БӘРӘКӘТЛЕ КЕШЕ

БӘРӘКӘТЛЕ КЕШЕ

Бәрәкәтле кешеләр бәрәкәтле кешеләр менән танышыуға сәбәп була торғандыр.

 

Зәйнулла ишаныбыҙҙың бәрәкәте менән Учалы районында 2019 йылда “Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап” тигән сара булғанын ишеткәс, был сарала ҡатнашырға теләк тыуҙы. Ул сараның инициаторы булып районыбыҙҙа күренекле кеше, актив йәмәғәт эшмәкәре, журналист, яҙыусы  Әҡлимә апай Сафина торған булған. Ул мәлдә мин әле уның менән шәхсән таныш түгел инем. Сораман ауылында үткән сарала, бәхеткә ҡаршы, миңә лә ҡатнашырға тура килде, шул мәлдән алып Әҡлимә апай менән яҡындан танышып, аралашып, дуҫлашып киттек.  Һуңынан “Зәйнулла ишан эҙҙәре буйлап” тигән сараның башҡа ауылдарҙа үткән бер-нисәүһендә лә булырға тура килде. Суфыйсылыҡ, тәриҡәт, рухи ҡәлепте таҙартыу  кеүек донъяуи һәм шул ваҡытта актуаль һорауҙарҙы халыҡҡа аңларлыҡ кимәлдә яҡтыртып сыҡты был сара.

Ә инде 2020 йылдан“ Әс-Сәләм” гәзите сыға башлағандан алып, Әҡлимә Ғизетдин ҡыҙы гәзиткә актив яҙыусы ғына түгел, ә яҙҙырыусы һәм таратыусы ла. Бөгөнгө көндә Учалы районында иң күп “ Әс-Сәләм” гәзитен яҙырыусыларҙың береһе ул. Сәфәр, Илсе, Мансур, Ахун ауылдары халҡы бөгөнгө көндә был баҫманы  Әҡлимә апай аша алдырып ҡыуана.

Ғөмүмән, Әҡлимә Ғизетдин ҡыҙы  Совет заманынан уҡ бик әүҙем тормош алып барған кеше. Ваҡытында Район хакимиәтендә белгес, Ауыл хакимиәтендә етәксе булып эшләгән ул. Кеше тормошоноң атҡарған эшмәкәрлегенең аныҡ күрһәткесе – уның ғаиләһе. Әҡлимә апай был йәһәттән дә уңған: тормош иптәше менән (ул хәҙер мәрхүм инде) матур йорт һалып сыҡҡандар, ике улдары ла спортсылар, килендәре, ейәндәре “ҡәйнәм, өләсәй”, тип өҙөлөп торалар.

Әҡлимә  бар ғүмерен ауылдаштары өсөн, райондаштары өсөн, үҙ халҡы өсөн ниндәй ҙә булһа файҙалы эш эшләп, үҙ-үҙен йәлләмәйенсә фиҙа ҡылған  кеше. Уның кеүек ихлас, әүҙем, рухлы апайҙарыбыҙ күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ!

Әҡлимә Ғизетдин ҡыҙын етеп килгән күркәм тормош байрамы – оло юбилейы менән ҡотлап, иң тәү нәүбәттә уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ике донъя бәхете, ҡеүәтле иман, ижади эштәрендә илһам ҡомары, рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ! Барлыҡ атҡарған эштәрегеҙ сауаплы һәм дауамлы булһын, Әҡлимә апай!

 

Гүзәл Вилданова

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...