Еләк бәлеше

Еләк бәлеше

Еләк бәлеше

 

Йәйҙең йәмле көндәрендә хуш еҫле еләк бәлеше бешерәйек әле.

 

Ҡамыр өсөн: 200 г магазин ҡаймағы, 300-400 мл әсегән һөт (мөмкин кефир), 1 балғалаҡ сода, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, он.

 

Эслегенә еләкте (әҙерәк шәкәр ҡушып ебәрергә онотмағыҙ), уның өҫтөнә май киҫәктәре йә ауыл ҡаймағы һалып, бәлеште 30-40 минутҡа 180 градусҡаса ҡыҙған мейескә оҙатабыҙ.

 

Тәмле лә, татлы ла бәлешебеҙ әҙер. Бер аҙ һыуынғанын көтөп алһағыҙ, эсендәге һуты яҡшылап һеңеп тә өлгөрөр. Ул ваҡытта тәмле итеп үлән сәйе әҙерләп өлгөрөрһөгөҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...