Ҡабарып бешкән йыуаса

Ҡабарып бешкән йыуаса

Бәләкәйҙән майикмәкте (Баймаҡ яғында йыуасаны шулай атап йөрөтәләр) яратып үҫтем мин. Әсәйем уны һәр саҡ сөсө ҡамыр менән дә, икмәктән тороп ҡалған ҡамырҙан да бешерҙе.

 

Яңы һауылған һөт йә май, ҡаймаҡ менән ҡушып ашаған йыуасаға нимә генә етһен инде!

Әле булһа йыуасаны яратам. Балаларым да бешергәнде көтөп кенә тора.

Ә рецебым минең ошолай: 1-2 стакан әсегән һөт йә кефирға 0,5 балғалаҡ аш содаһы ҡушып, күпергәнсе болғатам. Аҙаҡ уға 1 йомортҡа, әҙерәк көнбағыш майы, сама менән тоҙ, шәкәр, иләнгән он ҡушып, ҡамыр баҫам. Бөтә ингредиенттар бүлмә температураһында булырға тейеш. Әҙер ҡамырға ял биреп алам. 20-30 минут етә.

Ә һуңынан үҙем теләгән ҙурлыҡта, формала йыуасаны эшләп, майҙа ҡыҙҙырып алам. Бер ыңғайы сәйем дә ҡайнап сыға. Булды, ҡабарып бешкән йыуасалар әҙер.

 Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...