Мандарин бәлеше

Мандарин бәлеше

 

Ҡамыр өсөн:

  • 1 йомортҡа
  • 50 г шәкәр
  • 60 мл көнбағыш майы
  • 100 мл һөт
  • 1 балғалаҡ ванилин
  • 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс
  • 160 г он
  • 4-5 мандарин
  • 1 аш ҡалағы аҡ май
  • 1-2 аш ҡалағы шәкәр

 

Әҙерләү:

  1. Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май менән шәкәр һалып, утҡа эретергә ҡуйығыҙ. Артабан мандариндарҙы киҫелгән яғы менән өҫкә ҡаратып теҙеп сығығыҙ. Шул килеш талғын утта 5 минут ҡыҙҙырығыҙ.
  2. Ҡамыр өсөн барыһын бергә ҡушып болғатығыҙ ҙа мандариндар өҫтөнә ҡойоп тигеҙләгеҙ.
  3. Бәлеште 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 20-25 минут бешерегеҙ. Әҙер тәмлекәс бер аҙ һыуынғас, иркен һауытҡа мандаринлы яғын өҫкә ҡаратып әйләндерегеҙ. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан шәкәр онтағы һибеп биҙәгеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...