Сатнаған алмас

Сатнаған алмас

Бер эшҡыуар Көньяҡ Африкала тауыҡ йомортҡаһының һарыһы саҡлы алмас һатып алған. Тик алмастың урта өлөшө сатнаған булып сыҡҡан. Бәлки, берәй кәңәш бирер тип, эшҡыуар ташты ювелирға (зәргәргә) күрһәткән. Ювелир һоҡланып: «Был ташты икегә бүлергә мөмкин. Бүленгән һәр өлөш гәүһәр (бриллиант) алмастың үҙенә ҡарағанда ла ҡиммәтерәк буласаҡ. Тик шуныһы бар. Әгәр яҙа һуҡһаң, был алмас бер ус ваҡ гәүһәрҙәргә әйләнәсәк. Ул ваҡытта инде уның ҡиммәте лә түбән буласаҡ. Мин был аҙымға бара алмайым», – тигән.

Башҡа ювелирҙарға күрһәтеп ҡараһа ла, эшҡыуар шул уҡ кәңәште ишеткән. Һуңғы сиктә ул Амстердамда алтын ҡуллы тип танылған оло йәштәге зәргәргә (ювелирға) мөрәжәғәт иткән. Ҡарт зәргәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән моноколь аша алмасты тикшергән һәм был эштең ниндәй һөҙөмтәгә килтерәсәге тураһында иҫкәрткән.

Эштең хаҡын килешкәс, зәргәр бер аҙ ситтәрәк үҙ эше менән мәшғүл ултырған өйрәнсегенә өндәшкән. Егет ташты ҡулына алып, сүкеше менән бер генә һуғып, ҡиммәтле ташты икегә бүлгән һәм, күтәрелеп тә ҡарамай, алмас киҫәктәрен хужаһына һонған.

Шаҡ ҡатып ҡалған алмас хужаһы: «Был егет һеҙҙә оҙаҡ эшләйме?» – тип һораған.

«Өсөнсө көн. Ул әле был таштың ҡиммәтен белмәй. Шуға ла уның ҡулы ныҡ булды һәм ҡалтыраманы», – тигән ювелир.

Тормошта килеп тыуған барса ауырлыҡтарҙы ла күтәрә алмаҫлыҡ тип ҡурҡып, шөбһәләнеп, шикләнеп түгел, Аллаһу Тәғәләнең ярҙамына өмөт итеп, Уға таянып, еңеллек менән үткәрәйек.

 

Ислам календарынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...