Идрис ғәләйһис сәләм ҡиссаһы
Шис пәйғәмбәр әхирәткә күскәндән һуң, уның юлын улы Ануш дауам итә. Ул, атаһының васыятын үтәп, халыҡ менән ғәҙел идара итә. Ул вафат булғас, урынында Кайнан исемле улы ҡала, ул да, үлер ваҡыты еткәс, мираҫын улы Махлаилға (Малелеила) тапшыра, мисәт һәм пәйғәмбәрҙәрҙең рәсемдәре һаҡланған тәбүтте бирә. Уныһы үҙенең урынында Йәрдә исемле улын ҡалдыра. Артабан нәҫел буйынса Әҙәм маңлайындағы Мөхәммәдтең ﷺ нуры Йәрдәнең улы Идрискә күсә.
Аллаһ Идристе һындарға табыныусы Ҡабил халҡына ебәрә: уларҙы иманға әйҙәргә, бер Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға саҡырырырға ҡуша.
Идрис күп изгелек ҡыла, яуызлыҡҡа юл ҡуймай, ғәҙел кеше була, күп ваҡытын ғибәҙәттә уҙғара. Уның Аллаһҡа итәғәт ҡылыуына хатта фәрештәләр таң ҡала. Уға утыҙ изге төргәк (яҙма) төшөрөлә. Ул − Ҡөрьәндә телгә алынған пәйғәмбәрҙәрҙең береһе.
Бер ваҡыт Аллаһ рөхсәте менән уның янына үлем фәрештәһе килә. Таныш булмаған затты күреп, Идрис: “Һин кем?” − тип һорай. Фәрештә: “Мин Ғазраил, үлем фәрештәһе, Аллаһ рөхсәте менән һине күрергә килдем”, − ти. “Әгәр һин Ғазраил икән, минең йәнемде тиҙерәк ал”, − ти Идрис. Ғаззраил быға Аллаһтан рөхсәт юҡлығын аңлата. Шул саҡ Аллаһ, Үҙенең рөхсәтен белдереп, үәхи ебәрә. Ғазраил шунда уҡ Идристең йәнен ала. Пәйғәмбәр үлем асыһын татығандан һуң, Аллаһу Тәғәлә йәнгә яңынан үҙенең тәненә ҡайтырға ҡуша, һәм Идрис яңынан терелә. Әммә ул тамуҡ ғазаптарын күрергә теләй һәм Ғазраилға үҙенең теләген әйтә. Аллаһтың рөхсәте менән Ғазраил уны Тамуҡ һаҡсыһы − Мәлик исемле фәрештә янына алып бара. Мәлик, Аллаһ рөхсәте менән Идристе Тамуҡ тупһаһына килтерә. Тамуҡ ғазаптарын үҙ күҙҙәре менән күреп, пәйғәмбәр аңын юя. Ғазраил килеп, уны күтәреп ала һәм өйөнә ҡайтарып ҡуя. Тамуҡта күргәндәренән тетрәнгән Идрис ашауҙан һәм йоҡонан яҙа һәм үҙен тулыһынса Аллаһҡа хеҙмәт итеүгә бағышлай.
Үлем яҡынлаша башлағас, Идрис халыҡ менән идара итеүҙе улы Мүтәүшәләхҡа тапшыра һәм ғүмеренең ахырынаса Аллаһҡа камил ғибәҙәт ҡылырға ҡуша, шулай уҡ уға изге төргәктәр менән тәбүтте ҡалдыра. Шунан һуң, үҙенең михрабына1 инеп, Аллаһтан, Ожмахты күрергә рөхсәт биреүен һорап, ялбара башлай. Аллаһ Ожмах фәрештәһе Ризуанға Идристе Йәннәткә үткәрергә ҡуша. Аллаһ ихтыярына буйһоноп, Ризуан. Туба тигән Ожмах ағасының бер ботағын ергә төшөрә һәм Идрис , ошо ботаҡҡа йәбешеп, күккә күтәрелә. Шунан Ризуан уны Ожмахҡа алып килә. Һәм пәйғәмбәр унда Йәннәттең барса ниғмәттәрен күрә. Ожмахта рәхәтләнеп ял иткәндән һуң, Ризуан уға китергә ваҡыт еткәнлеген әйтә. Идрис Аллаһтың “Һәр кем үлем асыһын кисерәсәк”, тигән һүҙҙәрен шаһитлыҡҡа килтереп, мин үлем асыһын кисерҙем инде, ти һәм Ожмахтан сығыуҙан баш тарта. Артабан ул Аллаһтың: “Һәр кем Тамуҡты күрәсәк”, тигән аятын килтереп, үҙенең Тамуҡты күреүен әйтә. Шунан (аяттың мәғәнәһе): “Ожмахҡа ингәндән һуң, унан сығармайҙар, сөнки унда мәңгегә ҡалалар”, тигән аятты уҡып, үҙенең һүҙенән сыҡмай. Шунда Аллаһу Тәғәлә Идристең хаҡ икәнен әйтә һәм уға мәңгегә Ожмахта ҡалырға рөхсәт бирә.
Күктәргә күтәрелгәндә, Идрискә өс йөҙ алтмыш биш йәш була. Әле лә ул беҙҙең һымаҡ тере, күктең дүртенсе ҡатында Аллаһҡа итәғәт ҡыла.
Ул − астрономия һәм арифметика фәндәренә нигеҙ һалыусы. Ул шулай уҡ кешеләрҙе кейем тегергә һәм ҡәләм менән яҙырға өйрәтә. Кешеләр Идрис теккән кейемдән һәр саҡ ҡәнәғәт ҡалған һәм уға бының өсөн хаҡ түләгән. Пәйғәмбәр шул хеҙмәте өсөн алынған хәләл аҙыҡты ғына ашаған.
Нух (Ной) пәйғәмбәр тураһында ҡисса
Идристең Ламак (Ламех) исемле ейәне була. Ул үҙенең улына Ғабдел-Ғаффар тип исем ҡуша. Әммә ул Нух (илаусы, илаҡ) исеме менән билдәле булып китә, сөнки күп илай һәм Аллаһҡа күп ғибәҙәт ҡыла.
Бер ваҡыт ул дүрт күҙле этте күрә һәм: “Ҡайһылай йәмһеҙ эт!” − тип уйлай. Шул саҡ, Аллаһ ҡушыуы буйынса, эт телгә килә һәм әйтә: “Эй Ғәбдел-Ғаффар, һин кемде ғәйепләйһең? Әгәр минең һайлап алыу хоҡуғым булһа, мин, ғөмүмән, эт булып тыумаҫ инем. Әгәр мине яратҡан (бар ҡылған) Раббыны ғәйепләйһең икән, Ул бөтә етешһеҙлектәрҙән дә саф түгелме ни?” Эт алдында бик ныҡ оялып, үҙ уйҙары өсөн ҡайғырып һәм Аллаһтан ҡурҡып, Нух илай башлай. Уның күҙ йәштәре көнөн дә, төнөн дә туҡтамай аға. Уның бөтә тормошо тәүбә ҡылыуҙа үтә.
Пәйғәмбәрҙәр гонаһ ҡылмай, Аллаһ уларҙы гонаһтан һаҡлай. Ләкин улар бәләкәй генә яңылышлыҡтары өсөн дә, ҙур гонаһ эшләгәндәй, ғүмер буйы илай-илай тәүбә ҡыла. Шуға күрә пәйғәмбәрҙәр хаҡында насар уйлауҙан йыраҡ тороғоҙ, һаҡ булығыҙ.
Биш йөҙөнсө йәшкә киткәндә, Нух янына Ябраил килә һәм, Аллаһ ҡушыуы буйынса, Нухты үҙенең халҡы араһынан аҙашыусыларға һәм аҙашҡан Ҡабилдең тоҡомона илсе итеп ебәрә − уларҙы бер Аллаһҡа табынырға (тәүхидкә) саҡырыр өсөн. Ябраил уны халыҡ араһында иң тиҫкәре дәһри (атеист, Аллаһыҙ) булараҡ даны сыҡҡан Дәрмәшил исемле батша менән осрашыуға әҙерләй. “Бәдәғи әҙ-ҙухүр” китабында яҙылғанса, Дәрмәшил беренсе шарап яһаусы һәм эсеүсе, ҡомарлы уйындар уйнаусы, алтын менән сигелгән кейем кейеүсе тәүге кеше була.
Уның, Аллаһты онотоп, һындарға табыныусы халҡы боҙоҡлоҡ эсендә йәшәгән. Уларҙың боҙоҡ ғәмәлдәренән ер ыңғырашҡан. Улар никахлашыуҙы һанламай, хайуан һымаҡ йәшәгән. Улар үҙҙәре табынған иҫәпһеҙ һынташтарын алтын-көмөш менән биҙәлгән тәхеттәргә ҡаҙап ултыртҡан һәм уларға һаҡсылар ҡуйған. Айырым бер көндө йәмәғәт менән йыйылып, байрам ойошторған. Һындарға ҡорбан килтереп, мәжлес үткәреү, күңел асыуҙар йолаға әйләнгән.
Ошондай байрам көндәренең береһендә Нух бейек ҡалҡыулыҡҡа баҫып, Аллаһтан Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең ﷺ нуры хаҡына ярҙам һорай. Шунан, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, үҙенең Аллаһ илсеһе икәнлеген әйтә һәм бар донъяны, барса мәхлүкте яратҡан бер Раббынан башҡа һис нигә табынырға ярамағанлығын әйтә. Уның тауышы мәғриптән (көнбайыштан) мәшриҡҡәсә (көнсығышҡаса) ишетелгән, һәм мәжлестәге бар кеше хәле бөтөп йығылған. Боттар (һындар) тәхеттәрҙән ауып төшкән, кешеләрҙе ҡурҡыу алған. Ләкин ошо халыҡ төркөмөнән бер генә бәхетле кеше − Имрат исемле ҡатын ғына хаҡ иманды ҡабул иткән. Аллаһу Тәғәләнең тәҡдире булғанлыҡтан, Нух был ҡатынға өйләнә, Имрат уға алты бала − өс ул һәм өс ҡыҙ − таба. Улдарына − Сам, Хам һәм Йәфис, ҡыҙҙарына Бухайуират, Сәрат һәм Хасуат тип исем бирәләр. Ул шулай уҡ ислам ҡабул иткән Әжүид ҡыҙы Вәлғәбкә өйләнә, ул уға тағы ике ул: Бәлүс менән Кәнғәнде таба. Әммә аҙаҡ Вәлғәб хаҡ юлдан тайпыла. Уның йөрәге бер Аллаһҡа иман килтереүҙән тәм тапмай, һәм ул яңынан боттарға табына башлай.
Ислам ҡабул итеүсе ир һәм ҡатындарҙың һаны етмешкә етә. Нух өс йөҙ йылға яҡын Дәрмәшил һәм уның халҡын бер Аллаһҡа инанырға саҡыра. Иманһыҙ Дәрмәшил үлеп киткәс, уның улы батша булып ҡала, ул атаһынан да нығыраҡ мәлғүн була. Артабан батшалыҡ уның улы Тәғрадүскә күсә. Ул иһә ырыуында иң ныҡ аҙашыусыларҙан була.
Нух биш йөҙ йылдан ашыу халыҡты бер Аллаһҡа табынырға саҡыра, әммә Ҡабил тоҡомонан булған был ырыуҙа Ислам ҡабул итергә теләүселәр табылмай. Хаҡ иманға әйҙәгәне өсөн Нухҡа күп ғазаптар кисерергә тура килә. Ҡайһы саҡта уны шул тиклем туҡмайҙар, хатта, үлгән тип, сүп өйөмөнә ташлап китәләр. Шуға ҡарамаҫтан, ул халыҡты тәүхидкә саҡырыуҙан туҡтамай, күпме ғазап, ҡыйынлыҡтар күрһә лә, бер ҡасан да уларға насар доға ҡылмай, Аллаһтан улар өсөн гел яҡшылыҡ һорай. Шундай ҙур көскә − оло сабырлыҡ-түҙемлеккә эйә булған өсөн ул “үлүл-ғаҙыйм” (бөйөк пәйғәмбәрҙәр) исемлегенә индерелә.
Аллаһу Тәғәлә Нухҡа башҡаса уның халҡы һәм ырыуынан берәү ҙә иман килтермәйәсәген әйткәс, пәйғәмбәр өмөтөн өҙә һәм Аллаһтан ер йөҙөндә был иманһыҙ халыҡтан берәүҙе лә ҡалдырмауын һорай, юғиһә улар Аллаһтың башҡа ҡолдарын юлдан яҙҙырасаҡ, ти. Шулай итеп, Нух Ҡабил тоҡомона насар доға ҡыла (уларға яза биреүен һорай). Уның ошо доғаһынан күктәр ҡалтырай. Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә уның доғаһын шунда уҡ ҡабул итә һәм Куф ерендә ағастар ултыртырға ҡуша.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)
−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−−
1 Михраб − Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу өсөн эшләнгән урын −стеналағы уйым