Әҙәптәр

Әҙәптәр

Әҙәптәр
  1. Бәләкәй балаларҙы уҡытҡан мөғәллимдәрҙең әҙәбе

- Башта тышҡы ҡиәфәтте тәртипкә килтерергә кәрәк, сөнки балаларҙың төп иғтибары шунда йүнәлтелә. Уҡытыусы нимәне матур тип һанай, балалар ҙа шул уҡ фекерҙе ҡабул итә. Нимәне уҡытыусы насар тип күрә, балалар ҙа шул уҡ фекергә эйәрә.

- Балалар алдына ултырғас, тынырға, тик кәрәк саҡта ғына өндәшергә

- Етди ҡиәфәттә булырға

- Мөһим тәрбиәүи процестарҙы етди йөҙ һәм ихтирамлы мөнәсәбәт менән башҡарырыға

- Уҡыусыларға һуғырға, сәбәпһеҙ балаларға яза бирергә ярамай.

- Буш һөйләшеүҙәр алып бармаҫҡа, сөнки уҡыусы аҙаҡтан ихтирамһыҙлығын күрһәтәсәк.

- Уҡыусыларға үҙ-ара һөйләшергә рөхсәт итмәҫкә

- Уҡыусылар алдында бер кем менән дә шаярып һөйләшмәҫкә

- Бүләктәр ҡабул итмәҫкә

- Уҡыусылар араһында ыҙғыш барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймаҫҡа

- Ғәйбәттең, яла яғыуҙың насар һыҙаттар булыуы тураһында һөйләргә

- Таҙарыныу ысулдарын аңлатырға (бәҙрәфкә нисек инергә, тәнде нисек йыуырға), тәһәрәт алырға һәм намаҙҙы нисек итеп дөрөҫ үтәргә өйрәтергә.

 

  1. Вәғәз һөйләүсенең әҙәптәре

- Үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуймаҫҡа

- Аллаһтан оялырға

- Бар мохтажлыҡ менән фәҡәт Аллаһҡа мөрәжәғәт итергә

- Һөйләгән вәғәзеңдән тыңлаусыларҙың файҙа алыуын теләргә

- Үҙеңдең кәмселектәреңде белеп, кеше алдында тыйнаҡ булырға (үҙеңде өҫтөн ҡуймаҫҡа, лайыҡһыҙ тип иҫәпләргә)

- Тыңлаусыларға ҡарата матур мөнәсәбәттә булырға

- Һине тыңлаған кешеләрҙе юғары кимәлдәге дини мосолмандар тип һанарға

- Ғәйбәттән һаҡланыр өсөн, тыңлаусыларҙан бүләк өмөт итмәҫкә

- Тәрбиәүи темаларға йомшаҡ күңел, һөйкөмлө йөҙ менән һөйләргә

- Яңы тыңлаусыларға иғтибар бүлергә

- Һөйләгәнеңде үҙеңә лә даими үтәргә, сөнки тыңлаусылар ишеткән һүҙҙәрҙән генә түгел, ә үтәгән ғәмәлдәреңдән дә файҙа алалар.

 

  1. Вәғәз тыңлағанда әҙәп ҡәғиҙәләре

- Иғтибарлы булыу

- Башты түбән эйеп тыңлау

- Таҙа күңел менән ултырыу

- Яҡшы фекерҙә булыу

- Һөйләгәндең барыһы ла дөрөҫ һәм ышаныслы мәғлүмәт икәненә ышаныу

- Өндәшмәү

- Артыҡ хәрәкәтләнмәҫкә (уңға һәм һулға боролмаҫҡа)

- Иғтибар менән вәғәзде тыңларға

- Вәғәз һөйләүсене кеше алдында ғәйепләмәҫкә, сөнки ул саҡта кешеләрҙә уға ҡарата насар фекер тыуыуы мөмкин.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

 

 

 

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...


Бер йәй – мең хәтирә

Быйылғы йәй «Бәхет» Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү мәктәбе өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки июль айында 12-15 йәшлек ҡыҙҙар өсөн беренсе тапҡыр йәйге клуб ойошторолдо. Көндөҙгө ял форматы буйынса үткән был клубта үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнде. Ул дини белем алыуға,...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...