Хаж сәфәре

Ниәттәр үтәлер мәл етте...
...Бына беҙ күпме әҙерләнгән, хыял иткән, көткән ҡәҙерле мәл етте: ҡурҡыу ҡатыш тәрән хис тулы мөлдөрәмә күңел менән, ныҡ тулҡынланған хәлдә, һәр кемебеҙ эстән генә доғаларыбыҙҙы ҡабатлап, Аллаһу Тәғәләбеҙҙән Рәхмәт ишектәрен асыуын һорап, уң аяҡтарыбыҙ менән мәсет тупһаһын ашатлап үтәбеҙ...
Бында ла, Мәҙинә мәсетендәгесә, сумка-рюкзактарҙы ла, үҙебеҙҙе лә тикшереп үткәрәләр. Аяҡ кейемдәрен таҙаһына алмаштырабыҙ. Хәҙрәт артабан нишләргә кәрәген аңлата.
Иң ҙур мәсеттәрҙең береһе булған Әл-Хәрәм мәсетенең эсе яҡты, иркен, ҙур. Беҙ ингән ишектән төрлө яҡҡа табан юлдар китә, юлдар буйына матур балаҫтар түшәлгән. Беҙҙең алдан атлаған хәҙрәттән ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Бер ни тиклем барғас, асыҡлыҡҡа килеп сыҡтыҡ. Унда баҫҡыстар буйлап аҫҡа төшәһең. Беҙҙең алдағылар түбән төшә башланылар. Мин иң өҫкө баҫҡыста торам. Аҫта – халыҡ ағымы.
... Иҫ китмәле яҡтылыҡтан күҙҙәр сағылды. Абайлабыраҡ ҡараһам: түңәрәк майҙан уртаһында Ҡара Таш тора... Бына ул беҙҙең көткән сәғәт, бына ул Илаһыбыҙҙың изге Ташы...
Йөрәктәр дөпөлдәп тибә, Аллаһу Тәғәләнең ҡаршыһына барып баҫабыҙ бит...
”Тәлбиә”доғаһын эстән генә ҡабатлайым: ”Ләббәйкә Аллаһүммә ләбәйк... Эй, Аллаһым! Һинең ҡаршыңа киләм... ”
Ул минуттарҙа кисергәнемде бер ниндәй һүҙ менән дә килештереп аңлатырлыҡ түгел... Доғамды ҡабатлай-ҡабатлай, баҫҡыстан түбәнгә төшәм. Ике күҙем Ҡара Ташта, бына ул ниндәй икән...
Уны үҙ күҙҙәрем менән күреү бәхетенә ирешкәнем аңыма саҡ барып етә. Барлыҡ кешеләрҙә лә шундай хистәр ташалыр: барыһының да йөҙҙәре балҡып, күҙҙәре янып тора...
Ташты әйләнеп йөрөгән кешенең иҫәбе-хисабы юҡтыр. Ир-егеттәрҙең күпселеге күҙ сағылырлыҡ ап-аҡ ихрамда, ул ике киҫәк тауар: береһе менән аҫ яҡтарын уратып, бер осон күлдәк итәге кеүек, бәйләп ҡуйғандармы, ҡыҫтырғандармы шул, ә өҫ яҡтарына бер яурын аша һалып ҡына ҡуйғандар, икенсе яурындары яланғас. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла тиерлек бар тәнен япҡан оҙон аҡ күлдәктәләр.
...Миндә ҡапыл ғына шулай тойғо тыуҙы: мин ожмахҡа килеп эләкмәнемме икән... Был урын Әҙәмдәр һәм Һауалар менән тулған кеүек... Яҡтылыҡ, нур, сафлыҡ, ап-аҡ төҫ – барыһы бергә ҡушылып, мине ысынбарлыҡ донъянан ситләштерә, күрәһең...
Ҡәғбәтулла эргәһенә төштөк. Аллаһу Тәғәләбеҙ алдында ниәт намаҙына әҙерләндек. Ир-егеттәр өсөн бүленгән урында улар – айырым, беҙ икенсе яҡта, ап-аҡ мәрмәр иҙәнгә теҙләндек.
Шунда уҡ изге зәм-зәм менән тулы һауыттар теҙелеп киткән. Хәҙрәтебеҙгә эйәреп, Хаж ғәмәлдәрен үтәү өсөн тағы ла ниәт ҡылдыҡ, доғаларыбыҙҙы, изге теләктәребеҙҙе эстән уҡып, һалҡын ғына, саф, күҙ йәштәре кеүек мөлдөрәп кенә торған зәм-зәм һыуын уртланыҡ, күңелебеҙ булғансы эстек, шунан һуң бит-ҡулдарыбыҙҙы сайҡатып, башыбыҙҙы һыпырҙыҡ.
Төн булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ бик күп ине. Хәҙрәтебеҙ: “Оло Хаж осорондағыса, халыҡ күп, тиҙәр ине шул”, – тине...
Аллаһу Тәғәләм ризалығы өсөн...
Намаҙҙан һуң, төркөмдәш-тәребеҙ менән бергә бер яҡ ситтә, әйләнештең билдәләнгән башында туҡталып ҡалдыҡ: унда алтындан эшләнгән бағана башына ҙур йәшел яҡтыртҡыс урынлаштырылған. Шунан бөркөлә, ахыры, сихри нур... Ошо инде беҙҙең юл башы. Изге сәғәттәрҙә...
Шул ваҡытта хәҙрәт арба эҙләй башланы. Шул саҡ минең аңыма барып етте: былар мине арбаға ултыртып алып йөрөмәксе түгелме...
– Мин нимә өсөн килдем бында?! – тип һорайым хәҙрәттән. Ул миңә аптырап ҡарай.
–Мин рәхәтлек эҙләп килмәнем, барлыҡ кеше нимә үтергә тейеш, шуны үтәм. Ярай, һеҙҙең кеүек шәп атлап йөрөй алмам. Йөрөрмөн үҙ яйыма, – тим.
Ул әйтә:
–Күрәһегеҙ бит, халыҡтың күплеген, аҙашып китеүегеҙ мөмкин. Беҙ һеҙҙең өсөн яуаплы, улығыҙға нимә тип яуап бирербеҙ... Беҙ уға һеҙҙе имен-аман ҡарап алып йөрөрбөҙ, тинек, – ти.
Ысынлап та, Ҡәғбә урап йөрөгән кешенең иҫәбе-һаны юҡ, ташҡын кеүек ағыла, өҫтәүенә шәп атлап йөрөйҙәр... Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең, ҡарап торғандан ғына ла баш әйләнә ине. Шулай ҙа үҙ һүҙемде тыҡыйым:
– Юҡ, барыбер үҙем үтәм. Мин, күпме кәрәк, шулай әйләнеп йөрөп, аҙаҡтан ошо ерҙә һеҙҙе көтөрмөн, –тием.
Хәҙрәт миңә:
– Был түңәрәк әйләнеше 1500 метр. Сәғәт әйләнешенә ҡаршы доғаларҙы уҡый-уҡый, 7 тапҡыр үтергә. Унан һуң Сафа менән Мәрүә тауы араһы 3 км, уны ла шулай уҡ 7 тапҡыр, туҡтап тормаҫтан, үтергә кәрәк, һеҙҙең хәлдән килерлек түгел! – ти.
Әммә мин уның һүҙҙәре менән ризалашманым, үҙ һүҙемдә торҙом. Шулай хәҙрәт менән аңлашып торғанда, беҙҙең янға Татарстандың Нурлан ҡалаһынан ире һәм 14 йәшлек улы Шамил менән килгән Гөллирә исемле ҡатын килде лә:
– Апа, тотоноғоҙ миңә, тик ысҡынмағыҙ, минән ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Йәме, апа?! – тип, мине беләгемдән эләктереп алды һәм беҙ халыҡ ағымына ҡушылып, Ҡәғбә уратып, бергәләшеп атлап киттек. Ул шәп атлай, мин дә, ҡалышмаҫҡа тырышып, уның беләгенә аҫылынып алғанмын да, бар хәлемә йүгерәм. Гөллирә менән беҙҙе уның ғаиләһе көтөп-көтөп ала. Мин, үҙемсә, йүгергән кеүек булһам да, барыбер тегеләр артынан өлгөрә алмайбыҙ.
Шул килеш күпме үткәнбеҙҙер, мин иҫәпте юғалттым. Бер төрлө күҙ алдары ҡараңғыланып-ҡараңғыланып китә, тик һиҙҙермәҫкә тырышам. Беҙҙең һуңғы тапҡыр үткәнебеҙҙе көтөп, ситкә сығып баҫып торған үҙебеҙҙең төркөмгә яҡынлашҡанда, шыбыр тиргә батып, минең бөтөнләй еп өҙөрҙәй ҙә хәлем ҡалмаған ине...
Ханты-Мансиҙан килгән татар ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәре айырым төркөмдә баҫып торалар. Уларҙың ҡулында нисә мәртәбә уратып үткәнде һанай торған компас кеүек нәмә. Күҙҙәре миндә, “был имгәк ҡайҙан килеп сыҡты ” тигән кеүегерәк ҡарап баҫып торалар, тик өндәшмәйҙәр. Бәлки, минең ныҡышмал булыуыма аптырап ҡарағандарҙыр, кем белә... Аҙаҡтан, Аллаһым ризалығы өсөн тейеш ғәмәлдәребеҙҙе үтәгәс, ҡайтыр саҡта улар миңә:
– Һеҙ – супер женщина! – тиәсәктәр.
Беҙҙе көтөп баҫып торған хәҙрәт беҙгә: “Ете мәртәбә урап сыҡтыҡ. Хәҙер 2 рәҡәғәт намаҙыбыҙҙы уҡыйбыҙ, шунан Сафа тауына күтәреләбеҙ. Һеҙҙең хәлдәрегеҙ нисек, апа, арыманығыҙмы? Тауҙарҙы үтә алырһығыҙмы, әллә арба алайыҡмы?” – ти, миңә ҡарап.
– Минең өндәшерлек тә хәл юҡ ине. Мине алып йөрөүсе Гөллирә лә арыны...
Әҙерәк кенә туҡтап тороп, тын алдыҡ, шунда теҙелешеп торған һауыттарҙан, кәрәкле доғаны уҡый-уҡый, зәм-зәм һыуын уртланыҡ. Унан башҡаларға ҡарап, ҡулдарыбыҙҙы йыуып, бит-баштарыбыҙға сәсрәтеп, үҙебеҙҙе сафланыҡ. Мин яйлап ҡына үҙ хәлемә киренән ҡайттым. Ә намаҙ уҡып алғас инде, миңә көс кереп китте. Тик шунан һуң ғына хәҙрәткә:
– Юҡ, хәҙрәт, миңә бер ниндәй ҙә арба кәрәкмәй, хәлем һәйбәт, – тип әйтә алдым.
Артабан Сафа тауына сыҡтыҡ. Мәрүә тауы менән икеһенең араһы бейек түгел, һөҙәк кенә. Етмәһә, унда халыҡ Ҡәғбә эргәһенә ҡарағанда һирәгерәк. Сөнки, шул уҡ халыҡ бында ағылып сыҡһа ла, иркен дә, араһы алыҫ та булғас, кеше кәмерәк тойола.
Ике яҡта – ике тау. Сафа тауы башында, ҡиблаға ҡарап баҫып, хәҙрәт артынан доғаларыбыҙҙы ҡабатланыҡ.
“Ошо ике тау араһында теләгән барлыҡ теләктәр Аллаһу Тәғәлә тарафынан ҡабул ителә!” – тине беҙгә хәҙрәт...
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)