Ялған таратыу

Ялған таратыу

Бер кеше ҡолон баҙарға һатырға сығара һәм һатып алыусыны иҫкәртә: «Был ҡолдоң тик бер генә кәмселеге бар – ул ялған хәбәр тарата». Һатып алыусы барыбер ҡолдо һатып ала.

 

Бер нисә көн үткәс, ҡол хужаның ҡатынына: «Һине ирең яратмай һәм башҡаға өйләнергә теләй. Осло бәке ал да ирең йоҡлаған саҡта, уның сәсенән бер киҫәк ҡырҡ. Был сәстәр ярҙамында мин уны сихырлармын, һәм артабан ул тик һине генә яратасаҡ», – ти.

Шунан ҡол хужаһына: «Һинең ҡатыныңдың дуҫы бар. Ул һине үлтерергә теләй. Бөгөн һин йоҡлаған булып ҡылан, шунда һин мин әйткәндәрҙең барыһы ла дөрөҫ икәнен аңларһың», – ти.

Ир йоҡлаған булып ҡылана, ҡатыны шул ваҡытта бәке менән эргәһенә килә. Ир уны ҡатыны үлтерергә килә ята тип уйлап, шунда уҡ һикереп тороп, уны үлтерә. Үҙ сиратында, ҡатындың туғандары килеп, ирҙе үлтерәләр. Шунан ике тоҡом араһында оҙайлы ҡан ҡойош башлана.

Нәсихәт.

Кеше ишеткән һәр нәмәгә ышанмаҫҡа, башҡаларҙың һүҙҙәренә нигеҙләнеп, ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәҫкә тейеш. Изге Ҡөрьән китабында: «Йә, иман килтереүселәр! Әгәр бер фасиҡ һеҙгә хәбәр килтерһә, ғәйепһеҙ кешеләргә зарар килтермәҫ өсөн, башта белешегеҙ, юғиһә, һуңынан үкенерһегеҙ» («Әл-Худжурәт» сүрәһе, 6-сы аят).

 

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...