Ете ҡағиҙә

Ете ҡағиҙә

Ете ҡағиҙә

Көнсығышта таҙалыҡтың ете ҡағиҙәһе бар:

  1. "Ҡул таҙалығы". Артығын алмаҫҡа, кешенекенә ҡул һонмаҫҡа. Бында ҡырҡтан бер, ундан бер йәки башҡа күләмдәге килемде мохтаждарға бүлеп биреү ҙә күҙ уңында тотола.
  2. "Ҡолаҡ таҙалығы". Асыуланған, ҡурҡҡан, сәбәләнгәндең хәбәрен, һүгенеү, буш хәбәр, ғәйбәт һүҙҙәрен ишетмәү.
  3. "Күҙҙәр таҙалығы". Күҙҙәрҙе нәфрәттән, яуызлыҡтан, көнләшеүҙән һаҡлау.
  4. "Ауыҙ таҙалығы". Күп һөйләүҙән, һүгенеүҙән һаҡланыу. "Күп һүҙ – сүп һүҙ".
  5. "Тән һәм кейем таҙалығы". Үҙең дә, кейемең дә таҙа булһын!
  6. "Уйҙар таҙалығы". Башыңдан негатив, насар уйҙарҙы алып ташла. Үҙеңде йәлләмә һәм йәлләтмә лә! Яҡшы ниәтле бул!
  7. "Күңел һәм йөрәк таҙалығы". Күңел ынтылышыңа иғтибарлы бул! Бер ни талап итмәйсә ярат. Мөхәббәт – үҙе ҙур бәхет.

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...