Китә алмайым...

Китә алмайым...

 

Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.

 

Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй малайҙы күреп ҡала.

Ғалим, малайҙы йәлләп, саҡырып ала, туйғансы ашата, ата-әсәһе, ғаиләһе тураһында һораша. Малай атайһыҙ икәнен, ғаиләлә күп бала булыуы, әсәһенең яңғыҙы өлгөрә алмауы, шуға күрә үҙ көнөн үҙе күрергә мәжбүр булыуы тураһында һөйләй. Улар көн дә осрашып торалар, дуҫлашып китәләр.

Бер көндө ғалим малайға үҙе менән Пакистанға китергә тәҡдим итә.

– Һин бер нимәгә лә мохтаж булмаҫһың, үҙеңдең өйөң, яҡшы кейемдәрең, уйынсыҡтарың булыр, уҡырһың, – ти. Малай шатланып риза була һәм әсәһенең ризалығын алырға тип ғалимды өйөнә саҡыра. Арыған, ауырыу әсә, был тәҡдимде ишетеп, улының йәшәр урыны булыр, уҡып ғалим булыр, тип шатлана. Китер ваҡыт еткәс, малай ғалим янына килеп:

– Ә Пакистанда йәшел көмбәҙле Пәйғәмбәр мәсете бармы? – тип һорай.

– Юҡ шул. Мин бит шуның өсөн һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ янына бында киләм, – тип яуаплаған ғалим.

Малай, тәрән уйға батып, шымып ҡалған.

– Мин өйһөҙ ҙә, матур кейемдәрһеҙ ҙә, уйынсыҡтарһыҙ ҙа йәшәй алам. Тик мин йәшел көмбәҙле Пәйғәмбәр мәсетенән башҡа йәшәй алмайым. Мин бында, күңелем ҡасан теләй, шунда килә алам. Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙең менән китә алмайым.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғалим илап ебәргән. Әлбиттә, һүҙһеҙ ҡалған ғалим Пәйғәмбәребеҙ Рауҙаһынан да ҡиммәтерәк, уны алыштырырлыҡ нимә юҡ икәнен аңлай ине.

Аллаһу Тәғәлә һәммәбеҙгә ныҡлы иман һәм ҡәлебтәребеҙгә үҙенең Хәбибе, һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә ҡарата һөйөү һалһа ине.

 

(Ислам календарынан)

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...