ЯҘМЫШ БҮЛӘГЕ

ЯҘМЫШ БҮЛӘГЕ

ЯҘМЫШ БҮЛӘГЕ

Шундай кешеләр була – улар эргәһендәгеләргә лә, юлында тәүге тапҡыр осрағандарға ла битарафлыҡ күрһәтмәй, киреһенсә, бик иғтибарлы булып, уларҙың яҙмышында ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдыра. Ни эшләргә, ниндәй юлдан китергә, кемдән ярҙам һорарға, тип аптырауға ҡалған кешеләргә үҙҙәренең йәшәү рәүеше, матур һүҙҙәре менән дөрөҫ йүнәлеш биреп ебәрә улар.

 

Ҡәмәриә апай бик йәшләй генә, үҙен-үҙе аямай, донъя көтөү, эш менән булып, өҫтәүенә Мәскәүҙә юғары белем алыу өсөн йылына ике тапҡыр сессияларға йөрөп, ауырып китте. Ауырыуҙы аҙҙырып ебәрмәҫ өсөн, табиптарҙың ҡушҡандарын үтәп, дауаханаларҙа, шифаханаларҙа дауалау курстары үтте. Һәр насар нәмәнең дә яҡшы яғы була, тигәндәй, ошонда ул һәйбәт кешеләр менән танышты, үҙе лә бик күптәрҙең яҙмышында мөһим үҙгәрештәргә сәбәпсе булды.

Ҡәмәриә апай шифаханаға сираттағы дауаланыуға килде. Йәй аҙағында була торған тыныс, һил, йылы көндәр. Шифаханалағылар, үҙҙәренең дауалау процедураларын тамамлай һалып, ҡояш йылыһын туплап ҡалырға тырышҡандай, тәбиғәткә ынтылалар. Ҡәмәриә апай ҙа матур кәүҙәһенә килешеп торған оҙон итәкле күлдәген, башына сағыу яулығын ябынып, бүлмәләше менән ял итергә сыҡты. Апайҙың башҡаларҙыҡынан айы-рылып торған кейеме, нурлы йөҙө уны тәү күргән кешеләрҙең дә иғтибарын йәлеп итә. Ә ул, тәбиғәткә һоҡланып, тирә-яҡтың матурлығын тойоп, бер ҡайғыһы ла булмаған кеше һымаҡ, ғүмеренең һәр миҙгелен тотоп ҡалырға тырышҡандай, бар донъяға ихлас йылмая.

Ҡәмәриә апай иғтибар итте, көн һайын, ашханаға барғанда ла, парк-та йөрөгәндә лә сибек кенә йәш ҡыҙ уның артынан эйәреп, күҙәтеп йөрөй, тик яҡын килергә баҙнат итмәй. Бөгөн дә ҡабатланды был хәл. Ҡатын, аҙымдарын әкренәйтеп, ҡыҙҙың яҡынлашҡанын көттө. Шунан, ҡапыл ҡыҙ яғына боролоп, уға ҡаршы барҙы. Уныһы уңайһыҙланып, башын эйеп үтеп китмәксе булғайны, Ҡәмәриә апай беләгенән тотоп, юл ситендәге эскәмйәгә саҡырҙы ла:

– Һеңлем, исемең нисек? Ҡайҙан килдең? – тип ипләп кенә һораны.

– Исемем Регина,– тине ҡыҙ, райо-нын, ауылын әйтте.

– Нишләп һин гел генә минең арттан эйәреп, күҙәтеп йөрөйһөң?

– Апай, миңә һеҙҙең кейемдәрегеҙ, яулыҡтарығыҙ оҡшай, һеҙҙең кеүек кейенеп йөрөйһөм килә, – тине ҡыҙ оялып ҡына.

Ҡәмәриә апай ҡыҙҙы үҙенең бүлмәһенә саҡырҙы. Матур кейемдәрен күрһәтте, Регинаның башына яулыҡ, шарфтарҙы төрлөсә итеп бәйләп ҡаранылар. Бик килешә ине йәш ҡыҙға был әйберҙәр, йөҙө асылып, яҡтырып киткәндәй булды. Ҡыҙға оҡшаған яулыҡты һис уйлап тормай бүләк итеп бирҙе апай. Шулайтып дуҫлашып киттеләр иллене уҙған сибәр ҡатын менән йәш кенә сибек ҡыҙ.

Яйлап ҡына Ҡәмәриә апай ҡыҙҙың хәлен һорашты, ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынды. Һәм ошоларҙы белде:

...Регина бәләкәй генә ауылда атаһы һәм әсәһе менән йәшәй, яҡшы уҡый, мәктәптәге барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әсәһе мәктәптә иҙән йыуа, атаһы ялланып эшләп йөрөй. Атаһын йыш ҡына эш хаҡы түләү урынына, эсереп ҡайтаралар. Әсәһенең генә эш хаҡына көн күргән ғаиләлә ризыҡ та бик наҡыҫ, емеш-еләк, витаминдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ир менән ҡатын араһындағы ыҙғыштар ҙа йәш баланың әле нығынып етмәгән психикаһына тәьҫир итмәй ҡалмай. Бер көн әсәһе эштән ҡайтҡас, балаһының иҫтән яҙып ҡолауын күреп, тиҙ ярҙам саҡыра...

Анализдар биреп, медицина тикшереүҙәре үткәс, табиптар Регинаға оҙайлы дауалау кәрәк буласағын әйтәләр. Әсәһе барлыҡ көсөн һалып ҡыҙының һаулығы өсөн көрәшә, ә атай кеше ғаиләнең былай ҙа ауыр хәлгә дусар булы-уын аңламамышҡа һалышып, үҙенә иғтибар талап итә. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, ваҡыт үтә, ҡыҙ ҙа мәктәбен тамамлап, колледжға уҡырға инә. Әсәһе һаман да, башҡа барыр ере булмағанлыҡтан, эскән ир менән ыҙалап йәшәүен дауам итә.

Ҡәмәриә апай менән Регина бик яҡын дуҫтар, серҙәштәр булып киттеләр. Ял көнөндә ҡалаға сығып, мосолмандар өсөн магазиндан ҡыҙға оҙон еңле, оҙон итәкле матур күлдәк, яулыҡтар алдылар.

– Бындай матур кейемдәр кейеп йөрөгәс, намаҙ ҙа уҡырға кәрәк булыр, матурым, – тине Ҡәмәриә апай Регинаға. Ҡыҙ, ошо һүҙҙәрҙе генә көткәндәй, апайҙы ҡосаҡлап илап ебәрҙе:

– Был минең иң ҙур хыялым! Мин риза, тиҙерәк өйрәнгем килә намаҙ уҡырға! – тине ул.

Ҡәмәриә апай Регинаны намаҙ уҡырға ғына түгел, тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарарға ла өйрәтте.

Ҡыҙ һис тартынмай үҙенең уҡыуы, егете тураһында һөйләне, киләсәккә хыялдары менән уртаҡлашты. Һиҙгер күңеле менән Ҡәмәриә апай ҡыҙҙың әйтеп еткермәгән серҙәрен дә төшөндө, ипләп кенә уны дөрөҫ юлға төшөрөргә тырышты.

– Дуҫлашып йөрөгән егетең миндә ышаныс тыуҙырмай әле ул, һеңлем, ташла һин уны, – тине Ҡәмәриә апай сираттағы һөйләшеүҙән һуң.

– Мин бит уны яратам... Унһыҙ йәшәй алмайым... – тине ҡыҙ, күҙҙәре йәшләнеп.

– Минеңсә, ул һине алдап ҡына йөрөй, икенсе бер ҡыҙға әүрәп китер кеүек тойола миңә.

– Быға тиклем ташламаны бит, ул да ярата мине.

– Ә һин тикшереп ҡара. "Минең кейәүгә сығаһым килә, әйҙә, өйләнешәйек!" – тип әйт әле, ни тиер икән? – тип кәңәш бирҙе тәжрибәле апай. Регина, апайҙың һүҙен тотоп, егетенә шул көндө үк шылтыратып, үҙенең теләген әйтте. Ә уныһы асыҡтан-асыҡ былай тип белдерҙе:

– Һин бит бәләкәйҙән шәкәр ауы-рыуы менән ауырыйһың, бала ла таба алмаясаҡһың. Ата-әсәйем дә һине алдырмаясаҡ, мин үҙем дә әле генә ғаилә ҡорорға әҙер түгел...

Регинаға был һүҙҙәр аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итте. Ярай әле, эргәһендә йыуатырлыҡ, уның хәлен бөтә нескәлектәренә тиклем аңлаған Ҡәмәриә апай бар...

Яҡын кешеһенә ышанысын юғалтып, хыялдары селпәрәмә килгән Регина бер нисә көн ҡайғыға батып йөрөнө. Ҡыҙҙың ауырыуы көсәйеп китеүҙән ҡурҡып, Ҡәмәриә апай уның эргәһенән китмәне, иғтибарын ситкә йүнәлтеү маҡсатында бергәләп намаҙ уҡынылар, доғалар ҡылдылар, вәғәздәр тыңланылар. Яйлап тынысланды Регина, тормошон өр-яңы биттән башларға теләге уянды. Артабан нисек йәшәргә, тигән һорауға Ҡәмәриә апайҙың яуабы әҙер ине.

– Әсәйең менән бергәләп Себер яғына сығып китергә кәрәк һеҙгә. Әсәйеңә лә эш табылыр, һин дә уҡыуыңды шунда тамамлап, эшкә төшөрһөң, – тигән кәңәш бирҙе.

Хәҙер инде иң яҡын әхирәттәр булып киткән был ике мөслимә

шифахананан һуң да хәбәрләшеп торҙо. Һәр аҙымын тиерлек Ҡәмәриә апай менән кәңәшләшмәйенсә яһаманы Регина. Әсәһен дә үҙе менән бергә Себер яҡтарына китергә күндерҙе. Тормоштарындағы был ҙур үҙгәрештәргә йөрьәт итергә уларҙы Ҡәмәриә апай ҡанатландырып торҙо. Ысынлап та, әсә менән ҡыҙҙың тормошо яйға һалынды. Ғүмер буйы рәхәтлек күрмәгән ҡатын үҙе һәм ҡыҙы өсөн йәшәргә өйрәнде. Уҡып бөткәс, Регина эшкә төштө. Әсәһе менән бергәләп намаҙҙар уҡынылар, ҡалалағы мәсеткә йома намаҙҙарына йөрөнөләр. Шул мәсеттә эшләүсе йәш хәҙрәт инсафлы ҡыҙға күҙ һалды. Улар араһында мөхәббәт уты ҡабынды. Оҙаҡҡа һуҙмай, никах туйы үткәрҙе йәштәр һәм бергә йәшәй башланылар. Хәҙер инде Регинаның тормошо ауылдағынан ҡырҡа айырыла. Ире ышығында, уға таянып, ышанып, мөхәббәткә сорналып йәшәргә өйрәнде. Тәүге егете Регинаны ауырыу сәбәпле бала таба алмаҫ, тип ҡурҡһа ла, ғаиләлә бер-бер артлы өс бала тыуҙы: ике малай һәм бер ҡыҙ. Табиптар ҙа бала табыуҙың ҡатын һаулығына ыңғай тәьҫирен билдәләнеләр. Үҙенең шулай бәхетле булыуы өсөн Ҡәмәриә апайға рәхмәттәрен әйтеп бөтөрә алмай Регина. Йәй айҙарында Башҡортостанға ҡайтҡан саҡта яҡын күргән апайы менән осрашмайынса китмәй ул. Бүләктәр, күстәнәстәр тейәп, ире һәм өс балаһы менән ҡунаҡ булып китәләр изге күңелле Ҡәмәриә апайҙың йортонда.

Һәр хәрәкәтенән нәзәкәтлек бөркөлөп торған ҡара ҡашлы һылыу был мөслимә, яҙмышында ҙур үҙгәрештәргә ҡанатландырыусы Ҡәмәриә апайына рәхмәтле булып, Аллаһҡа һыйынып, яҙмышына риза булып йәшәй... Юлында осраған изге күңелле был ҡатынды яҙмыш бүләге итеп ҡабул итте Регина!

 

Айһылыу Сәләхова,

Сибай ҡалаһы

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Рамаҙан килде

Хатта ҡояш та йылмайҙы, Күңелгә шатлыҡ тулды. Һөйөнәйек, эй ҡәрҙәштәр, Рамаҙан айы килде!   Дуҫтар, беҙ сәхәр торайыҡ, Ҡөрьән хәтем ҡылайыҡ, Шайтандарҙы беҙ ҡыуайыҡ, Рамаҙан айы килде!   Ғәфләт ваҡыты түгел ул, Нәфрәт айы түгел ул. Аллаһ рәхмәтен яуҙырған Рамаҙан айы...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...