Салауат уҡыуҙың бәрәкәте

Салауат уҡыуҙың бәрәкәте

Суфьян Саури бер хәл тураһында бәйән итә: «Мин Ҡәғбә тирәләй тауаф ҡылғанда, бер кешене күрҙем. Ул һәр аҙым һайын Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтә ине. Мин уға:

–       Тәсбих менән тәһлилде ҡалдырып, һин даими рәүештә тик Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ сала-уат уҡыйһың. Һиңә башҡалар белмәгән берәй нәмә мәғлүмме? – тинем.

–       Аллаһ һине ғәфү итһен, һин кем?

–       Мин – Суфьян Саури.

–       Әгәр һин беҙҙең заманыбыҙҙың бәрәкәтле кешеләренең береһе булмаһаң, мин һиңә үҙ хәлемде һөйләмәҫ тә инем. Минең һәр аҙым һайын Рәсүлебеҙгә ﷺ салауат әйтеүемдең сәбәбе – ошо ваҡиға:

Атайым менән хажға юлландыҡ. Бер урында ялға туҡтағанда, атайым, көтмәгәндә ауырып, вафат булды. Ул үлгәс, уның йөҙө ҡарайып китте, күҙҙәре күгәрҙе, эсе ҡабарҙы. Мин иланым һәм шул уҡ ваҡытта эстән: «Беҙ Аллаһтан килдек һәм Уға ҡайтасаҡбыҙ. Атайым сит ерҙә вафат булды», – тип әйтеп, уның йөҙөн күлдәк менән ҡапланым.

Шул мәлдә мине йоҡо баҫты. Төшөмдә бер кешене күрҙем. Унан да сибәрерәк йөҙлө, унан да таҙараҡ кейемле, хуш еҫле кешене элек күргәнем булманы. Был кеше, атайым янына килеп, ҡулы менән уның йөҙөн һыпырҙы. Шул мәлдә үк атайымдың ҡарайған йөҙө, һөт төҫөнә инеп, ағарып китте. Артабан ул ҡулы менән атайымдың эсен һыпырып сыҡты. Шул минутта ҡабарған ҡорһаҡ шиңде, элекке хәленә ҡайтты. Шунан ул кеше китә башланы. Мин тиҙ генә тороп, уның кейеменең ситенән тотоп:

– Әфәндем! Үтенеп һорайым, һеҙҙе атайыма рәхмәт йөҙөнән ебәргән Зат хаҡына, кем булыуығыҙҙы әйтегеҙсе? – тинем.

–           Мине таныманыңмы ни? Мин – Аллаһтың Рәсүле Мөхәммәд ﷺ. Атайыңдың гонаһтары күп ине, әммә донъялыҡта ул миңә күп итеп салауат уҡыны. Уға бәлә килгәндә, ул минән ярҙам һораны, һәм мин килдем. Кем миңә күп тапҡыр салауат уҡый, уға мин был донъяла ла, әхирәттә лә ярҙамсы булырмын, – тине.

Шул мәлдә мин уянып киттем һәм атайымдың, ысынлап та, йөҙөнөң аҡ булыуын, эсенең шиңгәнен күрҙем».

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...