Их, һин ҡартлығым...

Их, һин ҡартлығым...

Их, һин ҡартлығым...
Их, һин ҡартлығым, бик иртә килдең,
Мин ҡартайғанды һин ҡайҙан белдең?
Йәш ваҡыттарым, ҡайҙа киттегеҙ:
Мине ҡартайтып, йәмһеҙ иттегеҙ.
Йәшлек ваҡыты тиҙ үтә икән,
Алһыу йөҙҙәрҙе һарғайта икән.
Ҡат-ҡат кейһәк тә, туңып йөрөйбөҙ,
Еүеш тоҙ кеүек ебеп йөрөйбөҙ.
Ятһаҡ-торһаҡ та, аһ-ваһ киләбеҙ,
Ҡарт айыу һымаҡ тороп китәбеҙ.
Ҡартлыҡ хәлдәре күңелһеҙ икән,
Көтмәй йөрөһәң дә, тиҙ килә икән.
Йәшлек ваҡытта донъя алданы:
Ауыҙ эсендә теш тә ҡалманы.
Йәш ваҡытымдың ҡәҙерен белмәнем,
Ҡартлыҡ киләһен көтөп йөрөмәнем.
Көтмәгән ҡартлыҡ тиҙ килеп етте,
Күҙҙәр йомолор ваҡыттар етте.
Был ҡартлыҡ, килеп, миңә бәйләнде,
Ҡара сәстәрем аҡҡа әйләнде.
Фани донъялар шулай алданы,
Күреп йөрөрлөк күҙҙәр ҡалманы.
Ҡартайған һайын йөҙҙәр һарғая,
Ғүмерҙәр бара үлемгә таба.
Ҡарт-ҡарсыҡтарҙы йәштәр яратмай,
Үҙең ташлама беҙҙе, йә Рабби.
Йәш ваҡыттарым – иң матур сағым,
Кирә әйләнеп килмәҫ шул тағын.
Әжәл ауырыуын күрмәй ҡалмабыҙ,
Яҡты донъянан күсмәй ҡалмабыҙ.
Үлем сырхауы ауыр, туғандар,
Ауыр булһа ла, сығалыр йәндәр...

“Мөнәжәттәр” китабынан

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Шифа өсөн доға   «Аллаһүммә раббә-ннәәс, мүҙһибә-л бә’с, ишфи әнтә-шшәәфи, ләә шәәфийә иллә әнтә, шифәә ән ләә йүғаадиру сәҡамән». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләрҙең Раббыһы булған Аллаһ! Ауырыуҙы бөтөрөүсе! Шифа бир, Һин генә – Шифа Биреүсе. Һинән башҡа шифа биреүсе...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...