Ханум

Ханум

Ҡамыр өсөн:

  • 100 мл һыу
  • 1 йомортҡа
  • 1 аш ҡалағы көнбағыш майы
  • семтем тоҙ
  • он

 

Эслек өсөн:

  • 500-600 г фарш
  • 250 г ҡабаҡ
  • 2 һуған
  • 2-3 бәрәңге
  • тоҙ, борос, тәмләткестәр
  • 60 г һары май
  • әҙерәк көнбағыш майы
  • укроп, петрушка

 

Әҙерләү:

  1. Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо, үҫемлек майын ҡушып болғатығыҙ ҙа, он ҡуша-ҡуша, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырға 15-20 минут самаһы ял бирегеҙ.
  2. Ҡабаҡты ҡырғыс аша үткәрегеҙ, һуған һәм бәрәңгене ваҡ итеп турағыҙ.
  3. Фаршты ике өлөшкә бүлегеҙ, береһенә ҡабаҡ менән һуғанды, икенсеһенә бәрәңге менән һуғанды ҡушығыҙ. Һәр береһенә сама менән тоҙ, борос, йомшаҡ аҡ май һәм үҫемлек майы өҫтәп, яҡшылап тасҡағыҙ.
  4. Ҡамырҙы икегә бүлеп, йоҡа итеп йәйегеҙ. Бөтәһе ике йәймә сығасаҡ. беренсе йәймәгә фарш, ҡабаҡ, һуған ҡушылмаһынан эслекте, икенсеһенә – фарш, һуған, бәрәңге ҡушылмаһынан эслекте һалығыҙ ҙа, рулет итеп төрөгөҙ.
  5. Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ултыртығыҙ. Манты бешерә торған тишекле формаларҙы үҫемлек майы менән майлағыҙ. Рулеттарҙы күсереп һалығыҙ. Талғын утта 40-45 минут бешерегеҙ.
  6. Әҙер ханумды тигеҙ өлөштәргә киҫеп, өҫтөнә иретелгән аҡ май ҡойоғоҙ, ваҡ итеп туралған йәшел үләндәр менән биҙәгеҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...