Юғалған алҡа

Юғалған алҡа

Һаулығын тикшертер өсөн ҡатынды райондан баш ҡалаға ебәрҙеләр. Һәм бына ул дауаханаға килеп етте, кәрәкле кабинет төбөндә сиратын көтөп ултыра. Оҙаҡ та тормай, табип саҡырҙы. Шәфҡәт туташы МРТ тикшереүе үтер алдынан алтын алҡа, сылбыр һәм ике балдаҡты һалып торорға ҡушты. Ҡатын, ашығып, бар биҙәүестәрен сисеп, сумкаһының артҡы кеҫәһенә алып ҡуйҙы. МРТ үтеп сыҡҡас та, ул байлыҡ иҫенә төшмәне әле.

 

Баш ҡалала булған эштәрен бөтөргәс, ҡайтырға сыҡты ҡатын. Автобуста кеше күп, сумкалар ҙа тулы. Юл оҙон, ҡайтып етергә йыраҡ әле. Ике сәғәттәй барғандан һуң, водитель ял итергә туҡтаны, пассажирҙар саф һауаға сыҡты, кемдер кафеға инеп китте. Ашығып, ҡатын да, сумкаһынан аҡсаһын алып, кафеға инеп, сәй эсергә булды. Кире автобусҡа ултырғанда, бар халыҡ йыйылып бөткәйне. Хәл алған, көр кәйефле пассажирҙар юлды дауам итте.

Бер аҙ барғас, ханым ҡапыл ғына байлыҡтарын иҫенә төшөрҙө лә, сумкаһының артҡы кеҫәһен аҡтара башланы. Ике алтын балдаҡ, сылбыр урынында, ә алҡаның береһе юҡ. Ул бөтә сумкаһын, эске һәм тышҡы кеҫәләрен соҡоп ҡараны, тик икенсеһе табылманы. Бик ныҡ кәйефе төштө, иларға етеште, күҙ йәштәре килеп тығылды, тик түҙҙе, уларға ирек бирмәне ҡатын. Ҡайҙа төшөрөп ҡалдырҙы икән бер алҡаны? Сумкаһының артҡы кеҫәһен ул автобуста ғына асып ҡараны, ашығып кафеға ингәндә, аҡса эҙләне, шунан сумканы ултырғысҡа ырғытҡайны. Шуға ла тағы ян-яғын, ултырғысты, улай-былай күсереп иҙәндә ултырған ҙур юл сумкаһының аҫты-өҫтөн ҡараны, тик алҡа күҙгә салынманы. Инде 18 йыл тағып йөрөгән алҡаһының һыңары юғалыуын бик әсенеп ҡабул итте ул.

Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сөннәте – ул ҡолаҡ тиштереп, алҡа тағыу. Был ыҡсым ғына алтын алҡаны ла уға 30 йәшлек юбилейына ире бүләк иткәйне. Ярым ай формаһына ла, йәшенгә лә оҡшаған биҙәкле һырға ҡатынға бик оҡшаны. Бик күп көмөш, төрлө аҫыл ташлы алҡалар бүләккә алды. Тик бер нисә сәғәт кенә кейә алды уларҙы, сөнки башҡаларҙан ҡатындың ҡолаҡ остары ҡысытып, семетә башлай торғайны. Шуға ла байтаҡ йылдар ошо алтын алҡаларын ғына тағып йөрөнө, хатта йоҡлағанда ла һалманы.

Ошо хәтирәләргә бирелеп килә торғас, ҡатын бер аҙ тынысланды. Ярай, шатланып тағып йөрөнө, бушҡа ятманы бүләк алҡалар. Һәм бөгөн бөтә алтындарын бер юлы юғалтманы бит! Ҡолаҡ булһа, алҡаһы ғына табылыр әле. Ана, бик һирәк булһа ла, кейгән йөҙөктәр ҙә, сылбыр ҙа үҙ урынында. Уның былай ҙа алтынға бик иҫе китмәй: бар ни, юҡ ни. Бөтә бармаҡтарын шау тултырып, ялтыратып алтын балдаҡ кейгән ҡатындарҙы ла аңламай. Гүзәл заттың, әҙ генә булһа ла, алтыны булырға тейеш, тигән фекерҙән сығып ҡына алғайны ул ҡалған биҙәүестәрен. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ла бит 85 грамдан артҡан алтынынан зәҡәт түләргә тейеш. Ә уның барлыҡ байлығы, алтын ялатылғандары менән бергә, 40 грамдан артманы. Һәм шул 40 грамлыҡ байлыҡтың иң ҡәҙерлеһе – алҡаның һыңары юғалды бөгөн.

Шулай төрлө уйҙарға бирелеп килгән ҡатын үҙ алдына әкрен генә һөйләнә башланы:

– Эй, Раббым, ошо юғалған алҡамды тапҡан кеше уның мәнфәғәтен күрһен, изгелектә ҡулланһын! Раббым, Һин бөтә белеп тораһың: тимәк, был һырға кемгәлер нығыраҡ кәрәк, кемдер уға нығыраҡ мохтаж. Ул бәндәң минең бер һырғамды табып файҙаланһын, уға шатлыҡ килтерһен, донъяһына бәрәкәт бирһен, байлыҡ өҫтәһен! Бәләкәй генә табышты ла ҙур күреп, бик ҡыуанһын ине! Һәм ошоноң менән минең тормошомдағы ваҡ-төйәк юғалтыуҙар бөтһөн, бәлә-ҡазалар килмәһен, ауыр һынауҙар булмаһын! – тип, ул ихлас күңелдән теләне һәм, өҫтәп, белгән доға-аяттарҙы уҡып ҡуйҙы.

Ысын күңелдән доғалар уҡыны ҡатын. Әйтерһең дә, ул алҡаһын юғалтмаған, ә Аллаһ ризалығы өсөн мохтаж бәндәгә хәйергә биргән...

Бына автобус та тәғәйенләнгән ергә килеп етте. Ҡатын да әйберҙәрен ҡараштыра, йыйыштыра башланы. Автобустан төштө, тик үҙе лә аңғармаҫтан, кире боролдо, шунан эйелеберәк, ултырғыс аҫтын ҡараны. Һәм ни күрһен – уның юғалған алҡаһы саңлы иҙәндә ялтырап ята ине! Аптырап ҡарап ултырған башҡа пассажирҙарға табылған алҡаһын күрһәтеп, «Һырғам табылды! Аллаға шөкөр!» – тине лә, ҡатын автобустан төшөп ҡалды. Инде үҙе алтындай балҡыған хужабикә, юғалып, доғалар уҡылып бөтөлгән алҡаны ише янына, бәләкәй сумкаһының эске яҡ кеҫәһенә ипләп кенә һалып ҡуйҙы. Ә икенсе көндө, йыуылып, таҙартылып, тағы ла яңырып, ҡатындың ҡолағында балҡый ине тик үҙенә генә тағырға яҙған иң ҡәҙерле алҡалар.

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...