Ҡартәсәйем

Ҡартәсәйем

Атайымдың әсәһе – ҡартәсәйемдең исеме Ғәфифә. Ул йыуан кәүҙәле, оҙонса аҡ йөҙлө, йәшкелт-зәңгәр күҙле, осло танаулы, ҡыҙғылт иренле. Сығышы менән Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсир ауылынан. Ул башҡорт әкиәттәрен күп белде, пәйғәмбәрҙәребеҙҙең тарихын да беҙгә әкиәткә әйләндереп һөйләгән икән, быны мин үҙем дин юлына баҫҡас аңланым.

 

Бәләкәй генә ике бүлмәле өйҙә ун бер кеше йәшәнек. Ҡартәсәйем урындыҡ мөйөшөнә ултырып намаҙ уҡый. Күҙҙәре насар күреүҙән файҙаланып, беҙ, бәләкәй балалар, намаҙлыҡ аша һикереп уйнайбыҙ, ҡысҡырып һөйләшәбеҙ, көлөшәбеҙ, уға ҡамасауларға тырышабыҙ. Ә ул сабырлыҡ менән намаҙын уҡып бөтөрә, доға ҡыла, шунан ғына беҙҙе орошоп, һуҡранып ала. Мин ҡартәсәйемде йәлләйем, өс һеңлемдән олораҡмын бит инде. Шуғалыр, әсәйем менән ҡартәсәйем араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа:

– Кейен, балам, әйҙә, Сәғилә инәйеңдәргә барып киләйек, – ти ҙә, етәкләшеп сығып китәбеҙ. Мин ҡаршылашмайым, сөнки уның камзул кеҫәһендә һәр ваҡыт матур ҡағыҙлы кәнфит була. Ҡырпаҡ ҡар яуа, ҡартәсәйем эләгеп йығылып ҡуймаһын тип, аяҡтарым менән ҡарҙы һыпырып юл ярып алдан барам. Ул йәшел таяғына таянып, минең арттан килә.

Бер көн ҡартәсәйем:

– Сәғилә инәйең һаран, шулай ҙа ул бөгөн өс йыл баҙында һаҡлаған сейәле майын, үәринйәһен сығарып ултыртыр, – ти. Барып ингәс, Сәғилә инәйҙең ҡырыҫ йөҙөнән уңайһыҙланып, ҡартәсәйем артына йәшенәм. Инәйебеҙҙең йөҙө үҙгәрә, унда быға тиклем күренмәгән йылмайыу барлыҡҡа килә:

– Үт, үт, Ғәфифә апай, әйҙә, әйҙә, хәҙер самауырымды ҡайнатам, – тип урындыҡҡа юл күрһәтә.

Сәғилә инәй сейәле майын, үәринйәләрен сығарып теҙә, мин ҡартәсәйемә ҡарайым. Ул уң ҡулының һуҡ бармағын гел ауыҙ тирәһендә тота, әле ҡаш аҫтынан миңә ҡарап, йылмайып: "Ана, әйттем бит", – тигәндәй ымлай. Шул сығып китеүҙән бер нисә өйҙә булып, һыйланып, доғалар уҡып, ҡартәсәйемдең түшелдереге аҡса менән киңәйеп, кискә табан өйгә ҡайтып инәбеҙ.

– Балам, әсәңә әйтмә, беҙ шул инәйҙә, йә был инәйҙә булғанды, – ти ул ҡайтып килгәндә. Әлбиттә, әйтмәйем, берҙән, әсәйем асыуланыр, икенсенән, тәмлекәстәрҙән ҡалаһы килмәй.

Ҡартәсәйем кешеләрҙең ҡапҡаларына инер алдынан гел доға уҡый. Шул серле доғалар хикмәте менән уны һәр өйҙә хөрмәтләп ҡаршы алалар, сәй эсереп, саҙаҡалар биреп оҙатып ҡалалар.Бөтә ауыл, Ғәфифә апай, тип кенә тора. Уның һәр ваҡыт аҡсаһы булды, апайымдарға кинолыҡ, бөтөп китһә, әсәйемә лә сәй-шәкәрлек тама.

Тама, тием, сөнки шул аҡсаларын туплап, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә оҙайлы сәйәхәткә сығып китә. Таулыҡай, Беренсе Этҡол, Ғүмәр, Ярат, Ғәҙелбай, Буранбай ауылдарын гиҙеп йөрөп, беҙгә яулыҡ, таҫтамал, ойоҡ, еҫле һабындар алып ҡайтып тарата. Ҡартәсәйемдең һөйкөмлө, һүҙгә ипле булыуын, ҡул эштәрен оҫта башҡарыуын, күбегән йомшаҡ юрғандарын, хатта ирҙәр һәм ҡатындар ҙа тыңлаған әкиәттәрен, доға менән кешеләрҙе имләүен һаман да һағынып иҫләүселәр бар. Ауылдарҙа эш буйынса йөрөп, төнгә ҡалып китһәк, әхирәтем менән икебеҙҙе оло яңғыҙ әбейҙәргә урынлаштыралар. Башҡорттоң ғәҙәте буйынса тоҡомдо тикшерәләр. Мин атайым, әсәйем, ҡартәсәйемдең исемдәрен әйтә башлаһам, ерҙән мунсаҡ тапҡан кеүек ҡыуанып, ҡосаҡлап, арҡамдан һөйөп, әсе ҡоротон, бешкән майҙарын сумкама тығып ҡайтара торғандар ине...

Ҡартәсәйем миңә үҙенең серен дә систе:

– Атаң ҡартатаңдан ҡырҡ көнлөк кенә булып ҡалды, ул хас та Сталинға оҡшап, ҡара ҡашлы, ҡара мыйыҡлы, ҡара тулҡын сәсле ине. Ғинуар селләһендә ат менән урманға утынға китеп, буранда аҙашҡан. Ныҡ өшөп, күҙенә ут күренеп, тәне ҡыҙған, сисенгән килеш санаһында ятҡан, буран тымғас, аты алып ҡайтты. Тере ине, тик мандый алманы, һуңғы һүҙе ошо булды: "Баламдың балалары күп булыр, селләлә юлға сығарма, баламды ят кешенән ҡаҡтырма!" Ул үлгәс, миңә күҙ һалыусылар күп булды, атаңа ҡырын ҡарап бер һүҙ әйтһәләр, үҙем күбегән юрғанымды, кейем-һалымды тотам да, икенсе яңғыҙ бабайға инәм дә китәм. Инде донъяһын матурлап, ҡәҙимге йәшәй башлаһаҡ, атаңа ҡул күтәреүен күрһәм, тағы сығып китәбеҙ... Аллаһ рәхмәте менән минең өсөн бабайҙар ҡапҡаһы асыҡ булды – күүүп бабайға сыҡтым – улымды бер ваҡытта ла рәнйетергә бирмәнем, – тип, күҙ йәштәрен һөртөп, түшелдерегендәге Сталин бабайҙың фотоһүрәтен алып, һыйпап, кире тығып ҡуя торғайны. Баҡһаң, үрҙә әйтеп үтелгән ауылдарҙа йә килендәше, йә ҡәйнеше, йә ҡайнағаһы, йә бикәстәре, йәғни шул бабайҙарының туғандары йәшәп, шуларҙа ҡунаҡ булып йөрөгән икән.

Иҫемдә, баланан һуң түше шешеп бер апай килде. Түше ҡып-ҡыҙыл, ҡул тейҙермәй. Ҡартәсәйем күмер һәм бысаҡ алып, доғалар уҡып, күмер менән билдәләр ҡуйып, бысаҡ менән киҫеп ташлаған хәрәкәттәр яһап, дебет шәл менән урап ҡайтарып ебәрҙе. Бер аҙҙан күстәнәстәр тотоп теге апай килеп инде:

– Рәхмәт, Ғәфифә инәй, килеште, – тине ул.

Кемдәрҙер уны сихырсы тип атаны.

– Аллаһ үҙе белә, – тип кенә ҡуя ине ҡартәсәйем. Ул сихырсы түгел ине, намаҙ уҡып, доға ҡылып, ауырыуҙарҙы имләп, гел изге ниәттәр менән йәшәне. Аллаһ ҡөҙрәте менән кешеләрҙе буйһондороусы доғаларҙы белгән һәм ҡулланған ул.

Йәнең Йәннәттә булһын, ҡартәсәйем!

 

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

 

 

2026-06-01 (Зөлхизә, 1447 йыл.) №6.


Мөхәррәм айының фазиләттәре

Мөхәррәм һижри йыл иҫәбенең беренсе айы булып тора. Аллаһу Тәғәләнең хәрәм айҙарының береһе булған мөхәррәм изге һәм бәрәкәтле айҙарҙан һанала.   Ҡөрьән Кәримдә былай тиелгән (мәғәнәһе): «Аллаһ хозурындағы китапта айҙар һаны ун ике, ерҙе һәм күктәрҙе яратҡан көндән бирле, ул ун ике...


Хаж ҡылыусыларҙы исламға саҡырыу

Пәйғәмбәрлек килгәндең ун беренсе йылында, хаж ҡылыу мәле еткәс, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Әбүбәкер менән Ғәлиҙең оҙатыуында, хажиҙар туҡталған урынға бара.   Мина яланында ул үҙ-ара бирелеп һөйләшеп ултырған алты кеше эргәһенә килә. Улар Йәсрибтән килгән Хазрадж ырыуы кешеләре булып сыға. Үҙҙәре...


Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте. Күгәүен бер ағас...


Шәм тотҡан һуҡыр

Ҡараңғы төндә ҡулына шәм, яурыны аша көршәк аҫҡан тома һуҡыр кеше юлдан килә. Уны бер кеше ҡыуып етә лә: – Һин һуҡырға көн ни, төн ни – барыбер бит, һинең күҙҙәреңдә бары тик ҡараңғылыҡ. Һинең шәм тотоп йөрөүеңдән ни фәтүә? – тип һораған. Һуҡыр кеше йылмайған да сабыр ғына...


Бай васыяты

Байлыҡта, етеш тормошта йәшәгән ҡарт кеше үлем түшәгендә ята. Уңышлы үткән ғүмеренең серен сисер өсөн улын саҡырған: «Минең үлемем яҡын. Тормошомда һәр саҡ, ниндәй генә ваҡиға булмаһын, миңә ярҙам икән серемде әйтеп ҡалдыраһым килә: -        беренсенән,...