Башҡорт батырҙары бил бирмәй!

Башҡорт батырҙары бил бирмәй!

Быйыл май айында татарстан республикаһында 25 илдең милли командалары араһында билбау көрәше буйынса донъя кубогы үткәйне. Был мәртәбәле сарала рәсәйҙең йыйылма командаһы составында ҡатнашҡан ике башҡорт батыры: мәсетле районынан айгиз зәйнетдинов (90 кг ауырлыҡ категорияһында) һәм әбйәлил егете ғаяз шөғөров (60 кг ауырлыҡ категорияһында) беренсе урын яулап, донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Егеттәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да тыуған башҡортостаныбыҙҙың данын арттырып, оло еңеүҙәргә ирешеүҙәрен теләйбеҙ һәм һеҙҙең иғтибарға әбйәлил батыры ғаяз шөғөров менән (тренеры әбделғәзин р.х.) әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, ғаязға 20 йәш. Ул мәктәптә уҡытыусы һәм тренер булып эшләй, ситтән тороп стәрлетамаҡ физик культура колледжында уҡый.

– ҒАЯЗ, ҠАСАН КӨРӘШ МЕНӘН ШӨҒӨЛЛӘНӘ БАШЛАНЫҢ?

– Мин көрәшкә 6 йәштән дуҫтарым менән йөрөй башланым, беренсе көрәшем 7 йәштә булды. Көрәшкә бер туған Өлфәт ағайым йөрөтә башланы. Ул үҙе көрәш буйынса Рәсәй призеры, спорт мастерына кандидат.

– НИ ӨСӨН КӨРӘШТЕ ҺАЙЛАНЫҢ? БАШҠА СПОРТ ТӨРҘӘРЕ МЕНӘН ҠЫҘЫҠҺЫНМАНЫҢМЫ?

– Көрәштән башҡа, мәктәптә уҡыған саҡта, йөҙөүгә, самбоға һәм баскетболға йөрөнөм. Республика кимәленда баскетбол ярыштарында ҡатнашҡаным булды.

Минеңсә көрәш йәшәргә, былай тормошта гел дә еңеүгә ынтылырға өйрәтә. Ләкин быны өлкәнәйә бара аңланым.

– ЯРЫШТАРҒА ӘҘЕРЛӘНГӘНДӘ ҠЫЙЫНЛЫҠТАР БУЛАМЫ?

– Ярышҡа барыр алдынан үҙеңде психологик яҡтан еңергә кәрәк, үҙеңдең ауырлыҡ категорияһында ҡатнашыр өсөн ябығырға, “весогонка” үткәрергә кәрәк: үҙем 68 кг булып, 60 кг категорияһында ярышып йөрөнөм. Башҡортостан кимәленда көрәшкәндә 64 кг булғайным, ә Рәсәй йә донъяға сыҡҡанда 8 көндә 8 кг ҡыуырға тура килде, быныһы ҡыйын инде.

– БАШҠОРТОТСАНДА ҺИНЕҢ КЕҮЕК ЕҢЕҮСЕЛӘР ҺАНЫ АРТҺЫН ӨСӨН НИНДӘЙ ЭШТӘР АЛЫП БАРЫРҒА КӘРӘК?

– Әлеге мәлдә студент булған спортсыларға, әлбиттә, иң тәүҙә аҡса яғынан ярҙам кәрәк. Сөнки мәктәптә уҡыған саҡта ярҙам былай ҙа етерлек, тренерҙар һине алып йөрөй, ә 18 йәштән һин үҙеңдең аҡсаңа ярыштарға йөрөй башлайһың.

– ЕНТЕКЛӘБЕРӘК ӘЙТКӘНДӘ, КӨРӘШ ЯРЫШТАРЫНА ӘҘЕРЛӘНЕҮ ӨСӨН КҮПМЕ ҺУМ АҠСА ТАЛАП ИТЕЛӘ? МӘҪӘЛӘН, АЙЫНА ЙӘКИ ЙЫЛЫНА...

– Әҙерләнеүгә аҡса кәрәкмәй, үҙеңдең теләгең генә булһын. Теләһәң, урам буйында ла әҙерләнергә, күнегергә була. Әлеге көндә, беҙҙең Әбйәләил районын алғанда, һәр бер мәктәптә көрәш бүлмәләре бар. Ярышҡа йөрөргә генә аҡса кәрәк.

– БАШҠОРТОСТАНДА КӨРӘШСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ ИТКӘН БЕРӘЙ ФОНД, СПОРТ ОЙОШМАҺЫ БАРМЫ?

– Үҙем тураһында әйткәндә, Рәсәй һәм донъя чемпионаттарына барып ҡатнашыуҙа Көрәш федерацияһынан ярҙам булды. Шулай уҡ үҙебеҙҙең Әбйәлил районы Асҡар балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе лә ярҙам итте. Иң мөһиме, район, республика кимәлендә урындар яуларға, шунда һиңә иғтибар итәләр, шуға теләк һәм тырышыу мөһим.

– Ә БАШҠА ТӨБӘКТӘРҘӘН ЯРЫШТА УЛАРҘЫҢ ТӨБӘГЕ ӨСӨН КӨРӘШЕРГӘ ТӘҠДИМ ИТКӘНДӘРЕ БУЛДЫМЫ?

– Ундай тәҡдимдәр булып тора. Татарстан эсендә булған ярыштарҙа ҡатнашыр өсөн түләргә әҙерҙәр. Шуғалыр үткән чемпионатта беренсе урындарҙы күберәк Татарстан көрәшселәре алды, ә Башҡортостан икенсе урында ҡалды. Унан башҡа Татарстандың үҙендә ай һайын ярыштар үткәрелә, бүләкләү фонды ла күберәк. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда быйыл өлкәндәр араһында ике генә тапҡыр ярыш үткәрелде.

– ҺИН МОҒАЙЫН ҺӘР ҺАБАНТУЙҘАН ҺАРЫҠ АЛЫП ҠАЙТАҺЫҢДЫР?

– 14 йыл көрәшеп, әлегә бер ҙә һарыҡ алып ҡайтҡаным булманы, сөнки күбеһенсә үҫмерҙәр категорияһында көрәштем, өлкәндәр араһында – икенсе йыл ғына, ә беҙҙең районда һарыҡты абсолют ауырлыҡ еңеүсеһенә генә бирәләр. Унда 90, 100 килограмдан ауырыраҡ ағайҙар менән көрәшергә тура килә. Ләкин быйылғы һабантуйҙарҙа еңергә өмөтләнәм. Мәҫәлән, Баймаҡ районында Урал аръяғы инвестицион һабантуйында үҙемдең категорияла еңеп, әсәйемә кер йыуыу машинаһын алып ҡайттым.

– ЕҢЕҮГӘ ӨЛГӘШЕР ӨСӨН НИНДӘЙ СЕРҘӘРЕҢ БАР?

– Бер ниндәй сер юҡ. Тырышлыҡ, даими рәүештә күнегеү һәм йышыраҡ ярыштарҙа ҡатнашыу. Бер ярыш ун биш күнекмәгә тиң. Сөнки һәр бер ярыш һайын үҙ-үҙеңде еңеп бараһың, башҡалар менән көрәшкәндә кимәлең үҫә.

– АШАУ ЯҒЫНАН НИСЕК? БЕРӘЙ РЕЖИМ, СИКЛӘҮҘӘР БАРМЫ?

– Юҡ, ауылда нимә ашайҙар, шуны ашайым. Сикләүҙәр тигәндә, алкоголь, тәмәке һәм башҡа зыян килтергән матдәләр менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмайым.

– ҮҘЕҢДЕҢ ТИҢДӘШТӘРЕҢӘ НИНДӘЙ КӘҢӘШТӘРЕҢ БАР?

– Бирешмәҫкә! Ярыштарҙа еңелһәң дә, дауам итергә. Бер ярыш менән генә ярыштар бөтмәй бит, ҡайһы берҙәр беренсе еңелеүҙән үк ташлайҙар шөғөлдәрен. Үҙем дә беренсе ярыштарымда еңелеп ҡайттым, ләкин ташламайынса дауам иттем. Үҫмерҙәр категорияһында бик йыш еңелдем, аҙаҡ Стәрлетамаҡҡа уҡырға ингәс, өлкәндәр араһында даими рәүештә күнекмәләргә йөрөнөм, чемпиондар менән көрәштем, уларҙан өйрәндем. Шуларға ҡарап, үҙем да илһамландым, үҙемдең көрәшеү техникаһын камиллаштырҙым. Ә ауылыма ҡайтып, эшләй башлағас, балаларҙы өйрәтеп, үҙем дә улар менән ҡуша өйрәнә башланым.

Шуға йәштәргә, тиңдәштәремә бирешмәҫкә кәңәш бирер инем.

Роберт Дәүләтшин әңгәмә ҡорҙо

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Аллаһ ҡоло булыу − иң оло дәрәжә

Был һүҙҙе бәләкәйҙән ишетеп үҫтем: әсәйем ҡайһы саҡ, беҙ, балалар, берәй нәмәне яңылышыраҡ эшләһәк, асыуһыҙ ғына: «Иии Аллаһ ҡоло, нишләп улай иттең инде?», – тиер ине. Был һүҙ миңә «иии балаҡайым» һүҙенә синоним һымаҡ булып хәтерҙә ҡалған. Тик, үҫә төшкәс, ҡолдоң...


Аллаһу Тәғәләнең Сөләймәнде һынауы

Ниндәй сәбәптән Аллаһ Сөләймәнгә һынау ебәргән? Фараздар күп һәм төрлө. Шуларҙың бер нисәһе менән танышайыҡ.   Бөтә кешеләргә лә инеү рөхсәт ителмәгән бер утрауҙа бер мөшрик батша йәшәгән. Уның байлығы һәм көсө тураһында ишетеп, Сөләймән һуғышҡа әҙерләнә. Ул ел ҡанатында кешеләр һәм ендәрҙән...


Ирем өйҙә ҡунмай

Тормош иптәшем һуңғы ваҡытта әсәһе менән өләсәһенә күп иғтибарын бүлә. Шуға күрә мин үҙемде икенсе планда һымаҡ тоям. Ул шундай мөнәсәбәтте улар алдындағы яуаплылыҡ менән аңлата: атаһы вафат булғас, әсәһе яңғыҙ ҡалды, улар ярҙамға мохтаж, ти. Хәҙер ирем төнөн өйҙә ҡунмай, өй, балалар – барыһы...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Аллаһ йорто иғтибар үҙәгендә

Ҡалабыҙҙағы Ишембай йәмиғ мәсете һуңғы йылдарҙа бар халыҡтың иғтибар үҙәгенә әйләнде тиһәк, хата булмаҫ. Үткәндәренә лә күҙ һалһаҡ, йөрәктә – йылы хәтирәләр генә. Оҙаҡ йылдар мәсетте имам-хатип Рәфҡәт хәҙрәт етәкләне, уның тырышлығы менән ҡалабыҙҙа иман йорто ҡалҡып сыҡты. Дини ғилем алып...