Ябай ғына сәйәхәт түгел...
Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө тәмлекәстәр менән һыйлап, ашатып торҙолар, Аллаһу Тәғәлә һәр береһенә әжерен бирһен!
Бохара һәм Сәмәрҡәндтең үткәндәре шанлы һәм данлы, бөтәһен дә ҡарап бөтөрөрлөк түгел, тиҙ генә байҡап сығырмын тимә! Бәхетлегә бәхет үҙе йылмая, даланыбыҙ бар: беҙгә ошо яҡтарҙың иң шәп урындарын күрергә яҙҙы, йөрәгебеҙ өсөн иң кәрәклеһендә булдыҡ, Аллаһҡа мең шөкөр! Ашыҡ-бошоҡ, ҡабалан-ҡарһалан түгел, матур сәфәребеҙҙең һәр минуты, хөрмәтле гидыбыҙҙың һәр һүҙе күңелебеҙгә ғүмергә онотолмаҫлыҡ булып һеңде. Ул ғынамы, зыяраттар тамамланып, иртән тороуға, ҡунаҡхана янында бөтәбеҙҙе лә йыйып алып, изге сәйәхәтебеҙгә матур йомғаҡ яһаны етәкселәребеҙ. Беҙгә нәсихәт һөйләп, Мораҙулла хәҙрәт күренекле дин әһеле, ғалим Мөхәммәт-Морат әл-Минзәләүиҙең «Рашәхәт Ғәйн әл-Хәйәт» китабынан ҡиммәтле мәғлүмәттәр еткерҙе.
«Бохарала, Сәмәрҡәндтә һәм был ҡалалар янында ерләнгән шәйехтәрҙең күбеһе ошо яҡтарға, ислам динен таратам, тип килгән сәхәбәләрҙең тоҡомонан. Мәҫәлән, Мөхәммәт Бәбә Сәмәси – имам Малик нәҫеленән. Әбү Мансур әл-Матуриди – Әбү Әйүп әл-Ансариҙың вариҫы
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең һуңғы хушлашыу хажында Ғәрәфә көнөндә сәхәбәләре (риүәйәт буйынса, был хажда 114 мең сәхәбә ҡатнашҡан) алдында сығыш яһай. Йәнә дин нигеҙҙәрен аңлата. Һәм уның һүҙҙәрен тыңлаған һәр кемгә был вәғәзде ошо мәжлестә була алмаған башҡаларға еткереүҙе васыят итә. Һәм, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Аллаһ хозурына күскәс, уның менән хаж ҡылған сәхәбәләрҙең күбеһе Аллаһ Рәсүленең ﷺ васыятын үтәр өсөн сит ерҙәргә сығып китә. Байтағы кире әйләнеп ҡайтмай, һуңғы һулышынаса ислам динен таратыу, нығытыу юлында була.
Мәккәлә – өс мең, Мәҙинә ҡәберстанында ун мең тирәһе генә сәхәбә ерләнгән, күпселеге, бөтә донъяға таралып, сикһеҙ сүллектәр аша үтеп, диңгеҙ-даръялар гиҙеп, йыраҡ илдәргә барып етә. Киҫкен шарттарҙа дин өйрәтә, ғилем тарата, нәсихәт бирә, йөрәктәрҙе йәнләндерә һәм Аллаһтың тәҡдире буйынса шул ерҙәрҙә баҡыйлыҡҡа күсә. Сәхәбәләрҙең фиҙакәрлеге менән ҙур еңеүҙәр яулана һәм бик күп илдәр ислам динен ҡабул итә. Сәмәрҡәнд ҡалаһында беҙ зыярат ҡылған Ҡусам ибне Ғәббәсте генә алайыҡ. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ике туған ҡустыһы өйләнеп өлгөрмәй, изге васыятты үтәйем тип, ошо ерҙәргә сығып китә, динебеҙ өсөн шәһит була. Әйткәндәй, ышаныслы хәҙис буйынса, Ғәббәс ибне Ғәбделмоталибтың вариҫтары Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вариҫтары булып һанала, уларҙың нәҫеленең Аллаһ алдындағы дәрәжәләре юғары», – тип динебеҙҙең данлыҡлы тарихи биттәрен барланы Мораҙулла Дадаев.
Хәҙрәтте тыңлап, ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарман, тәҡүәле сәхәбәләрҙең тормошон, ихлас ғәмәлдәрен күҙ алдына килтереп, яратып өлгөргән был урындар менән хушлашыу минуты яҡынайыуын һиҙеп йөрәкһегән күңелдәребеҙ тағы ла тулышты, күҙҙәребеҙҙән йәш атылып сыҡты.
«Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ васыятына тоғро мосолмандар ғүмерҙәрен изгелеккә сарыф итә, дин таратыу юлында ең һыҙғанып, тырышып эшләй, камиллыҡҡа ынтыла. Был һүҙҙәр сәхәбәләргә генә инселәнмәгән. Аллаһ Рәсүленең ﷺ васыяты сәхәбәләрҙән һуң килгән мосолмандарға ла, беҙгә лә, киләсәк быуындарға ла ҡағыла», – тип йомғаҡланы һүҙен Мораҙулла хәҙрәт. Күркәм мәжлестән һуң доғалар ҡылдыҡ, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйттек. Һәм киске поезыбыҙға тиклем йөрөгән арала, өйҙәгеләргә күстәнәс-бүләктәр алып, үзбәк дуҫтарыбыҙ әйтмешләй, бер аҙ Бухоро (уларҙың телендә күп исемдәр «о» хәрефенә бөтә) ҡалаһы урамдарын ҡыҙырып сығырға булдыҡ.
Өфө һәм башҡа ҙур ҡалалар ише өс мең йыллыҡ тарихы булған Бохара ла, ҙурая барып, тора-бара, элегерәк айырым торған күп ҡасаба-ауылдарҙы үҙ эсенә алған, шуға ла шәһәрҙең биҫтәләре байтаҡ ҡына. Беҙ инде мәшһүр ҡаланың боронғо өлөшөндә ике төн ҡундыҡ. Ҡунаҡханалары ҡиммәт түгел, иртән тәмле итеп ашаталар. Көнсығыш стилендәге баҙар ҡул һуҙымында ғына, асыҡ һауала кафелар аҙым һайын тигәндәй. Мораҙулла Дадаев тарихсы булғас, беҙҙе Бохараның үҙәге буйлап алып барып, боронғо Ҡаруанһарай археологик комплексын күрһәтеп үтте. Юл ыңғайы, «Токи Тельпакфурушон» баҙарына инеп сыҡтыҡ. 16-сы быуат аҙағында төҙөлгән бинала башлыса биҙәүестәр, керамик һауыт-һаба, был урындың исеме есеменә тап килһен типме икән, баш кейеме һатыла (тельпак – һарыҡ йөнөнән эшләнгән баш кейеме).
Арк ҡәлғәһе янынан үттек, был мөһабәт, һушты алырлыҡ бина ла беҙҙе әсир итте. Уның тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа һәм күп риүәйәттәрҙә сағылыш тапҡан. Ҡасан төҙөлгәне билдәһеҙ, әммә алтынсы быуатта уҡ уның ныҡ ҙур булыуы хаҡында мәғлүмәттәр һаҡланған. Тик, был һарайҙы Ҡыҙыл армия һалдаттары пушкаларҙан утҡа тотоуы арҡаһында, Арктың байтаҡ өлөшө юҡҡа сыҡҡан икән.
Боронғо ҡала урамдарын ҡыҙыра торғас, арып, һыуһап, хатта асығып кителде, шуға асыҡ һауалағы кафеларҙың береһендә туҡтап, тамаҡ ялғап алдыҡ. Ул арала өйлә намаҙына аҙан яңғыраны, яҡындағы мәсеттә намаҙ уҡыныҡ. Йома көнө булмаһа ла, имамдары үзбәк телендә вәғәз һөйләне, бөтә урамға ишетелеп тора. Дикцияһы шәп булғанғамы, хәҙрәттең һәр һүҙе аңлашыла. Ихлас йөрәктән һөйләй – бөтә урамды яҡты нурға ҡойондорғандай булды. Аллаһтың Рәхмәте, башҡортса һөйләшә белһәң, телеңде һаҡлаһаң, төрки ҡәрҙәштәребеҙҙең барыһын да тиерлек тәржемәһеҙ ҙә аңлап була, тип йәнә һөйөндөм Бохарала.
Бәрәкәт булһа, барыһына ла өлгөрәһең. Һәр ерҙә яҡты уй-ниәт менән йөрөнөк, шуға ла ҡыҫҡа ғына арауыҡта ҡаланың матур урындарын байҡарға ла, яҡындарыбыҙға тәм-том, күстәнәстәр алырға ла өлгөрҙөк. Ләкин матур ваҡиғалар бының менән генә бөтмәне. Ойоштороусыларыбыҙ беҙҙе ололап, хан һарайындай ҙур, күркәм ресторанға түрҙән уҙҙырып, мәүлит үткәрҙе. Илһамланған күңелдәребеҙ өсөн ҙур бүләк булды!
Онотолмаҫ сәйәхәт тураһында сәфәрҙәш дуҫтарымдың да сағыу тәьҫораттары менән танышып үтәйек.
Динә Асҡарова: Үзбәк дуҫта-рыбыҙға ҙур рәхмәт, һәр бер изге урынды ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Кешеләре асыҡ, ҡунаҡсыл, арала-шырға бик ярата, эшлекле икәне күренеп тора. Сәфәрҙе ойоштороп, зыяратҡа алып барыусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Рәмилә Бәхтиева: Күңелгә ятышлы Бохара, Сәмәрҡәндтең изге урындарында, ихтирамлы үзбәк ерендә йөрөп ҡайттыҡ. Ул үҙенең архитектураһы, тәбиғәте менән генә һоҡландырмай, бында Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенең остаздары, мәшәйехтәре ерләнгән. Бала саҡтан ошо ерҙәргә ынтылышым булған, күрәһең, хыялымдағы ерҙәрҙә йөрөүем менән бәхетлемен. Тарихсы, дин әһелдәре Мораҙулла Дадаев, Мөхәммәтғариф Ҡонашев, дин белгесе, мөғәллимә Ләйсән Бәхтиева ойошторған сәфәр бик уңышлы булды.
Мөхәммәтрәсүл Саҙыҡов: Әлхәмдүлилләһ, Аллаһу Тәғәлә юлыбыҙҙы асты: изге ерҙәргә хәләл ефетем Лилиә менән барып ҡайттыҡ. Һәр бер зыяратта: йә Раббым, минең янға дауаланырға килгән һәр кешегә шифаңды бир, тип доға ҡылып, һораным. Үҙем бында, йөрәгем мәшәйехтәр янында ҡалды! Хәҙер инде күңелем шул яҡтарға тартып тик тора.
Гөлзәминә Кәримова: Бәләкәй саҡтан уҡ шул күңел һиҙемләүем менән Сәмәрҡәнд, Бохара яҡтарындағы таш һарайҙарҙа ниндәйҙер сер һаҡланған кеүек тойола торғайны. Һәм шунда барып эләккәс, ундағы серҙең әлегә асылып бөтмәгәнен аңланым. Изге ерҙәргә бер барыу ғына етмәйҙер, асылып бөтмәгән сер, күреп бөтмәгән нәмәләр әле бик күп.
Эльза Яруллина: Был мөбәрәк урындарҙа үҙенсәлекле тыныслыҡ, күңел рәхәте һиҙҙем. Шуға ла күберәк уйланғы килде. Һәр бер зыяратыбыҙ айырым рухи дәрескә әйләнде, һәр береһендә төркөмөбөҙ менән доғалар ҡылдыҡ, Аллаһу Тәғәлә биргән һәр ниғмәт өсөн шөкөр иттек. Күңелдәребеҙ остаздарыбыҙ йөрәгенә тағы ла нығыраҡ бәйләнгәндәй булды. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен сәфәрҙе юғары кимәлдә ойошторған Ләйсән Илдар ҡыҙына еткергем килә. Алдан әҙерлек булғаны, оло хеҙмәте күренеп торҙо. Шуға ла беҙ бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ, еңел генә йөрөнөк, зыяраттың рухи мәғәнәһенә сумдыҡ.
Ошо матур бәхетле илаһи мәлдәребеҙ өсөн Аллаһу Тәғәләгә мең-мең шөкөрҙәр. Раббыбыҙ зыяратыбыҙҙы ҡабул итһен һәм уның нурын күңелебеҙҙә ғүмерлеккә һаҡлаһын. Аллаһүммә әмин!