Ҡыҙыл диңгеҙгә сәйәхәт

Ҡыҙыл диңгеҙгә сәйәхәт

Ҡыҙыл диңгеҙгә сәйәхәт

Дүртенсе көн, иртә менән тороп, иртәнге ашты ашаныҡ та, такси алып, Ҡыҙыл диңгеҙ буйына сәйәхәткә сығып киттек. Юлыбыҙ сүллек аша үтә ине. Күп ерҙәрҙә ҡомлоҡтан башҡа бер ни ҙә юҡ. Һирәк-һаяҡ ҡына дөйә көтөүе, йә ап-аҡ, йә ҡап-ҡара һарыҡтарҙан ғына торған көтөүҙәр осраны, бәҙүәндар йәшәгән ерҙәрҙе үттек. Бер ерҙә туҡтап, бәҙүәндәрҙең йәшәгән ҡоролмаларын ҡарап үттек. Таштарҙан тәпәшәк кенә итеп төҙөлгән ине улар. Эргәһендә көтөүҙә йөрөгән һарыҡтарҙы яҡындан күрергә тура килде. Улар беҙҙәге һарыҡтар менән сағыштырғанда эре һәм бейек кенәләр. Муйындары оҙон, ҡолаҡтары ла оҙон, ике яҡҡа һалынып төшкән. Яҡындан ҡараһаң, һарыҡҡа ла оҡшамаған төҫлө.

Беҙгә хәҙрәт бәҙүәндәр тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләп барҙы. Уға өҫтәп, беҙҙе алып барыусы ғәрәп һөйләй, уның һөйләгәнен дә ул беҙгә тәржемә итте. ”Революция осоронда, илдәге болғаныштан ҡасып, бер бай татар кешеһе ошо илгә килеп сыға.

Оҙон юлдар үтеп, ошо сүллеккә килеп, бәҙүәндәр менән бергә йәшәй башлай. Астан үлмәҫ өсөн, дөйә көтөргә яллана. Тырышып эшләп, ул яйлап күтәрелеп китә. Үҙенең дөйәләр көтөүе барлыҡҡа килә. Һәр саҡ үҙе кеүек ыҙалыҡ менән көн күреүселәргә ярҙам итә,” – тип һөйләне ғәрәп.

Шул кешенең үҙенең ата-олатаһы икәнен әйтеп, беҙҙе аптыратты был ғәрәп. Бер сәғәт тә үтмәне, йөҙ саҡрым ара үтеп, Ҡыҙыл диңгеҙгә килеп еттек. Ошоға тиклем йә мәсеттә, йә ҡунаҡханала булғанлыҡтан, эҫелек артыҡ һиҙелмәгән ине. Беҙ ҡояш ҡалҡмаҫ элек диңгеҙ буйында инек инде. Офоҡта ҡояш күренеү менән, эҫелек үҙен һиҙҙерҙе.

Ҡояш үҙе ҙур, үҙе ҡып-ҡыҙыл, үҙе яҡын ғына. Бөтөнләй беҙҙәге ҡояшҡа оҡшамаған... Ҡыҙыуы ла бөтөнләй башҡа, өтөп алып барған ҡыҙыулыҡ. Диңгеҙ буйына килеп төшкәс, һыуҙың киңлегенә, таҙалығына, сафлығына иҫ китте. Зәп-зәңгәр булып горизонтҡа тиклем йәйрәп ята диңгеҙ, иге-сиге юҡ...

Һис тә исеменә тап килмәгән ине, үтәнәнүтә күренмәле зәңгәрһыу тулҡын һиҙелер-һиҙелмәҫ, тыныс ҡына тирбәлә. Хәҙрәт алдан әйткәненсә, бында аулаҡ ине. Беҙҙән башҡа яр ситендә ҡомлоҡта бер-ике генә кеше күренә. Улары ла яр буйҙарын таҙалап йөрөүсе ғәрәптәр. Руслан хәҙрәт беҙгә Ҡыҙыл диңгеҙҙең ислам динендә ниндәй урын тотҡаны тураһында бәйән ҡылды.

Беҙ туҡтаған ярға ҡаршы яҡта Египет, Судан илдәре икәнен әйтеп, Ҡөрьән сүрәһенән миҫал килтереп, уның тарихын һөйләне. Шул саҡ сәждәлә ятҡан Фирғәүен мумияһын Лондон музейында күргәнем иҫемә килеп төштө. Был мумияны, 3000 йыл ваҡыт үткәндән һуң, инглиз ғалимдары, ошо Ҡыҙыл диңгеҙ ҡомлоғонан ҡаҙып алып ҡайтып, Лондон музейына урынлаштырған булғандар икән...

Ҡөрьән Кәрим сүрәләрендә Фирғәүендең үҙ ҡул аҫтындағы халыҡтарға рәхимһеҙ, бер Аллаһҡа буйһонорға теләмәгән, маҡтансыҡ залим булыуын асыҡлап төшөрөлгән аяттар күп. “Аллаһу Тәғәләгә тәҡүәлек килтереүселәрҙән булған Муса пәйғәмбәр u һәм уның халҡын фирғәүен яуызлығынан ҡотҡарыр өсөн, уға хәбәр еткерелә: “(Раббы әйтте), минең ҡолдарым менән төндә юлға сыҡ. Һеҙҙең арттан ҡыуа төшөрҙәр.

”(Ҡөрьән Кәрим. “Дүхан “ сүрәһе; 23-сө аят.) Муса u үҙенең халҡына өйҙәрендәге уттарҙы һүндермәйенсә, туй үткәреү һылтауы менән барлыҡ булған ҡиммәтле биҙәүестәрҙе үҙҙәре менән алып, төнө менән юлға ҡуҙғалырға бойора. Балалар һәм ҡарттарҙы иҫәпләмәгәндә, 620 мең кешенән торған Исраил улдары, Муса u менән бергәләшеп, ҡотолоу юлына ҡуҙғалалар.

Юлдың башына Һарун u төштө, Муса u иң аҙаҡтан барҙы. Фирғәүен, таң алдынан. уларҙың юҡлығын һиҙеп ҡалыу менән, үҙенең ғәскәрен туплап, уларҙың артынан ҡыуа төштө. Уның вәзире Хамам 700 мең кешенән торған ғәскәр башында килде. Һәр һуғышсыһының башында шлем, ҡулында һөңгө була. Арттарынан етеп килгән дошмандарын күргән Муса u үҙҙәренең ҡамауҙа ҡалғанын аңлай: артта – дошман, алда – диңгеҙ, сигенергә юл юҡ! Уның халҡы тамам ҡурҡыуға төшә:

– Эй Муса! Улар беҙҙе ҡыуып етте. Беҙ ошоға тиклем һинһеҙ ҙә, һинең менән дә һаман ыҙа сигәбеҙ. Беҙ хәҙер йә диңгеҙгә батасаҡбыҙ, йә беҙҙе Фирғәүен ғәскәре ҡыуып етеп, ҡырасаҡ! Йә Муса! Беҙгә нишләргә?

Беҙгә бер генә юл ҡала: ошонда һәләк булырға! Нишләп һин беҙҙе йәшәгән ерҙән алып киттең? Иң яҡшыһы шунда һәләк булыу ине бит! Муса u : – Юҡ инде! Минең менән Аллаһу Тәғәләм, ул миңә юл күрһәтер! Шул саҡ Аллаһу Тәғәлә уға: – Муса, үҙеңдең ҡарышҡың (таяғың) менән диңгеҙгә һуҡ! – тине.

Муса u ҡарышҡыһы менән диңгеҙгә һуҡҡан ине, диңгеҙ шул саҡ уртаға айырылып, юл асылып китте. Ел менән ҡояшты ла шул йүнәлешкә эшкә екте Аллаһу Тәғәлә: улар юлды киптерҙе. Шулай итеп, Муса u үҙенең ҡәүеме менән диңгеҙ төбөнән ҡаршы яҡ ярға имен-аман барып сыға.” (Ҡөрьән Кәрим. “Шүғәрә”сүрәһе; 53-63-сө аяттар).

Шул мәлдә диңгеҙ ярына килеп туҡтаған Фирғәүен, диңгеҙҙең уртаға ярылып, дошмандарына юл биргәнен күреп, үҙ халҡына: – Күрәһегеҙме, минең бөйөклөгөмдө күреп, диңгеҙ нисек уртаға айырылып, дошмандарымды ҡыуып етергә мөмкинлек бирҙе! – тине.

Тик уның эйәрсәндәре диңгеҙгә төшөргә батырсылыҡ итмәне, улар ҡурҡтылар, һәм Фирғәүенгә: – Әгәр һин шундай бөйөк кеше икән, Муса кеүек үҙең иң алдан төш! – тинеләр. Әммә ул да ҡурҡты, төшмәне. Ул көндә Фирғәүен ҡара айғыр өҫтөндә ине. Барлыҡ ғәскәрҙең аты айғыр малы, араларында бер генә бейә малы ла юҡ ине.

Шул саҡта ҡапыл улар алдына бейәгә атланған Ябраил u төшөрөлдө. Бейә еҫен һиҙеп, Фирғәүендең айғыры уның артынан эйәрҙе. Фирғәүен нисек кенә теләһә лә, атын кире бора алманы, һәм барлыҡ ғәскәр уның артынан диңгеҙ төбөндәге асыҡ юлға төштө.

Әлбиттә, улар Ябраил фәрештәне күрмәнеләр. Ғәскәрҙең артынан, бер генә дошман да ҡотолоп ҡалмаһын өсөн, Микаил u төшөрөлдө. Иң һуңғы дошман диңгеҙгә төшкән мәлдә, Муса ғәләйһи ссәләмдең һуңғы кешеһе диңгеҙҙән сығып өлгөргәйне.

Шул саҡта өҫтән диңгеҙгә дошмандарҙы йоторға бойороҡ бирелде: ҙур-ҙур тулҡындар бейек тау кеүек бергә ҡушылды һәм Фирғәүендең ғәскәре диңгеҙ төбөндә ҡалды. “Һыу баҫып, бата башлағас, ул (Фирғәүен):

“Иман килтерәм мин, Исраил балалары иман килтергән Аллаһтан башҡа Илаһ юҡ, һәм мин – мосолмандарҙан!” – тине.

– Эйе, хәҙер шулай тиһең инде! Ә һин элек буйһонманың, гонаһ ҡылдың һәм боҙоҡлоҡ таратыусыларҙан булдың. Эй,Фирғәүен, Беҙ һинән һуң килгән быуындарға ғибрәт булһын тип, бөгөн һинең кәүҙәңде ҡотҡарасаҡбыҙ! Ысынлап та, күп кешеләр Беҙҙең аяттарыбыҙға битараф!” (Ҡөрьән Кәрим. “Юныс” сүрәһе; 90, 91, 92-се аяттар). ...

Диңгеҙ дошмандарын йотҡандан һуң, Исраил балалары һаман булһа, улар батҡанға ышанмай, ҡурҡыуҙарын дауам итә: – Улар беҙҙе ҡыуып етерҙәр ҙә, үлтерерҙәр инде! – тиҙәр. Шул саҡта диңгеҙ тулҡындары үҙҙәренең кейемдәре һәм ҡоралдары менән батырылған Фирғәүендең ғәскәрен һәм уның, Аллаһу Тәғәләгә баш ороп, сәждәлә ҡатып ҡалған кәүҙәһен ярға сығарып һелтәй.

Инглиз ғалимдары, 3000 йыл үткәндән һуң, уның ошолай сәждәлә, хатта бер бөртөк сәсе лә ҡойолмаған килеш һаҡланған кәүҙәһен, Ҡыҙыл диңгеҙ ярындағы ҡомдан ҡаҙып сығарғандар ҙа инде. ...Бар тәнебеҙҙе ябып торған оҙон күлдәктәребеҙҙе кейеп, диңгеҙгә төшөп киттек. Төбөндәге ҡырсын үтә күренеп ята, яр ситендә һыу һай ғына.

Байтаҡ барғас ҡына тубыҡтан өҫтә булды. Башҡалар артабан кисеп киттеләр, беҙ Әлфиә менән шул тубыҡтан өҫтә булған урында һыуҙа ятып ҡалдыҡ. Алда, күҙ күреме ерҙә, апаҡ булып, кораллдар күренә ине.

Хәҙрәт: “Кораллдарға тиклем барып етмәгеҙ, шулай һай бара-бара ла, ҡапыл ғына 40 метр тәрәнлеккә төшөп китә,” – тигәйне беҙгә. ...Һыу йылы, тулҡында тирбәлеп ятабыҙ. Рәхәтлектең сиге юҡ... Күк йөҙө ап-аяҙ. Күк тә – күк, һыу ҙа – зәңгәрһыу төҫтә. Бар донъя минең яратҡан төҫкә мансылған... Һыу тәнгә рәхәт тыныслыҡ бирә.

Өҫтәүенә, шул рәхәтлектән, үҙенәнүҙе ойота. Тән дә, йән дә ял итә. Оҙаҡ ҡына яттыҡ һыуҙа кинәнеп, зәңгәр тулҡын өҫтөндә тирбәлеп. Әлфиә – сыҙамһыҙ ҡатын: “Сыҡмайбыҙмы?!” – ти миңә. Бер ҙә генә был иҫ китмәле рәхәтлектән, тыныслыҡтан айырылаһы килмәй... Теге ҡыҙҙар ҙа былай табан ыңғайлағас, күмәкләшеп, сығыр яҡҡа йүнәлдек. Тәндәребеҙ ҙә, йәндәребеҙ ҙә ял алып, ҡунаҡханаға ҡайтып индек.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

ТАҢҺЫЛЫУ ЙӘНТҮРИНА

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...