Мосолмандың Аллаһу Тәғәлә алдындағы вазифалары

Мосолмандың Аллаһу Тәғәлә алдындағы вазифалары

Әҙәм пәйғәмбәрҙең   юҡтан бар ителеүе, кешелектең был донъяға Әҙәм пәйғәмбәр менән әсәбеҙ Һауанан   таралыуы, тәбиғәттең кеше файҙаһы өсөн яратылыуы һәм башҡа күп ниғмәттәр – барыһы ла Аллаһу Тәғәләнең көсө, байлығы, хикмәте һәм рәхмәте. Кешелекте күркәм һүрәттә бар иткән һәм уны бөтә йән эйәләренән дә юғары ҡуйған Аллаһу Тәғәләгә ҡарата кешенең вазифалары бар.

 

Кеше Аллаһу Тәғәлә  ﷻ биргән ниғмәттәр (тән ағзалары, тәбиғәт байлыҡтары, ризығы, мал-тыуары, ғаиләһе һ.б.) өсөн шөкөр итеп, Аллаһу Тәғәлә бойорған вазифаларҙы үтәргә бурыслы:

- Аллаһу Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә тел менән әйтеп, ысын күңел менән Уға ширек (кемделер йәки нимәнелер аралаштырыу, ҡатнаштырыу; мәжүсилек, политеизм) кил-термәй ышаныу;

- Аллаһу Тәғәләгә ҡиәфәт, урын, сик, тараф бирмәйенсә, Уның асылы (сущность) тураһында фараз ҡылмайынса, ысын күңелдән ышаныу;

- Аллаһу Тәғәләгә ҡарата булған мөхәббәтте бөтә нәмәнән дә өҫтөн ҡуйыу, йәғни Аллаһу Тәғәләгә ышаныу, Аллаһу Тәғәләне һөйөү һәм Аллаһу Тәғәләнән ҡурҡыу;

 - Аллаһу Тәғәләгә итәғәт итеү, йәғни Уның бойорған ғибәҙәттәрен (намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, Ҡөрьән уҡыу һ.б.) үтәү;

- Аллаһу Тәғәләнән ҡурҡып илау;

- Аллаһу Тәғәлә биргән ниғмәттәргә (иман, һаулыҡ, ғаилә, мал-мөлкәт, эш, уҡыу һ.б.) шөкөр итеү, риза булыу;

- Аллаһу Тәғәлә тыймаған хәләл, изге эштәрҙә ихлас булыу:

- Аллаһу Тәғәлә тыйған харам, гонаһ эштәрҙән тыйылыу;

- Аллаһу Тәғәләне Уның 99 күркәм исемдәре менән һәр ваҡыт зекер итеү;

- Аллаһу Тәғәләгә һәр эштә тәүәккәллек ҡылыу;

- Аллаһу Тәғәләнең рәхмәтенән, мәрхәмәтенән өмөт өҙмәү;

- Аллаһу Тәғәләгә тәүбә-истиғфар итеү;

- Аллаһу Тәғәләгә һәр көн үҙебеҙҙе, ата-әсәләребеҙҙе, бала-ларыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы, хаҡ мосолмандарҙы Йәннәткә индереүҙе, ҡәбер һәм Йәһәннәм ғазаптарынан һаҡлауҙы һорап доға ҡылыу;

- Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылғанда хушүғ (буйһоноусан, түбәнселекле ҡиәфәт) һәм ихсан (Аллаһты күреп торған кеүек ғибәҙәт ҡылыу. Әлбиттә, беҙ Уны күрмәйбеҙ, ләкин Ул беҙҙе күрә) хәлендә булыу.

Атап үтелгән вазифаларға ҡарата дәлилдәрҙе Ҡөрьәндең “Әл-Бәҡара”, “Әлү Ғимран”, “Ән-Ниса”, “Әл-Мәида”, “Әл-Әнғәм”, “Әл-Әғрәф”, “Әл-Әнфәл”, “Әт-Тәүбә”, “Юнус”, “Йософ”, “Рағд”, “Хижр”, “Нәхл”, “Әл-Исра”, “Зүмәр”, “Әш-Шура”, “Мөхәммәд”, “Хүджүрат”, “Әл-Хәшр”, “Талаҡ”, “Әл-Ихлас” сүрәләрендә, шулай уҡ Бохари, Мөслим, Тирмиҙи, ибне Мәджә, Әхмәт, Бәйһәҡи, Әбү Дауыт, Нәсәи, Хәким, Һәйҫәми, Табәрани, ибне Тәймиййә аша тапшырылған хәҙистәрҙә табырға була.

 

Әминә Ноғоманова-Ғәзизова,  Сибай ҡалаһы

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Даниялдың үлеме тураһында

Ғүмәр ибне Хаттаб хәлифлек иткән осорҙа Әбү Муса әл-Әшғәриҙең ғәскәре Сус ҡалаһын ала. Батша һарайының бикле торған бер бүлмәһен асҡас, улар унда таш саркофагты (табутты) һәм уның эсендә алтын еп менән нағышланған кәфенгә төрөлгән ғәләмәт оҙон кәүҙәле мәйет ятҡанын күрәләр....