Хаж сәфәре

Хаж сәфәре

Телдә – доғалар, күңелдә – теләктәр...

Күптәрҙең үтенестәрен бәләкәй генә блокнотҡа яҙып алғанмын. Хатта бөтөнләй ят кешеләр ҙә, Хажға барыуымды белеп ҡалғас, үҙҙәре, йә яҡындары өсөн теләктәр теләүемде үтенгән инеләр: кемеһенең балаһы ауырый, кемеһенең эше ырамай, кемеһенең буласаҡ килене бәләгә тарыған, кемдер балаһының намаҙға баҫыуын теләй, кемдәрҙеңдер Хажға әҙерләнеп бөткән ерҙән юлдары ябылған...

...Өфө аэропортында эшләткән инем бер вакцинаны. Шунда сиратта көтөп ултырғанда, һеңлем менән юл тураһында һөйләшеп ултырған инек. Беҙҙе тыңлап ултырған укол эшләгән шәфҡәт туташы (мәрйә) минең ҡайҙа барыуым тураһында төпсөбөрәк һорашты.

Икенсе көндө юлға сығыр алдынан бер ят телефондан шылтыратыу булды. Алһам, ошо ҡатын булып сыҡты. Ул минән ҡайҙа, нимә өсөн барыуымды һорашты ла, үҙенең үтенесен белдерҙе:

– Мин һеҙҙән үтенеп һорайым, шунда минең буласаҡ киленемә һаулыҡ теләгеҙ инде, телефонға уның турала ентекләберәк яҙып ебәрермен, – ти.

Мин башта аптырап ҡалдым. “Улай буламы икән ул: кеше өсөн кемдер теләк теләү мөмкин эшме икән, – тип уйланым.

Яуап бирер алдынан үҙемдең дин яғынан уҡымышлы яҡыныма шылтыратып, унан белештем:

– Эйе, хажда саҡта һинең теләгән барлыҡ теләктәрең Аллаһу Тәғәләбеҙ тарафынан ҡабул ителә. Үтәлеү – үтәлмәүе тик Унан тора, һора, һин бит хажиә буласаҡһың, хажиәнең бар теләктәре лә тура Уға етә, – тине яҡыным.

Шулай, ыңғай яуап алғас, ул ҡатын менән һөйләшеп, килене тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алдым.

Шуларҙы онотмаҫ өсөн әлдән - әле яҙыуыма ҡарап алам да, шыбырҙап ҡына теләктәр теләйем. Мин бит уларҙың береһен дә онотмаҫҡа тейешмен. Аллаһу Тәғәләмдән доғаларымды ҡабатлай-ҡабатлай, үтенеп һорайым... Мине ошо тиклем ергә килтереп еткергәс, ул һис шикһеҙ ишетер. Мине беләгенән ысҡындырмай, үҙенән ҡалдырмай алып йөрөгән Гөллирәм дә әлдән - әле:

– Апа, теләктәреңде теләп йөрө, – тип, ҡабатлай.

Миңә барлыҡ халыҡ йүгерәлер кеүек тойола. Сөнки барыһы ла беҙҙе үтеп китәләр. Беҙ ни тиклем генә шәп барырға тырышмайыҡ, барыбер Гөллирәнең туғандарынан бик ныҡ артта ҡалабыҙ.

Мәскәүҙә саҡта хәҙрәттең беҙгә таратып биргән арҡаға аҫылмалы асыҡ ялҡын төҫөндәге моҡсайҙарҙың файҙаһы ошонда тейҙе лә инде. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе әллә ҡайҙан уҡ танып, күреп алабыҙ. Улар ҙа беҙҙе юғалтмай. Ә бит бында бар халыҡ бер төҫтә, гел ап-аҡтан кейенгән.

Бында ла бер нисә урында зәм-зәм һыуы тулы һауыттар теҙелеп киткән. Мин уны башта күрмәгән дә инем. Гөллирәнең улы менән ире, беҙҙе, әлдән - әле көтөп алып, туҡтап, зәм-зәм ҡойоп алып эсерҙе. Бер аҙға ғына ялға туҡтап, зәм-зәм эсеп алабыҙ ҙа, ҡәҙимгесә хәл инеп киткәс, шәберәк китәбеҙ. Ҡайтҡас, ҡараһам, яңы ғына кейгән кизе-мамыҡ нәскиҙәрем тишелеп сыҡҡан ине (Йөрөүгә еңел булһын, тип, аяҡ кейемдәрен сисеп, һалып алған инек)...

Гөллирәгә, уның ғаиләһенә шул тиклем рәхмәтлемен. Мин бит уларҙан һораманым да, үҙҙәренең теләге булғанға шулай ярҙам итте, рәхмәт төшкөрҙәре!

Хаждан ҡайтып, һәр кемебеҙ үҙ яҡтарына таралғас та, әлдән-әле ватсап аша бер-беребеҙҙең хәлен белешеп торабыҙ. Бер ай тирәһе үткәс кенә, ул миңә үҙенең хәлен һөйләне: уның умыртҡа бағанаһында дүрт ерҙә бүҫере булған, әллә нисә мәртәбә операция эшләткән. Әҙ генә лә тура баҫып тора алмай, арый торған була. Үҙенең Хаж ғәмәлдәрен үтәй алыуына ул әле һаман аптырай. Ул да, минең кеүек, үҙенә ышанмайынса ғына юлға сыҡҡан. Ә хәҙер бер ере лә ауыртмай, йүнәлеп ҡайтҡан... Етмәһә, миңә рәхмәт уҡый бит әле. Киреһенсә, мин уға рәхмәтлемен.

Күрәһең бит: үҙе ниндәй хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, үҙе генә үтеү түгел, миңә лә ярҙам итте, ундай көс ҡайҙан килгән, тиген... Ул шуға аптырай. .

Барыһы ла Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәтенән инде. Ин шәә Аллаһ.

Бында ла, сәғәт теле йөрөшөнә ҡаршы ете тапҡыр әйләнеш яһаныҡ. Башҡаларҙы белмәйем, мин арманһыҙ булып арыным. Шыбыр тиргә баттым. Үтеп бөтөп, туҡтап ҡалғас, бер ни тиклем иҫемә инә алмай торҙом. Бөтәһе менән бергә ошо ғәмәлдәр аша үтеүемә үҙем дә хайранмын. Аллаһу Тәғәләмә мең шөкөрҙәр итәм!

Шатлыҡтар уртаҡ ине.

Сығыу урынына еткәс, беҙҙе көтөп баҫып торған хәҙрәтебеҙ һәм төркөмөбөҙ менән бергә, тейешле намаҙыбыҙҙы уҡыр өсөн, башҡалар рәтенә килеп баҫтыҡ. Төн үтеп, таң ата башлауға ҡарамаҫтан, имсәк балаларын күтәреп алған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр ҙә байтаҡ. Әммә бер генә лә бала илағанын ишетмәнем. Яңы саҡ уларға иғтибар итерлек хәлгә индем.

Намаҙҙарыбыҙҙы уҡып бөткәс, доғаларыбыҙҙы ҡабатланыҡ. Унан һуң, хәҙрәт ҡушыуы буйынса, бер-беребеҙҙең башының суңҡа яғынан берәр услам сәстәребеҙҙе киҫтек. Алдан уҡ, Мәҙинәлә саҡта уҡ, ҡырҡып һалып ҡуйған тырнаҡтарыбыҙҙы ошо сәстәр менән бергә тейешле урналарға төшөрҙөк. Улар яндырыласаҡ, улар менән бергә беҙҙең барлыҡ гонаһтарыбыҙ, ҡайғы - хәсрәттәребеҙ, ауырыуҙарыбыҙ яныр, Ин шәә Аллаһ...

Уларҙы алып барып төшөргәс, ысынлап та, өҫтән ниндәйҙер ауыр йөк төшкән кеүек, еңел булып ҡалды...

Хәҙрәт беҙҙең барыбыҙҙы ла ҡотланы:

– Апалар, абыйҙар, Һеҙ хәҙер әсәйҙәрегеҙҙән яңы тыуғандай, таҙарындығыҙ, барлыҡ гонаһтарығыҙҙан арындығыҙ. Һеҙҙең барығыҙҙы ла Хаж ғәмәлдәрен уңышлы үтәүегеҙ һәм дә “хажи” һәм “хажиә”ләр булыуығыҙ менән ҡотлайым. Һеҙ хәҙер барығыҙ ҙа Аллаһу Тәғәләбеҙҙең рәхмәтенә насип бәндәләрһегеҙ. Ҡалған гүмерҙәрегеҙҙә Раббыбыҙ тарафынан гел генә игелектәр күреп йәшәрһегеҙ, Ин шәә Аллаһ. Ин шәә Аллаһ, именлек-тазалыҡтарҙа, ғаиләгеҙ менән бергә оҙон ғүмерҙәр йәшәргә насип булһын. Әмин.

...Шунда ғына мин үҙемдең барыһы менән бергә Хаж ғәмәлдәрен үтәй алғанлығыма ышандым.

Шул ваҡытта һәр береһе минең ҡулымды ҡыҫып, ҡотлап сыҡтылар, улар барыһы ла минең өсөн ихлас күңелдән ҡыуаналар ине.

Бар күңелдән шатланышып, бер-беребеҙҙе ҡотланыҡ. “Әл-Хәрәм” мәсетенән сығып, ҡайтыу яғына йүнәлдек. Минең арыу-талыуҙар ҡул менән һыпырып ташлағандай, юҡҡа сыҡты.

...Таң атыуға яҡынлашҡан. Бөтә ерҙә балҡып, яҡтыртҡыстар яна, көндөҙ кеүек яҡты. Кеше ағымы кәмемәй. Бер ағым ҡайтыу яғына, икенсе ағым мәсет яғына ағыла...

Төнө буйы туҡталмай йөрөгән автобустарға ултырышып, ҡунаҡханаға ҡайтып индек тә, тура ғибәҙәтханаға күтәрелеп, иртәнге намаҙыбыҙҙы уҡыныҡ. Бүлмәбеҙгә ҡайтып инеп, нисек йоҡлап киткәнемде лә белмәйем.

...Төшкә генә килеп торҙом. Тәнемдә иҫ киткес еңеллек. Күңелдә тыныс һиллек. Бүлмәгә күҙ ташлайым: юлдаштарым, хәҙер инде хажиәләрем, әле иҙрәп йоҡлап яталар. Тәҙрәлә эҫенән дә, ҡояштан да һаҡлап тороусы ҡалын пәрҙәләр. Шунлыҡтан, бүлмәлә һалҡынса һәм ҡараңғы. Өҫтәүенә, елләткес тә эшләп тора.

Мин, һәр саҡтағыса, иң тәүгеләрҙән булып тороп, йыуынып бөтөүгә, эргәләге карауатта ятҡан Ханты-Мансиҙан килгән Әлфиә килеп торҙо. Уңарсы булмай, өйләгә саҡырыусы аҙан тауышы ишетелде. Беҙ ҡунаҡханалағы ғибәҙәтханаға күтәрелеп, намаҙ-ҙарыбыҙҙы уҡып алдыҡ.

Бүлмәлә торған телевизор аша көнө-төнө Ҡәғбәне күрһәтәләр. Уны уратып, хаж үтеүсе кешеләр һаны бер ҙә кәмемәй, ташҡын кеүек ағылып, өйөрөлөп кенә тора: төшмө-кисме, көнмө-төнмө, бер нәмәгә ҡарамай халыҡ...

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Таңһылыу Йәнтүрина

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Картуф һуты

Ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары осраҡтарында картуф һуты алыштырғыһыҙ дауа. Ул яҡшы антисептик. Шулай уҡ, быуындар һыҙлап, хәрәкәт итеү ҡыйынлашҡанда, тире ауырыуҙары йонсотҡанда, ауыртыуҙы баҫа, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә.   Табип менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларға ла, ауырлы, бала имеҙгән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...