Тауыҡ итенән ләүәштә татлы бәлеш

Тауыҡ итенән ләүәштә татлы бәлеш

 

Ләүәш - 2 киҫәк + аҡ май

 

Эслек өсөн:

тауыҡ филеһы - 500-600 г

100 г сыр

тоҙ, борос, паприка

 

Ҡойор өсөн:

2 йомортҡа

1 стакан һөт

130 г он

1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс

тоҙ, тәмләткестәр (ҡоро һарымһаҡ, прованс үләндәре һ.б. - теләк буйынса)

Тауыҡ итен майҙа ҡыҙҙырып, тәм буйынса тәмләткестәр ҡушырға.

Сырҙы ҡырғыс аша үткәреп, яртыһын бер аҙ һыуынған тауыҡ итенә ҡушып болғатырға.

Эслек өсөн барлыҡ ингредиенттарҙы бергә ҡушып яҡшылап туғырға.

Ләүәш киҫәктәрен йомшаҡ аҡ май менән һылап, табаға урынлаштырырға (төбө сиселгән табаны алһағыҙ ҙа була, ләүәш остарын өҫкә ҡаратып ҡуйырға).

Өҫтөнә эслекте һалып, шыйыҡ массаны ҡойорға, ҡалған сырҙы һибергә.

180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 30 минут бешерергә.

Әҙер бәлештең өҫтөн теләгәндә йәшел үләндәр менән биҙәргә.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

 

Уңған килен

Зөбәржәт Утарбаева

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Әгәр ҙә мин, әйтәйек, йәмәғәт менән уҡылған төнгө (йәстү) намаҙының дүртенсе рәҡәғәтендә генә килеп ҡушылһам, ғибәҙәтем ҡабул булһын өсөн, тағы ла нисә рәҡәғәт уҡып сығырға тейешмен мин? Һәм нисә тапҡыр тәшәһһүд (Әт-Тәхиәтте) уҡырға кәрәк? Мәсбүк – йәмәғәт намаҙына бер йәки бер нисә...