Ике бөйөк шәхес дуҫлығы
«Зәйнулла ишан эҙҙәренән» китабын әҙерләгәндә, бөйөк шәйехтың яҡын рухташтары, дуҫтары, шәкерттәре, ҡан-ҡәрҙәштәре тураһында эҙләнеүҙәр алып барылды. Бигерәк тә халыҡ хәтерендә ҡалған хәл-ваҡиғаларға әһәмиәт бирергә тырыштыҡ. Сираттағы һүҙем – оло шәхесебеҙ, башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулла тураһында.
Беҙ, ун алты кеше, Миәкә районына ике көнлөк сәфәргә сыҡтыҡ. Маршрутыбыҙ: Стәрлетамаҡ аша Ҡырғыҙ-Миәкәгә һәм Аҡмулланың тыуған ауылы Туҡһанбайға барып етеү. Маҡсатыбыҙ – күптән инде исеме менән халҡыбыҙ күңелен арбап, уй-хыялдарыбыҙға ингән Аҡмулланың йөрөгән юлдарынан үтеп, уның кендек ҡаны тамған ер-һыуҙарын, тәбиғәтен күреп, үҙебеҙгә йәшәү өсөн көс, дәрт, илһам алып, уның тураһында мәғлүмәт туплау ине. Уның Зәйнулла Рәсүлев менән бәйләнеше, дуҫлыҡтары тураһында Миәкә халҡының хәтерендә нимәләр һаҡланып ҡалғанын ишетәһебеҙ килде.
Уларҙың икеһенең йәш айырмаһы ни бары йәш тә өс ай. Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә тыуһа, Зәйнулла Рәсүлев – 1833 йылдың 25 мартында.
Аҡмулла тураһында ваҡытлы матбуғат биттәрендә, төрлө баҫмаларҙа, төрлө йылдарҙа байтаҡ мәҡәләләр донъя күргән һәм китаптар баҫылған.
Күреүебеҙсә, шағирҙың күп кенә яңы әҫәрҙәре табылған һәм биографияһына асыҡлыҡ индерелгән.
Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Елдәр волосы (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ишҡужин Камалетдин үҙҙәренең ауылында указлы мулла, имам-хатип була. Олатаһы Ишҡужа Ишбулдин да (1768-1843) указлы мулла һәм 1816-1834 йылдарҙа мөхтәсиб вазифаларын башҡара.
Мифтахетдин Аҡмулла башланғыс белемде үҙенең тыуған ауылында Лоҡман мулланан ала. Һуңынан Мәнәүезтамаҡта Ғабдрахман хәҙрәттә, Әнәс мәҙрәсәһендә Әхмәтшә хәҙрәттә уҡый.
Ун һигеҙе тулып ашҡан Мифтахетдинды февраль айы башынан июнь айының аҙағына тиклем һаҡ аҫтына алалар. Бының сәбәбен аныҡлаған тарихсы Ә.Әсфәндиәров уны хәрби хеҙмәт менән бәйләй. Ул: «Йә рөхсәтһеҙ ситкә киткән, йә йыйыу пунктына ваҡытында килмәгәндер», – тип яҙа. Был хәлдән һуң Мифтахетдин Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә. Бында ул заманына күрә атаҡлы суфый шағир, ҙур ғилем эйәһе Шәмсетдин Зәки һәм Ғәли Соҡорой менән таныша. Күңелендә шағирлыҡ һәләте моронлаған Мифтахетдин уларҙан һабаҡ ала. Мәҙрәсәләрҙә уҡыған йылдарында наҙан муллаларға, тәкәббер бай малайҙарына арнап яҙған төртмәле шиғыр юлдары, уларға эшләгән шуҡлыҡтары, әлбиттә, эҙһеҙ ҡалмай. Етмәһә, балалығына барып, бер ҡатындың биҙәүестәрен, берәүҙең самауырын сәлдерә.
Һуңыраҡ ул үҙенең гонаһтарын фашлай, уғрылыҡҡа әүәҫләнеп, мәсхәрәгә ҡалыуы тураһында бер шиғырында яҙа. Мутлыҡ эшләргә яратҡан Мифтахетдинға, тирә-яҡҡа абруйы киң таралған атаһынан аҙ эләкмәй. Шуға ла, бәлки, атаһы бик иртә өйләндергәндер.
Аҡмулланың тормош юлын, ижадын асыҡлау өсөн ныҡышмалы эҙләнеүҙәр алып барыусы Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты Рәшит Шәкүр: «Әммә Мифтахетдинға кәләше менән, уның ҡаты ауырып үлеп китеүе сәбәпле, оҙаҡ йәшәргә насип булмай», – тип яҙҙы. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ике-өс йыл уҡығандан һуң, һәр саҡ ҡайҙалыр ашҡынып, иркенлек, киңлек талап иткән күңеле Ырымбур яҡтарына алып китә.
Артабан уның юлы Баш-ҡортостандың Урал аръяғы, Яйыҡ башы һәм Мейәс буйы башҡорт ауылдары буйлап үтә. Йыйындарҙа, мәжлестәрҙә ҡатнашып, сәсәндәр менән сәсәнлектә ярышып, үҙенең шиғриәтен халыҡҡа ишеттерергә батырсылыҡ итә. Зәйнулла Рәсүлев менән таныша. Ул уны үҙе менән бергә уҡырға өгөтләй һәм Аҡмулла, уның кәңәшен тотоп, Троицкийҙа Зәйнулла Рәсүлев уҡып йөрөгән данлыҡлы Яуышевтар мәхәлләһе эргәһендәге Әхмәт бин Хәлит Әл-Мингәрәй мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Яҙыусы, Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Мифтахетдин Камалетдин улының райондашы Фәнис Янышев үҙенең «Троицкийға сәйәхәт» тигән мәҡәләһендә: «Буласаҡ шағирыбыҙ Троицкиҙағы Әхмәт бин Хәлит әл-Мингәрәй мәҙрәсәһендә һәм Хива, Иран мәҙрәсәләрендә белем ала», – тип яҙҙы. Һәм Аҡмулланың Троицкийға килеп йәшәй башлаған осорон 1854-1855 йылдар, тип күрһәтә. Мифтахетдин йәйен ҡаҙаҡ балаларын уҡытһа, ҡышын үҙенең уҡыуын дауам итә. Үҙ аллы фарсы, ғәрәп телле классик әҙәбиәтте өйрәнеүгә бар күңелен һала. Шул йылдарҙа буласаҡ ике арҙаҡлы шәхестең, Зәйнулла менән Мифтахетдиндың, дуҫлығы башлана ла инде. Был ваҡытта фекер йөрөтөү ҡеүәһе көслө һәм һәләтле Зәйнулланы бер төркөм шәкерттәргә хәлфә итеп тәғәйенләйҙәр. Мифтахетдин унан һәм башҡа мөдәристәрҙән дәрес ала.
Зәйнулла ишандың өсөнсө улы Ғәбделҡадирҙан тыуған танылған яҙыусы Атилла Расих, үҙенең «Ишан ейәне» тигән романында: «Башҡорт, татар, ҡаҙаҡ шағиры мәшһүр Аҡмулланың Зәйнулла олатайымдың яҡын дуҫы булғанлығы мәғлүм. Миңә олатайымдың был ирек һөйөүсе шағирҙы яҡын күргәнлеге, һәм даими уға химая ҡылыуы ла билгеле. Аҡмулла үҙенең һуңғы сәфәренә сығыр алдынан Зәйнулла хәҙрәт уға ат бүләк итә», – тип яҙған. Ысынлап та, Зәйнулла ишан, дуҫы шәһит булғанлығын белеү менән, пар ат ектереп, Мейәс ҡалаһына уны һуңғы юлға оҙатырға барып етә.
Уның тормошон өйрәнеүсе яҙыусы-журналистар, ололарҙың һөйләгәндәренән сығып, ҡәбер ташын да, үҙе яҙҙыртып, ҡуйыуҙы ойоштороуы тураһында хәбәр иттеләр.
Троицкиҙа уҡыған йылдарында уларҙың икәүләп Зәйнулла Рәсүлевтың тыуған ауылы Шәрипкә бер нисә тапҡыр килеп киткәндәре тураһында информаторҙарҙан ишетергә насип булды һәм, Аҙнаш ауылы һылыуы Рамаҙан ҡыҙы Зәйнәпкә күҙе төшөп йөрөгәнен дә бәйән иттеләр. Аҡмулланың шағир булып танылыу осоро 1858-1859 йылдар тирәһенә тура килә, тиҙәр күпселек журналистар.
1859 йылда, 28 йәшендә, Мифтахетдин тыуған ауылы Туҡһанбайға ҡайтып төшә. Ләкин атаһы «тинтәк холоҡло» балаһын аңламай һәм уға яҡты йөҙ күрһәтмәй.
Рәшит Шәкүров үҙенең Аҡмулланың тормошона арналған «Изгелекле халыҡ күңеле» тигән мәҡәләһендә, халыҡ хәтерендә ҡалған бер ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиға тураһында яҙа: «Муллалыҡҡа рәсми рөхсәт ҡағыҙы алып ҡайтҡан Мифтахетдиндан ауылдаш ҡарттарҙың береһе, уның белеменә баһа бирер өсөндөр инде:
«Исмаһам, «Ҡадихан» китабын уҡый беләһеңме? Уны беҙҙә атайың Камалетдин хәҙрәттән шәп уҡыған кеше юҡ бит (йәнәһе, уны уҡый алған кеше үтә лә белемле була)», – тип һорай икән.
«Уны ла белмәгәс тағы. Атайымдың белеме минең белемемдең аяҡ йөҙлөгөнә лә сыҡмай ул», – тип яуап бирә Аҡмулла, шаяртыу ҡатыш.
Атаһы менән уртаҡ тел таба алмағас, Мифтахетдин тыуған ауылында оҙаҡ тормай.
Тиҙҙән Троицкиҙан 100 саҡрымдай алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡарабалыҡ ҡаҙаҡтарына барып сыға. Ҡарағыҙ аймағы Ҡараһыу ауылында, Батыш тигән байға ялланып, мөғәллимлек итә башлай.
Бында ул Мөхәмәтйәр исемле бер ярлы ҡаҙаҡҡа уллыҡҡа яҙылып, ҡаҙаҡ булып йөрөй.
Ошо ауылда хәлле генә бер ҡаҙаҡтың ҡарсығы үлә, шунда Аҡмулланы йыназа уҡырға саҡыралар. Йыназа ваҡытында ошо аймаҡтың түрәһе Иҫәнгилде, уны мыҫҡыл итеп: «Утлыҡ бар ерҙә үгеҙ һимерә, үлем бар ерҙә мулла һимерә, ҡарағыҙ әле шуның һымаҡ бынау истәк (башҡорт) ҡалай һимергән», – тип, таяғы менән Мифтахетдинға төртә. Бунтарь холоҡло, ҡаты, тура һүҙле сәсән юғалып ҡалмай: «Эйе, утлыҡ булған ерҙә үгеҙ, емтек булған ерҙә эт, мәйет булған ерҙә мулла һимерә. Ә бына һеҙҙең кеүек наҙандарҙың башын эт кимерә», – тип яуап бирә. Ә түрә уға: «Күрһәтермен әле мин һиңә эт кемдең башын кимергәнен», – ти һәм, ысынлап та, күп тә үтмәй, Иҫәнгилде старшина исправникҡа: «Мифтахетдин башҡорт булыуына ҡарамаҫтан, ҡаҙаҡмын тип, әрме хеҙмәтенән ҡасып йөрөй», – тип донос яҙып бирә. Һәм уны 1867 йылда ҡулға алып Троицк төрмәһенә ябалар.
Суд, ике йыл ярымға арестанттар ротаһына хеҙмәткә ебәрергә, тип ҡарар сығара. Уның ижадын юғары баһалаған зыялы ҡаҙаҡ дуҫтары: Иманбай Хоҙайбиргәнов порукаға ала һәм сауҙагәр Әхмәтбай Бакиров ике мең тәңкә залог һалып, 1871 йылдың яҙында, дүрт йылдан ашыу ваҡыт үткәс, төрмәнән сығаралар. Суд ҡарарына ялыу биреү өсөн бер йыл ваҡыт бирелә.
(Дауамы бар)