Намыҫын аҡсаға алмаштырған

Намыҫын аҡсаға алмаштырған

Намыҫын аҡсаға алмаштырған

Был хәл Һиндостанда Британия хаҡимлыҡ итә башлаған йылдарҙа була.

Инглиз офицеры, баҙар буйлап йөрөгәндә, бер сауҙагәр менән бәхәскә инә. Һүҙ артынан һүҙ китә, һәм ул һатыусыға һуғып ебәрә, ә тегеһе яуапһыҙ ҡалмай, бының үҙенә тондора. Бындай ҡыйыулыҡҡа шаҡ ҡатҡан офицер, частҡа ҡайтып, хәлде командирына һөйләй: йәнәһе, беҙ уларҙы еңдек, ә улар нимә ҡылана... Командир иһә шундай кәңәш бирә: яңынан сауҙагәр янына барып, уны маҡтарға, батыр кеше икәнһең, тип һоҡланыу белдерергә һәм сауҙа эшен үҫтереү өсөн аҡса бирергә ҡуша. Офицер командиры ҡушҡанды үтәй: һатыусыны эҙләп таба, маҡтай һәм шул заман өсөн байтаҡ ҡына аҡса бирә. Күпмелер ваҡыт үткәс, командир офицерҙан сауҙагәр менән эштең нисек тамамланыуын һорай. Тегеһе, һеҙ ҡушҡанса эшләнем, ти. “Ә хәҙер, − ти командир, − бар ҙа сауҙагәргә элекке һымаҡ һуғып ебәр”. Икенсе көндө офицер баҙарға китә. Күрә: теге сауҙагәр үҙенең кибетен асып ебәргән, күренеп тора − эштәре алға киткән бының. Офицер бының янына килә лә, һуғып ебәрә. Теге иһә бер һүҙ ҙә өндәшмәй, буйһоноусан ҡиәфәттә, йыуаш ҡына баҫып тора. Офицер быға бик ғәжәпләнә һәм частҡа ҡайтып, бөтәһен дә командирына һөйләй. Ә командир яуап бирә: “Элек уның һаҡларлыҡ бер нимәһе лә юҡ ине − намыҫынан башҡа, һәм ул шуны яҡлап, һиңә ҡул күтәргән. Ә хәҙер ул, һин биргән аҡсаға байып киткәс, шул байлыҡты юғалтырға теләмәй. Ул намыҫын аҡсаға алмаштырҙы”.

“Нур-ул Ислам” календарынан

Әлфиә Батталова әҙерләне

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....