Имандың бер тармағы

Имандың бер тармағы

«Иман 60-тан ашыу тармаҡтан тора. Уның иң яҡшыһы – «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ» һүҙе, ә юлдағы хәрәкәткә ҡамасаулаған әйберҙәрҙе алып ташлау – аҫтағы тармаҡтарҙан. Ояла белеү ҙә иман тармағы».

Ҡәҙерле туғандар! Юлдың машиналар йөрөй торған ерендә йәки ҡап уртаһында ятҡан, хәрәкәткә ҡамасау иткән таш йәиһә икенсе нәмә арҡаһында күпме юл фажиғәһе теркәлә. Юл уртаһында ятҡан ҙур таш бер автомобилдә китеп барыусы биш кешене бер ыңғай үлтерә ала. Ҡулығыҙҙан килгән тиклем, юлдарҙағы артыҡ әйберҙәрҙе алып ташлағыҙ!

Аллаһ менән ант итәм, мин юлдағы ташты алып ташларға йыбанмаған кешеләрҙе беләм. Тап бына улар өсөн Аллаһ ҙур әжер әҙерләп ҡуйған: «Кем мосолмандар йөрөгән юлдан уларға ҡамасаулаған нәмәне алып ташлай, уға яҡшы ғәмәл өсөн сауап яҙыласаҡ». (Әс-силсиләт әс-сахих).

Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ әйткән: «Кем Аллаһты тыңлап, кешеләр йөрөгән юлдан ташты, йәки ағасты, йәиһә һөйәкте алып ташлай, ул үҙен уттан йырағайтыр».

Иғтибарһыҙ кеше емеш ҡабығын халыҡ йөрөгән юлға ташлап китә ала, был хәлде күптәр күргәне барҙыр. Башҡа кеше уға баҫып тайып ҡолар, тип уйламай ҙа ул. Ә бит был хәлдең емеш ҡабығына баҫып тайып йығылған кеше өсөн ҡурҡыныс травмалар, аяҡ-ҡул һыныуы менән тамамланыуы мөмкин. Пәйғәмбәр ﷺ бер ваҡыт юлда китеп барған кешенең унда сәнскеле ботаҡ күреп ҡалыуы тураһында һөйләгән. Ул Аллаһтың ризалығы өсөн уны алып ташлаған һәм был хәл уның гонаһтары ярлыҡаныуына сәбәп булған.

Пәйғәмбәр ﷺ һүҙҙәре – нигеҙһеҙ теләк буйынса әйтелгән һүҙҙәр түгел, уға төшөрөлгән үәхи! Уның һүҙҙәрен бик етди, ҙур иғтибар менән тыңлау кәрәк!

Әбү Хөрәйрә риүәйәт итеүенсә, Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ : «Мин, юлдан кешеләргә үтергә ҡамасаулаған ағасты алып ташлаған өсөн генә, Ожмахтың бар ләззәттәрен татыған кешене күрҙем», – тип әйткән, тиелә (Мөслим).

Әбү Сәид Әл-Худри Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ киҫәтеүен тапшырған: «Ҡарағыҙ, юлдарҙа оҙаҡ ултырмағыҙ!»

Кешеләр: «Йә, Аллаһ Илсеһе! Беҙ юлда йыйылмай булдыра алмайбыҙ, беҙ бит шулай аралашабыҙ», – тигәндәр. Ә ул әйткән: «Был һеҙгә шул тиклем кәрәк икән, юлға тейешлеһен бирегеҙ». Улар: «Ә нимә һуң ул – юлға тейешлеһен биреү?» – тип һорағандар. Ул: «Баҫалҡы ҡараш һаҡлау, зыян килтереүҙән тартыныу, сәләмдәргә яуап биреү, яҡшы ғәмәлдәрҙе хуплау, насарҙарын тыйыу», – тигән (Әл-Бохари һәм Мөслим).

Кеше тормошона негатив тәьҫир итеүсе бысраҡлыҡтар тураһында Ҡөрьәндә ни әйтелә?

Ҡәҙерле туғандар! Һыуға, һауаға ҡарата эшләнгән боҙоҡлоҡ, әхлаҡ түбәнәйеүе – ошо инде хәҙерге кешенең тормошон боҙоусы яуыз көстәр. Был турала изге Ҡөрьәндә ошолай әйтелгән:

“Кешеләр араһында шундайҙар бар, улар һине һүҙ менән арбап, хайран ҡалдыра. Тоғролоғон иҫбат итеү өсөн, Аллаһ исеме менән анттар итә, еңешә. Һинең эргәңдән китеп, ситкә боролһа, боҙоҡлоҡ таратып йөрөй башлай. Игенлектәр һәм кеше нәҫелен ҡоротор өсөн барыһын да эшләй. Тик Аллаһ боҙоҡлоҡто яратмай!» («әл-Бәҡара» сүрәһе, 204- 205-се аяттар).

«Ашарына таҙа ит, кейеменә биҙәүестәр алһын, тип, Ул һеҙгә диңгеҙҙе буйһондорҙо. Аллаһтың йомартлығынан файҙа эҙләп, һыу ярып йөрөгән караптарҙы күрәһең бит. Бәлки, һеҙ шөкөр итерһегеҙ». («ән-Нәхл» сүрәһе,14 се аят).

Моғайын, һәр ҡайһығыҙ диңгеҙҙә нефть ташыусы танкер батҡан, тигән яңылыҡ ишеткәнегеҙ барҙыр. Ундай осраҡтар һирәк түгел. Бындай инцидент йөҙҙәрсә километр һуҙымындағы һыуҙы нефть табы ҡаплауына килтерә.

Был масштаблы катастрофаны бөтөрөр өсөн кешеләр бик ҙур көс һалалар, астрономик суммала аҡса түгәләр.

Аллаһ пәйғәмбәре, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән:

«Ысынлап та, Аллаһу Тәғәлә – Изгелекле һәм изгелек ярата, Саф һәм таҙалыҡ ярата, Затлы һәм кешелекле булыуҙы ярата, Йомарт һәм йомартлыҡ ярата. Йорттарығыҙҙы таҙа тотоғоҙ һәм йәһүдиҙәргә оҡшамағыҙ.» (әт-Тирмиҙинән тапшырылған).

Ҡәҙерле туғандар! Иң аҙаҡтан һеҙгә кәңәш бирергә теләр инем: һәр бер ғәмәлегеҙ өсөн, Хисап көнөнә ҡалдырмай, үҙегеҙҙең алда яуап бирегеҙ, Хисап көнөндә эштәрегеҙҙе һәм ҡылыҡтарығыҙҙы иң теүәл һәм ғәҙел үлсәүҙә һеҙҙең өсөн үлсәмәҫ борон, бөгөн үк үҙегеҙ үлсәгеҙ!

(Башы гәзиттең үткән һандарында)

Мөхәммәд Ратиб Ән-Нәбүлси, Руссанан Зифа Илбаҡтина тәржемәләне, Сибай ҡалаһы

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сөләймән һәм Билҡис

Мөнҙир Сөләймән менән булған хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләп биргәс, Билҡис Сөләймәндең пәйғәмбәр икәнен һәм уның менән көрәшеүҙән мәғәнә булмаҫын аңлай.   Ул пәйғәмбәргә, уның янына барырға һәм уның дине менән танышырға йыйыныуын белдереп, хат яҙа. Хатты сапҡын менән ебәрә һәм...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...