“Сәләхтәр күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡурсалап йәшәй...”

“Сәләхтәр күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡурсалап йәшәй...”

“Сәләхтәр күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡурсалап йәшәй...”

Йылайыр районының зифа ҡайындарына, мәғрүр ҡарағайҙарына һыйынып ҡына урынлашҡан Сәләх ауылына 1927 йылда Сәләх Мортаев исемле уҙаман тарафынан нигеҙ һалынған. Башҡорт ерҙәрен һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән Түбәнге Ҡайраҡлы ауылынан мәж килеп ҡайнап йөрөгән йәштәр күсеп сыға. Иң беренсе булып Сәләхтең йорто ҡалҡып сыға. Ауылға уның исемен бирергә ҡарар итәләр. Уның өйө әле лә бар. Төп урамға Мортаев исеме бирелгән.

Әлеге көндә йүнсел, сәмсел, егәрле Үҫәргән ырыуы башҡорттары көн итә был ерҙә. Районда иң төҙөк ауылдарҙың береһе: урамдарыбыҙ бөхтә, йорттары семәрле, зауыҡлы. Ауылыбыҙ бәләкәй генә тип һаналһа ла, илебеҙгә дүрт авиатор үҫтереп биргән. Айрат, Рәшит, Йомағужа Рәмовтар һәм Фәиз Фәйзуллин. Уларҙың яҡты иҫтәлегенә Фәиз Фәйзуллин тырышлығы менән ауылыбыҙҙа сафтан сыҡҡан МИГ-19 самолеты урын алған.

42 хужалыҡта 170-кә яҡын кеше донъя көтә, 18 йәшкә тиклем 41 бала. Ауылда йәмғеһе 29 трактор, 27 еңел машина иҫәпләнә. 10 ғаилә күмәк балалы, 3 патронат ғаилә. Ауылда 4-8 бала тәрбиәләгән ғаиләләр бихисап. Шулай уҡ нигеҙ һаҡлап, ата-әсәһе менән бергә көн иткән улдар-килендәр ҙә күп. Был үҙенә күрә башҡортомдоң матур йолаһы.

Күрә белһәң, ололар – ул тотош хазина. Ҡомалаҡ әсеткеһе менән икмәк бешереү, талҡан, буҙа эшләү, ҡыҙыл эремсек яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәләр, онотолған уйындар, таҡмаҡтар, йырҙар менән бүлешәләр, тимерселек, тире эшкәртеү кеүек кәсептәргә өйрәтәләр.

Ғөмүмән, сәләхтәр күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ҡурсалап йәшәй. Иң үҙенсәлекле ғәҙәттәрҙең береһе ул көн һайын, иртә менән тороп, өй эргәһендәге асфальтты һепереү. 2009 йылда түшәлгәндән алып бөгөнгәсә ауыл халҡы, малдарын көтөүгә, ҡош-ҡортон һыу буйына оҙатҡандан һуң, сығып, урамын таҙарта.

Көтөү беҙҙең ауылда сират менән көтөлә. Тәүге көн кем башлап ауыл көтөүенә сыға, бөтә халыҡ ул кешегә йомортҡа бирә. Һыйыр башына бер йомортҡа, һарыҡтың алтауһына берәү була. Сығып, изге теләктәребеҙҙе әйтеп, малдың имен-аман йәйләп, ҡураға теүәл инеүен юрап, көтөүсене оҙатып тороп ҡалабыҙ.

Ауылым халҡы күпләп мал-тыуар аҫырай, яңғыҙ ғына йәшәгән инәйҙәрҙең дә һарыҡтары егерменән кәм түгел, ҡош-ҡорттоң иҫәбе-һаны юҡ, ике йөҙ башҡа яҡын йылҡы малы, өс ағас бысыу хужалығы эшләп килә, умартасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгәндәр ҙә етерлек. Халыҡ берҙәм, татыу, эшлекле. Бер генә емерек йорт юҡ.

Береһенән-береһе уҙҙырып донъя төҙәтә. Ошо төҙөклөк, ошо ойошҡанлыҡ беҙгә “Айыҡ ауыл” хәрәкәтенә ҡушылыуға булышлыҡ итте лә инде. Былтыр ҙа көсөбөҙҙө һанап ҡараныҡ, әммә финалға үтә алманыҡ. Эшебеҙҙе, үҙебеҙҙе тейешле кимәлдә күрһәтә алмағанбыҙҙыр, тигән фекер төйнәлде.

Сөнки ауылда көслө интернет-бәйләнеш юҡ. Үткән йәй үк һәр кемебеҙ интернетты көсәйтеү ҡоролмаларын яҙҙырып алып, ҡыйыҡ баштарына беркетеп сыҡтыҡ. Яңы көс, яңы ынтылыш, яңы дәрт менән тағы ла үҙебеҙҙе һынап ҡарарға булдыҡ.

Сәләх шашып эскәндәр иҫәбендә түгел. Былтыр ауыл халҡы үҙ көсө менән “Фазылйән” мәсете төҙөп ултыртты. Ҡорбан ғәйете, ифтар аштары әүҙем үтә, тағы унда балалар өсөн ғәрәп теле дәрестәре уҡытыла. Быйыл яңы модулле ФАП асылды. Балалар майҙансығы эшләй. Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр бар.

Насар тормоштан арынып, беҙҙең сафҡа баҫыусылар булыуы йәнә илһамландыра. Тормош ауырлыҡтарына дусар булғандар менән дә эш йәнләндерелде. Яңыраҡ ҡына ойоштороу ағзалары, район етәкселеге, ҡоролтай ярҙамы менән яңғыҙ ҡалған алты балалы ҡатындың өс балаһын Ишембай районына ял йортона ебәреүгә өлгәштек.

Үҙебеҙ алып барып ҡуйҙыҡ, ялдан һуң алып ҡайттыҡ. Ул ҡатынға беҙ һәр яҡлап терәк, таяныс булырға тырышып торабыҙ. Айыҡ тормошто һайлаған ағайыбыҙ ҙа бар арала. Ҡулы оҫта, матур йырлай, бөхтә, егәрле. Яландай ҙур йорто. Янына килеп кенә йәшәрлек еңгәй эҙләп янабыҙ. Конкурс сиктәрендә бик күп спорт ярыштары, мәҙәни саралар, йолалар үткәрелеп килә. Шуларҙың иң-иңе − айыҡ туй үтте ауылда.

Барлыҡ йолалар атҡарылды:

Килен төшөрөү, еңгәйҙең билен сисеү, һыу юлы күрһәтеү, һандыҡ һатыу, килен һөйөү, еңгәй бүләге, килен яулығы өләшеү, килен сәйе эсеү. Ауылда кемдер өйләнә, йә кейәүгә сыға, тигәнде ишетһәк, бөтә ауыл менән туй үтәсәк ғаиләгә яулыҡ, таҫтамал кеүек әйберҙәр алып барып бирәбеҙ. Иш янына-ҡуш итеп, шулай ярҙам итергә тырышабыҙ. Бер туйлыҡ бүләк йыйылып китә. Кейәү, килен бүләгенә таратыуға бик ярап ҡала.

Йылайыр ауылында йәшәүсе фермер Баканов Анатолий Геннадьевич ағас ултыртыу эшен дә тик беҙҙең ауылдаштарға ғына ышанып тапшыра. Сифатлы, матур итеп, тиҙ эшләйҙәр, тип хөрмәт итә. Шулай уҡ уның меңдән ашыу һарыҡтарының йөнөн яҙлы-көҙлө тик Сәләх ҡатын-ҡыҙҙары ғына барып ҡырҡып бирә. Хеҙмәтенә күрә-хөрмәте, тигән кеүек эш хаҡын да йәлләмәй түләй. Беҙҙең йыйған бәшмәк, еләктәрҙе лә күмәртәләп килеп алып китә.

Ауыл ҡатындары, йөҙәр банка бәшмәк тоҙлап, йөҙ меңдән ашыу килем алған осраҡтары ла булды. “Ауылда эш юҡ”, − тигән кешеләргә ошо яуап булһын ине. Ауылда эш күп һәм ул бөтмәй. Сәләхтә “Урал батыр” ойошмаһы ла әүҙем эшләп килә. Ауыл балалары йыйылып ололарға ярҙам итәләр, бөтә сараларҙа ла ҡатнашалар, концерттар ҡуялар, өмәләргә сығалар, конкурс-ярыштарҙа призлы урындар алып ҡыуандыралар.

Ҡыш булһа, янғыҙ йәшәгәндәрҙең, йә инвалид булғандарҙың ҡапҡа алдарын көрәп китәләр, һыу индереп бирәләр. Әйткәнде, өйрәткәнде көтөп тормайҙар. Үҙҙәре аҡса эшләргә ынтылалар. Еләген дә йыялар, тимерен дә эҙләп табып тапшыралар. Ошо балалар менән “Лидерлыҡ мәктәбе” лә булдырҙыҡ. Лидер булып үҫһендәр, ситкә киткәс, юғалып ҡалмаһындар.

Беҙҙең ауыл уҡыусылары элек-электән гел алдынғы булыуҙары менән айырылып торҙо. Әле бына район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы Айытҡолова, башҡорт гимназияһы директоры Айҙар Баязит улы Байсурин, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марс Салауат улы Солтанов, район ҡаҙна етәксеһе Мәҙинә Әбделхәй ҡыҙы Рәмова, район мәҙәниәт йорто директоры Миңзифа Ҡорманғәле ҡыҙы Кинйәбулатова, бәлиғ булмаған балалар менән эшләү инспекторы Илгизә Баймырҙа ҡыҙы Ғилмитдинова – сәләхтәр.

Балалар бала саҡтан маҡсатлы булып үҫергә тейеш. Лидерлыҡ мәктәбендәге балалар менән өс йыл рәттән ҡыҫҡа метражлы, әммә тәрән мәғәнәле, тәрбиәүи фильмдар төшөрөргә өлгәштек. Быйылғы йыл “Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ” йылы тип исемләнде. Шул уңайҙан, ошо конкурс сиктәрендә беҙ, Күгәрсен районы Сәлих ауылына әйтеш иғлан итеп, ошо жанр төрөн тергеҙҙек.

Ауылыбыҙҙан сыҡҡан тел оҫтаһы, журналист, күп йырҙар авторы Мотал Рәмов был өлкәлә беҙгә ныҡлы ярҙам күрһәтте. Әйтеш бер ай дауам итте. Күркәм байрамдарыбыҙҙың береһе “Ил яҙмышы − ирҙәр ҡулында” тип аталды. Исеменән күренеүенсә, бында тәү сиратта ауылыбыҙҙың терәге, тағаны булған ир-аттың баһаһын күрһәтеү һәм күтәреү маҡсат итеп алынды.

Ир-егеттәрҙең барлыҡ кәсептәрен, һөнәрҙәрен күрһәтеп, тарихты тергеҙеп, йәш быуынға тапшырыу ниәттәрҙең береһе ине. Сара уйланылғандан да юғары кимәлдә үтеүе менән бик ҡыуандырҙы. Гүзәл Башҡортостанымдың бәләкәй генә бер ауылында бал ҡортолай егәрле, көслө һәм күсле башҡортом йәшәүе үҙе бер ғорурлыҡ. Халыҡ бында үткәненә һаҡсыл ҡарай, бөгөнгөһөн ҡәҙерләй һәм хәстәрләй, киләсәгенә яҡты юл яра, атаһы таңға ышаныс бағлай

Бергә һәм берҙәм булайыҡ, айыҡ йәшәйек, милләттәштәр!

ЗӨЛФИРӘ ТАҺИРОВА

Йылайыр районы Сәләх ауылы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Сабир хәҙрәт

2005 йылдың яҙ башы. Башҡортостан телевидениеһынан Ғафури районы Сәйетбаба ауылында төшөрөләсәк «Ҡуласа» тапшырыуы тураһында хәбәр килгәс, тыуған ауылыма юлландым. «Ҡуласа» тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы Әлфиә Сәлимйән ҡыҙы Батталова тапшырыуҙың темаһын һәм маҡсатын...


Шайтан яҙмалары

  Һинең унда ни эшең бар? Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Һа-һа-һа! Мин тәүҙә рәхәтләнеп көлөп алайым әле, шунан һуң һеҙгә бер ҡыҙыҡ һөйләрмен. Һа-һа-һа! Мин бәләкәй балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе генә төп башына ултыртмайым бит ул, өлкән кешеләрҙе лә алйотландырам. Кешеләр, мин һеҙҙең...


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Мандарин бәлеше

  Ҡамыр өсөн: 1 йомортҡа 50 г шәкәр 60 мл көнбағыш майы 100 мл һөт 1 балғалаҡ ванилин 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс 160 г он 4-5 мандарин 1 аш ҡалағы аҡ май 1-2 аш ҡалағы шәкәр   Әҙерләү: Мандариндарҙы, ҡабығынан әрсеп, урталай киҫегеҙ. Бешерәсәк табаға (20 см диаметрында) май...