һүнеп ҡалған. 1917 йылғы революцияларҙан һуң улар бөтөнләй ябылыуға дусар ителгән.

 

Мәҙрәсәләрҙә 12-20 йәштәге шәкерттәр уҡыған, улар күберәк мулла, мөғәллим, сауҙагәр, етеш ғаиләләрҙән сыҡҡан балалар булған, шулай уҡ урта хәллеләр һәм ярлылар ҙа уҡый алған. Уҡыу программаһында ғәрәп теленең этимологияһы һәм синтаксисы, логика, философия, ғаҡидә һәм фиҡһ фәндәре төп урын алған. Уҡыу ваҡыты 5 йылдан 15 йылға тиклем һуҙылған. Мәҙрәсәне тамамлаған шәкерт, Диниә назаратында муллалыҡҡа һәм мөғәллимлеккә уңышлы имтихан тотҡандан һуң ғына, был өлкәлә эш башлауҙы рөхсәт иткән шәһәҙәтнамә ала алған, шуның нигеҙендә сығарылған указ йә приказ менән эш башлаған.

Байрамғолда рәсми мәҙрәсә ҡасан асылған? 1860 йылғы мәғлүмәт буйынса, Күбәләк-Тиләү улысындағы Мәҫкәү ауылында рәсми рәүештә эшләгән бер мәктәп (12 бала уҡыған) һәм, 1866 һәм 1890 йй. иҫәп буйынса, хәҙерге Учалы районы ерендә Юлдаш (Аҡҡужа), Ҡалҡан (Шамар) һәм Ахун ауылдарында урынлашҡан ике мәҙрәсәнең (училище) булыуы теркәлгән. Юлдаш мәҙрәсәһе башҡорттоң күренекле аҡыл эйәһе, дин ғалимы, мәшһүр шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлев тарафынан асылып эшләгәне билдәле.

1900 йылғы сығанаҡтан күренеүенсә, хәҙерге Учалы районы ерендә рәсми рәүештә эшләгән тағы бер мәҙрәсә барлығы билдәләнгән – ул Күбәләк-Теләү улысы Байрамғол ауылы мәҙрәсәһе. Тимәк, ул 1890 һәм 1900 йылдары араһында асылған булған. Мосолмандарҙың Диниә назараты фондында һаҡланған мәғлүмәткә таянып, Байрамғолда мәҙрәсә 1892 йылда ауыл имамы етәкселегендә асылып эшләй башлаған, тип һығымта яһарға була. Документтан күренеүенсә, 1900-1903 йылдарҙа Байрамғол мәҙрәсәһенең тәүге рәсми етәксеһе булып Байрамғол мәхәлләһендә 2-се имам хеҙмәтендә тороусы, ә 1903 йылдан 1-се имам-хатиб урынын биләгән мулла Йософ Ғәбделнафиҡов торған. Ул 1861 йылдың 30 декабрендә тыуған. 1892 йылдың 28 фераленән 634-се номерлы указ менән имам-хатиб һәм мөдәррис йәғни мәҙрәсә мөдире, етәксеһе итеп раҫланған. Документ Йософ Ғәбделнафиҡовтың белем алған урынын һәм остазы-уҡытыусыһын да күрһәтә: «Троицк ҡәлғәһендә хәҙрәт ишан Зәйнулла бине Хәбибулла мәҙрәсәһендә ғилем алған». 1908 йылдың 5 сентябрендә, Ырымбур губернаһы идараһының 4048-се номерлы приказына ярашлы, Йософ Ғәбделнафиҡовҡа юғары дәрәжә – ахун дәрәжәһе бирелгән. Ошоларҙан сығып, Байрамғолда мәҙрәсәнең рәсми рәүештә 1892 йылда асылған, уны ойоштороп асыусыһы, мөдире булып имам-хатиб, мөдәррис һәм ахун Йософ Ғәбделнафиҡов торған, тип әйтә алабыҙ.

Йософ Ғәбделнафиҡов менән берлектә мәҙрәсәлә мөғәллимлек эшен башлаусы – ауыл мәсетенең 2-се имамы, мулла Ғәбделлатиф Байғужа мулла улы Ғайсин. Ул 1852 йылдың 10 февралендә донъяға килгән, 1876 йылдың 14 ғинуарынан 883-се һанлы указ менән имам-хатиб һәм мөғәллим итеп раҫланған. Ғилемде шулай уҡ Троицкиҙа «хәҙрәт ишан Зәйнулла бине Хәбибулла мәҙрәсәһендә» алған. 1900 йылдың 29 мартында 3-сө Учалы мәсетенән Байрамғолға имам итеп ҡайтарылған. 1903 йылға тиклем Байрамғол мәхәлләһендә 1-се имам мулла булараҡ хеҙмәт иткән.

Шулай итеп, Байрамғол ауылы мәҙрәсәһенең 1892 йылда рәсми рәүештә эшен ойоштороусылар булып мәҙрәсәнең тәүге мөдәррисе – имам-хатиб, мулла, ахун Йософ Ғәбделнафиҡов һәм тәүге мөғәллиме – Ғәбделлатиф мулла Ғайсин торған. Уларҙың икеһе лә Троицкиҙа «мәүләнә ишан Зәйнулла бине Хәбибулла хәҙрәттәре» мәҙрәсәһендә ғилем алған.

Мәҙрәсәлә балалар мөғәллиме эшен мәзин мулла Хәлилулла Сәлимгәүһәров башҡарған. Ул 1853 йылдың 31 ғинуарында 114-се номерлы указ менән мөьәзин һәм мөғәллим-сабиян (балалар уҡытыусыһы) итеп раҫланған. 1906 йылдың 16 апрелендә вафат булған. Уның эшен мәзин Мөхәммәтҡасим Әбулфаҙыл улы (1875 йылдың 20 ноябрендә тыуған) дауам иткән, 1909 йылдың 23 июлендә 3061-се указ менән раҫланған. Ул да «Троицк ҡәлғәһендә хәҙрәт ишан Зәйнулла бине Хәбибулла мәҙрәсәһендә ғилем алған»

Шулай итеп, мөдәррис тә, мөғәллимдәр ҙә Троицкиҙа хәҙрәт ишан Зәйнулла бине Хәбибулла мәҙрәсәһендә ғилем алған, улар шәйехтең мөриттәре лә булғандыр. Байрамғол мәҙрәсәһендә уҡытыу Зәйнулла ишан күрһәткән тәҡүә һәм алдынғы йүнәлештә алып барылған, мөриттәр ҙә тәрбиәләнгәндер, тип икелән-мәйенсә фаразларға була.

Байрамғол мәсетенең һәм мәҙрәсәһенең ҡасан ябылыуы хаҡында ла әлегә мәғлүмәттәр юҡ, 1930-сы йылдарҙа дингә асыҡтан-асыҡ һөжүм башланыу сәбәпле, улар күпләп ябыла, биналары донъяуи мәктәп, йә клуб, мал һарайы, склад итеп үҙгәртелә. Байрамғолда ла мәсет һәм мәҙрәсәне 30-сы йылдар башында ябыуҙары ихтимал. Быны тарихи сығанаҡ та дөрөҫләй кеүек. Байрамғол мәҙрәсәһенең мөдәррисе – имам-хатиб, ахун, ауылдың һуңғы муллаһы Йософ Ғәбделнафиҡ улы 1931 йылда репрессияланған: «Нафиков Юсуп Габделнафикович. Родился в 1862 г. Проживал: Башкирская АССР, Учалинский р-н, Ново-Байрамгулово. Приговорен: в 1931 г. Приговор: раскулачен – Челябинская обл., Верхнеуральск». Шулай итеп, Йософ Ғәбделнафиҡовты репрессиялау менән бергә Байрамғол ауылы мәсетен һәм мәҙрәсәһен ябыу мәсьәләһен хәл итеүҙәре көн кеүек асыҡ.

Яңы Байрамғолдың ололары әйтеүенсә, 1917-1929 йылдарҙа, дин өсөн үтә лә ҡатмарлы осорҙа, һуңғы мулла Йософ Ғәбделнафиҡов янында мәзин хеҙмәтен Мортаза Вәлиулла улы Йыһаншин башҡарған. Әйткәндәй, уның ейәне – мәзиндәргә хас ғәйәт көслө һәм күркәм музыкаль тауышҡа эйә булған Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһының талантлы дикторы Әхәт Мотаһар улы Мортазин (1959-2018).

Йөҙйәшәр ҡарағастарҙан буралған боронғо мәсет бинаһында хәҙерге көндә лә ауыл клубы эшләй, ә мәҙрәсәнең бинаһы һаҡланмаған, ул боронғо мәсеттең уң яғында урынлашҡан булған, әлеге көндә ул урында яңы шәхси йорт ултыра. Яңы Байрамғол ауылында яңы мәсет, 1931 йылда Йософ ахун ҡулға алынып, боронғо мәсет ябылып, манараһы бысып төшөрөлгәндән һуң теүәл 75 йыл үткәс, 2006 йылда, ошо ауылда тыуып үҫкән, атҡаҙанған иҡдисадсы Резеда Азамат ҡыҙы Әхмәҙиева һәм ошо уҡ ауыл егете, Учалы районы урман хужалығы етәксеһе Таһир Марат улы Фәхретдиновтың ярҙамдары менән яңы урында төҙөлә. Мәсеткә ауылда күп йылдар уҡытыусы булып эшләгән, мәктәп директоры вазифаһын үтәгән, атҡаҙанған уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Азамат Ғиниәт улы Әхмәҙиевтың исеме бирелә.

Мәсет шул уҡ йылда эшен башлай. Ауыл мәсетенең имам-хатибы итеп Игелеков Рәфҡәт Ғабдулла улы (1929 йылғы) һайлана. 2015 йылдан 2019 йылға тиклем был вазифаны Яңы-Байрамғол ауылында тыуып үҫкән, алдынғы уҡытыусы, ике саҡырылышта ауыл Советы етәксеһе булып эшләгән Булат Бикмөхәмәт улы Шәрипов (1952 – 2022) алып барҙы. Бер ни тик-лем арауыҡта мәсет эшен Рәил Наил улы Нуретдинов етәкләне. 2021 йылдан бөгөнгө көнгәсә «Азамат» мәсетенең имам-хатибы вазифаһын тамырҙары ошо ауыл-дан сыҡҡан Өфө егете Закиров Рөстәм Сафа улы алып бара.

Әлеге мәлдә ауылда уҡырға теләге булған кешеләр өсөн дини белем биреү ойошторолған. Уҡытыуҙы Учалы районы мосолмандары дини ойошмаһы тарафынан мөғәллимә итеп ҡуйылған, сығышы менән күрше Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (Зәйнәкәй) ауылынан булған Гөлгөл Харун ҡыҙы Мөхәммәҙиева алып бара.

Байрамғол ауылы халҡы Аллаһу Тәғәлә ярҙамы менән ҡасандыр тирә-яҡҡа даны таралған мәҙрәсәне тергеҙһен ине, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

 

 

Фуат Сөләймәнов,

Гүзәл Вилданова

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Мал тотоу – ҡот тотоу

(йәки әсәйемдең ауылдаш ҡатындың күҙһенгән һыйырын миңә нисек тәрбиәләргә өйрәтергә тырышыуы)   Электән һәр оҫта үҙ һөнәрен өйрәнсеккә ҡалдырған. Нәҫелдән килгән оҫталыҡмы, ҡайҙалыр, йә кемдәндер өйрәнгәнһеңме – мөһим түгел. Эшеңде дауам итеүсе үҙ һөйәгең булһа, тағы ла яҡшылыр...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Башҡорт халҡында бала тыуғас башҡарылған йолалар

«Башҡорттарҙа матур йолалар бар», – тигән башҡорт халҡының йолалары менән ҡыҙыҡһынған венгр ғалимы Йозеф Торма. Башҡа халыҡтарҙағы кеүек үк, башҡорттар араһында ла, ғаиләлә баланың донъяға килеүе ҙур шатлыҡ һаналған. Баланың донъяға килеүен ҡаршылауға әҙерләнеү, әсә ауырға ҡалғас...