Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына – 190 йыл

Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына – 190 йыл

Зәйнулла ишан

Халҡыбыҙҙың мәшһүр шәхесе

Шәйех Зәйнулла ишан.

Һинең турала уҡып-танышып,

Ҡөҙрәтеңә ҡалдым хайран.

 

Ауыр тормош – имтихан юлдарың,

Тейешле һынауҙар булған.

Аллаһым биргән көс-ҡөҙрәтең

Киләсәккә юл һалған.

 

Үткән юлыңдың һәр баҫҡысы –

Камиллашыуға ынтылыу,

Хәҡиҡәт юлында булыуың –

Үҙ көсөңә ышаныу.

 

Әүлиәлек сифаты үҙеңдә –

Аллаһтың ул оло бүләге.

Халҡымдың ҡеүәтен арттыра

Остаздың иманлы йөрәге.

 

Камиллыҡ һәм дини үҫешең

Күптәрҙең аса бит күҙҙәрен,

Һаулыҡ, шатлыҡ тыуҙыра,

Ҡеүәтле итә үҙҙәрен.

 

Ысын мөхәббәт күңелеңдә

Һине көсәйтә, йәшәртә.

Киләсәккә өмөт үҫтереп,

Тағы бәхетле йәшәтә.

 

Белем бирҙең Троицкиҙа,

Һуңғы мәҡәмең шунда.

Дан-шөһрәт, абруй яуланың

Мосолман донъяһында.

 

Суфыйсылыҡтың иң юғары

Нөктәһендә һин үҙең.

Халҡыбыҙҙың рухи шәхесе

Булып балҡыны йөҙөң.

 

Һине һис онотмай халыҡ –

Билдәләй 190 йәшеңде.

Иртән, кисен ҡабатлайбыҙ беҙ

Яратып силсиләңде.

 

Лира Яҡшыбаева – үҙе бер шәхес,

Китабында − аҡыл-нәсихәт.

Мең рәхмәт Зәйнулла ишанға –

Ул өлгө, тарихи хәҡиҡәт.

 

 

 

Роза Ғәббәсова, Архангел районы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...