Әрүәхтәргә нисек доға ҡылырға?

Әрүәхтәргә нисек доға ҡылырға?

Әрүәхтәргә нисек доға ҡылырға?

 

Мәрхүм булған яҡындарығыҙға һәм бөтөн мосолмандар рухына «Фәтихә», «Ихлас», «Нәс» сүрәләрен уҡырға була. Уларҙан тыш «Йәсин», «Мүлк» сүрәләрен бағышлап уҡыһаң, сауабы күп булыр.

 

Уҡылған сүрәләрҙе ошо рәүешле бағышларға була:

«Йә, Раббым! Үҙеңдең ризалығың өсөн уҡылған Ҡөрьән сүрәләрен Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ рухына, атабыҙ Әҙәм , әсәбеҙ Һауа  рухына, бар пәйғәмбәрҙәрҙең, сәхәбәләрҙең, был донъяға килеп киткән барса мосолмандарҙың рухына ирештереүеңде һорайым...».

Шунан һуң: «Доғаларымды, уҡылған Ҡөрьән сүрәләрен әлеге кешеләргә ирештер» – тип, яҡындарыбыҙҙың исемен һәм аталарының исемен әйтеп бағышларға була. Мәҫәлән, Ғабдулла ҡыҙы Фатима рухына тип.

Мөһим: Ҡөрьәнде тик ғәрәп телендә генә уҡырға кәрәк. Транскрипция аша уҡырға ярамай.

 

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

 

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хәҙистәре

  Аллаһу Тәғәлә, бәндәһенә изгелек теләһә, уға кешеләрҙең ихтыяжын йүнәлтә. Маҡтаусыларҙың йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ. Бер насарлыҡ эшләнең иһә, артынан уҡ яҡшылыҡ эшлә. Яманлығың һыҙып ташланыр. Мәрхәмәтлеләргә Аллаһу Тәғәлә мәрхәмәтле булыр. Һеҙ ерҙәгеләргә мәрхәмәтле булһағыҙ –...


Тыуған нигеҙебеҙ ҡотло булһын!

Йәмле йәй – осрашыуҙар, күрешеүҙәр, байрамдар мәле. Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында тыуып-үҫкән беҙҙең өсөн, шунда йәшәгән халыҡ өсөн дә матур, көтөп алынған, һағынылған осрашыу булды. Ауыл биләмәһе башлығы Гөләмдәм Ураҡованың инициативаһы менән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Ғаилә – көрәш майҙаны түгел!

Хөрмәтле редакция! Мин Өфө ҡыҙы, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда белем алам. Һеҙгә ошондай һорауым бар ине: Изге Ҡөрьәндең «Ән-Ниса» сүрәһендә ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙан өҫтөнлөгө тураһында әйтелә. Эйе, тәү ҡарашҡа, ир-егеттәр – лидер. Улар көслө, ҡыйыу. Әммә ошо...