Пәйғәмбәрлектең тәүге билдәләре тураһында

Пәйғәмбәрлектең тәүге билдәләре тураһында

Артабан Хәдижә Мөхәммәд ﷺ Менән Бергә Үҙенең Вараҡа Исемле Ике Туған Ағаһына Юллана. Ул Һуҡыр, Ғәрәптәр Араһында Христиан Динен Ҡабул Иткән Һәм Инжилды (библияны) Яҡшы Белгән Оло Йәштәге Аҡһаҡал Була.

Хәдижә ағаһына: «Туғаныңды тыңла әле», − ти. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ нимә күргән, барыһын да һөйләп бирә. Вараҡа: «Был Намус (Ябраил), Мусаға ла ул килгән, – ти. – Эх, әгәр ҙә йәш булһам, халҡың һине ҡыуған саҡта, һиңә ярҙам итер өсөн мин бар көсөмдө һалыр инем», – ти. «Ә ниңә, улар мине ҡыуасаҡмы ни?» − тип һорай Пәйғәмбәр ﷺ. «Эйе», − тип яуап бирә Вараҡа.

Һуңынан Хәдижә Рәсүлебеҙгә ﷺ: «Ябраил һинең янға килгәс, миңә белгертә алырһыңмы?» − ти. Ул: «Эйе» − тип яуап бирә.

Ябраил күренгәс тә, Мөхәммәд ﷺ ҡатынына әйтә. Хәдижә уға: «Минең һул янбашҡа ултыр», − ти. Ул ултыра. «Һин уны күрәһеңме?» − тип һорай. «Эйе», − ти Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. «Минең итәккә ултыр», − ти. Ул ултыра. «Уны күрәһеңме?» − тип һорай Хәдижә. «Эйе» − ти. Шунан Хәдижә башынан яулығын сисә. «Һин уны күрәһеңме? » − тип һорай. Ул: «Юҡ», − ти. Шунан Хәдижә әйтә: «Сабыр бул һәм ҡыуан! Аллаһ менән ант итәм! Ул ысынлап та фәрештә, шайтан түгел».

Был хәлдән һуң Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәргә әҙер була. Көнө-төнө һындарға ғибәҙәт ҡылыуҙан баш тартырға саҡыра. Ул үҙенең бар көсөн, дәртен, тырышлығын кешеләрҙе Ожмахҡа илтеүсе хаҡ юлға күндереүгә бағышлай.

Пәйғәмбәребеҙҙең әхлағы һәм унда тәкәбберлектең булмауы

Ҡайһы саҡта Рәсүлебеҙ ﷺ өҫтөнә бәрхәт ябылған ишәктә һыбай йөрөгән, һәм, үҙененең юғары дәрәжәһенә ҡарамай, артына кеше ултыртҡан. Ул аяҡ кейемен йүнәткән, өҫ кейемен ямаған, өйҙәгеләргә хужалыҡ эштәрендә булышҡан, улар менән бергә ит тураған.

Пәйғәмбәрбеҙ ﷺ кешеләр араһында иң оялсаны булған, берәүҙең дә йөҙөнә ҡарамаған. Уны ҡол саҡырһа ла, ирекле кеше саҡырһа ла, саҡырыуҙы ҡабул итеп, барған. Уға бүләккә хатта бер йотом һөт йәки ҡуян бото бирһәләр ҙә алған һәм улар менән бергә ашаған.

Рәсүлебеҙҙең ﷺ хеҙмәтселәре булған, ул уларҙан ашаған аҙығы менән дә, кейгән кейеме менән дә айырылмаған. Фәҡирҙе фәҡирлеге өсөн кәмһетмәгән, байҙы байлығы өсөн күтәрмәгән. Ул бер ҡасан да ҡатынын да, хеҙмәтсеһен дә ҡәһәрләмәгән. Тыйылғанды (хәрәм эш) күрһә, өндәшмәй ҡалмаған.

Бер ваҡыт, һуғыш барған мәлдә: «Йә, Рәсүлуллаһ ﷺ, һин уларҙы ҡарғаһаң ине!» − тигәндәр. «Ысынында, мин рәхмәт өсөн ебәрелгәнмен, ә ҡарғаусы булараҡ түгел», − тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.

Ул кем менән осрашһа ла, бөтәһенә лә беренсе булып һаулыҡ биргән. Ул Аллаһу Тәғәләне иҫкә алмайынса баҫмаған да, ултырмаған да. Әгәр ул намаҙҙа саҡта янына берәйһе килһә, ул намаҙын тиҙләтеберәк уҡыған һәм кешегә боролоп: «Берәй йомошоң бармы?» − тип һораған. Уның менән эште тамамлап, бушағас, сәхәбәләрҙән берәйһе йәки икенсе бер кеше саҡырып, өндәшһә, ул һәр саҡ: «Ләббәйкә» (Бына мин һинең алдыңда, һиңә ярҙам итергә әҙермен), - тип әйтер булған.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл Хәбиб» китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә тауы

Халҡым борондан тәбиғәтте һаҡлаған. Тау, һыу, ағас, йәнлек, ҡош-ҡортһоҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. Изгеләштергән дә. Ислам дине инә башлағас та, был ғәҙәт дауам итеп, ата-бабаларыбыҙҙың ҡайһы бер йолалары әле лә йәшәп килә. Мәҫәлән, тау культы. Ҙурмы, бәләкәйме, иң мөһиме, ғәҙәттә,...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим...