“Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ ныҡ ғилемле булған!”

Илнур Фәтих улы Сарбулатовты мин бынан 10-15 йыл элек интернет селтәре аша белдем. Уның ғәрәп теленән “Мәҙинә курсы” программаһы буйынса видеодәрестәре һәр теманы ябай һәм аңлайышлы итеп аңлатыуы менән күңелгә ятҡайны. Быйыл йәй Күгәрсен районы Етеболаҡ ауылының мәсет-мәҙрәсәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн дәрестәр ойошторған, төрлө курстар үткәргән Илнур хәҙрәт менән яҡындан осрашып танышыу бәхете тейҙе. Ауылда имамлыҡ вазифаһын да уға тапшырғандар. Әммә төп шөғөлдәренең береһе − Ҡөрьәнде, хәҙистәрҙе, ғәрәп ғалимдарының боронғо яҙмаларын өйрәнеү, тәржемә итеү. Ул − ғәрәп теле грамматикаһы (синтаксис, һүҙ төркөмдәре, ҡылымдар һ.б) буйынса программа-дәреслектәр, тәржемә һәм тәфсирҙәр, ҡыҫҡаһы, тиҫтәнән ашыу китап авторы. Быларҙан тыш, ҡатыны Гөлсөм ханым менән Етеболаҡ ауылында балалар өсөн йәйге лагерь асып (бер йәйҙә 3-4-әр төркөм), уларға мәсеттә “Дин һабаҡтары” ла бирәләр. Ҡөрьән дәрестәренә хатта ғәрәп мөғәллимдәре йәлеп ителгән. Балалар тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, Башҡортостандың башҡа төбәктәренән дә килә. Быйыл улар әсәйҙәр өсөн дә алты көнлөк “Ял һәм уҡыу” интенсивы үткәрҙе. Ғаиләлә биш бала үҫтерәләр.
− Хәҙрәт, һеҙ башта Мысырҙа ғилем эстәгәнһегеҙ, артабан Ҡазан университетын тамалап, йәнә Төркиәлә, башҡа ислам уҡыу йорттарында белемегеҙҙе камиллаштырғанһыҙ. Нисек ошо бәләкәй генә ауылға килеп юлыҡтығыҙ?
− 2003 йылда Мысырҙан уҡып ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡыттым. 2008 йылда мине Ишембай районының Петровский ҡасабаһына имам итеп ебәрҙеләр. Дүрт йыл элек Рәсүл хәҙрәт Мораҡҡа мәҙрәсәлә уҡытырға саҡырҙы. Аҙаҡ йәшәү урынын Етеболаҡта таптыҡ. Һатып алған йортобоҙҙо ремонтлап бөтмәһәк тә, күсеп сыҡтыҡ. Эйе, ауыл бәләкәй, уның ҡарауы, бөтә Башҡортостанға маҡтанырлыҡ мәсет-мәҙрәсәһе бар. Шәкерттәр өсөн уҡырға, йәшәргә бөтә шарттар булдырылған. Тирә-яҡ майҙаны ла киң, волейбол, футбол майҙансыҡтары бар. Уны Өфөлә йәшәүсе, сығышы менән ошо ауылдан, Мөршиҙә апай Төхфәтуллина, ауыл халҡы менән бергәләп, боронғо мәсетте тергеҙеп төҙөткән, мәҙрәсәһен дә өҫтәп, киңәйттергән. Мөршиҙә апай йыш ҡайтып йөрөй, мәсетте ҡарап, контролдә тота.
Етеболаҡта элек халыҡ динде ныҡ һаҡлаған. Совет осоронда ла мәсет, хатта уны клуб итеп үҙгәрткәс тә, манаралы көйө торған − халыҡ манараһын емерергә бирмәгән. Бер нисә тапҡыр килгәндәр, манараны төшөрәбеҙ, тип, һуңғыһында Абдрахман исемле бабай, ҡулына нимәлер тотоп (мылтыҡмы, һәнәкме...): “Үлтерһәгеҙ, үлтерегеҙ, миңә барыбер, мин инде ҡартмын, әммә манараны емерергә бирмәйбеҙ”, − тип ҡаршы сыҡҡан, тиҙәр. Яңы мәсеттә лә шул манара тора, ҡарағастан эшләнгән − ныҡ.
− Минеңсә, ауыл бәрәкәтле ерҙә урынлашҡан. Был яҡтарҙа әүлиәләр йәшәгән. Күпмелер саҡрымдан − Шәмиғол хәлфә ҡәбере, Әүлиә тауы, Бәндәбикә кәшәнәһе... Һеҙ улар менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
− Әлбиттә. Башҡортостанда әүлиәләр иҫ киткес күп булған, Ҡыҙғанысҡа ҡарщы, уларҙың исемдәрен, улар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, ҡомартҡыларҙы махсус рәүештә юҡ иткәндәр. Ул әүлиәләрҙе халыҡ башлыса дауалаусы һәм кәрәмәтсе тиеберәк кенә хәтерләй. Һәм беҙ уларҙы ниндәйҙер шаман итеп күҙ алдына килтерергә тейеш түгелбеҙ Асылда улар ҙур ғилем эйәһе булған − йәмғиәткә практик файҙа килтереүсе юғары белемле ғалимдар. Камил инсан, тиҙәр уларҙы. Нәҡшбәндиә тәриҡәтендә төрлө йүнәлештәрҙә эшләү буйынса рөхсәт (иджәзә) бирелә. Ҡайһыларының төп йүнәлеше − дауалау. Шәмиғол хәлфә, Мөжәүир хәҙрәт (улар күптәр) шул йүнәлештә, тәриҡәт көсө менән дауалаған. Башҡортостанда Мәүләүиә тәриҡәте лә йәшәгән. Суфыйҙар, хәҙерге Ишембай районындағы бер мәмерйәлә йыйылып, 1001 көн хәлүәттә ултырыр булған. Быны хатта совет дәүерендә, 50-се йылдарҙа ла үткәргәндәр, уларҙың фотографиялары ла бар, тип һөйләгәйне шул район уҙаманы Хәйҙәр Зиннәтуллин.
− Ҡыҙғаныс, күпме ҡомартҡы юҡҡа сыҡҡан. Шулай уҡ күпме алтын хазина − иҫкесә яҙылған китаптар, ҡулъяҙмалар юҡ ителгән! Бик аҙы ғына ғаилә архивтарында һаҡланып ҡалған. Һеҙгә шундай китаптарҙы килтергәндәре бармы?
− Элегерәк килтерәләр ине, хәҙер һирәк. Ҡайһы берҙә Ҡөрьән китабы тип килтерәләр, ул уҡыу дәреслеге булып сыға. Өләсәйемдең Ҡөрьән китабын алып килдем, ти бер апай. Асып ҡараһам − университет кимәлендәге дәреслек − ғәрәп теленең грамматикаһы, бик ҡатмарлы, юғары кимәлдәге синтаксис. Быны ныҡ өйрәнгәндәре күренеп тора: поляһына яҙып бөткәндәр. Уны бөгөн Дағстанда университеттың һуңғы курсында ғына өйрәнәләр. Бынан тыш, Пәйғәмбәрҙәр тарихы, фикх (юриспруденция) буйынса китаптар алып киләләр. Бер көндө дәрестә “Дәләил әл-Хайрат”ты үтәбеҙ, Әбйәлилдән бер апай, ул китап беҙҙә бар, олатайым уҡый торғайны, ти. Был бик мөһим факт. Дәләил әл-Хайрат − иң сағыу, иң хисле салауаттар йыйынтығы. Уны бынан 600 йыл элек Мөхәммәд ибне Сөләймән әд-Джәзүли туплаған. Уларҙа пәйғәмбәребеҙгә ﷺ һөйөү ғәрәп теленең бөтә нескәлегендә, матурлығында юғары поэтик тел менән бирелгән. 300 йыл элек Мөхәммәт Әбдел Ваһһаб, Мәккә һәм Мәҙинәләге мәсеттәрҙе баҫып алғас, уларҙан Дәләил әл-Хайрат китаптарын сығарып яндыртҡан (Сөнки ваһһабиттар, унда пәйғәмбәр ﷺартыҡ шаштырып маҡтала, был − ширк, биҙғәт, һ.б., тип иҫәпләй). Ә халыҡта ул, ҡулдан-ҡулға күсерелеп, һаҡланып ҡалған. Беҙҙең олатайҙар ҙа уны уҡыған.
− Аңлауымса, һеҙ боронғо китаптарға таянып уҡытаһығыҙ?
− Мин, революцияға тиклем беҙҙә ниндәй дәреслектәр киң таралған, шулар буйынса уҡытырға тырышам. Әйтәйек, синтаксис буйынса: “Әджрүмийә”, “Ғәүәмил”, “Иҙһар”; сарф (морфология) буйынса “Әл-Әмҫилә”, “Әл-Бинә”, “Әл-Мәҡсүд” (имам Әбү Хәнифә яҙмалары) һ.б. Былар − быуаттар буйы һынау үткән, шымартылған дәреслектәр, ғәрәп грамматикаһының гәүһәр үрнәктәре. Әлеге ваҡытта алдынғы Дағстан ислам вуздарында тап ошо китаптар буйынса уҡыталар.
− Һеҙ ғәрәп әлифбаһын да үҙенсәлекле алым менән өйрәтәһегеҙ. Һеҙҙең “Арабский алфавит” күнегеүҙәр дәреслеге ғәҙәттәге ҡулланмаларҙан нимәһе менән өҫтөн?
− Үҙләштереүе еңел. Ишембайҙа саҡта Көҙән ауылынан бер тракторист ағай, үҙ ғүмеремдә бер китап уҡыманым, юҡ, мин өйрәнә алмайым, булмай, ти. Өс айҙан ул Ҡөрьән уҡый ине инде. Башта беҙ тик хәрефтәрҙе генә өйрәнәбеҙ. Кеше бер дәрестә бирелгән миҫалдарҙы бер тапҡыр ғына уҡып сыҡһа ла, ул һәр хәрефте мең тапҡыр ҡабатлай. Ә ул бер дәрестә 5-6 ҡабат уҡып сыға. Балалар менән беҙ алфавитты бер аҙнала үтеп сығабыҙ. Артабан хәрефтәрҙең төрлө урындарҙа нисек яҙылыуын, огласовкаларҙы үҙләштереүе бер ни ҙә тормай. Күнегеүҙәр балалар өсөн уйын һымаҡ ҡына, уҡый башлаһалар, туҡтатып булмай. Шунан инде шифа, тынысландырыу аяттары, салауаттар бирелә. Бөтә миҫалдар ҙа Ҡөрьәндән алынған.
− Минеңсә, был дәреслек һәр уҡытыусыға барып етергә, бөтә мәсет-мәҙрәсәләрҙә таратылырға тейеш. Һеҙ быны мөфтиәткә тәҡдим итмәнегеҙме?
− Беҙ 2016 йылдан бирле ошо методика буйынса эшләйбеҙ. Интернет аша 20 мең кеше күсереп алған. Тимәк, кешеләр файҙалана...
− Миңә хәҙистәр буйынса дәресегеҙҙә булыу бәхете тейгәйне. Унда ошондай хәҙис тикшерелгәйне: “Аллаһты йыш зекер итегеҙ, башҡалар һеҙҙе “аҡылдан яҙған, мәжнүн” тип атарлыҡ булһын”. Был хәҙис бөгөн дә актуалме?
− Был хәҙистәрҙе беҙ урта быуат ғалимы (имам Нәүәүиҙең замандашы, тиһәң дә була) ибне Раджиби әл-Хәнбәлиҙең тәфсирҙәренә таянып өйрәндек. Беҙҙең бөтә динебеҙ − ул, асылда, зекер (Аллаһты иҫкә алыу). Иң ҙур зекер − ул намаҙ. Сөнки намаҙ Аллаһты иҫкә алыу өсөн тәғәйенләнгән. Зекер ул һәр мосолмандың тормошона үтеп инә. Аллаһты туҡтауһыҙ зекер итеүселәр, әлбиттә, Раббыға яҡыныраҡ. Ундайҙарҙы бөтәһе лә аңламай. Беҙҙә лә бит элек суфыйҙарҙы мәжнүн, диуана тип йөрөткәндәр. Әле лә, үҙҙәрен мосолман тип атаған ҡайһы берәүҙәр Аллаһ исемен күпләп зекер итеүселәрҙе танымай, хатта уларға ҡаршы эш алып бара...
− Әйткәндәй, Өфөлә бер мосолман кибетенә инеп, тиҫбе һорағайным, миңә: “Тиҫбе һатмайбыҙ. Ул − биҙғәт (яңылыҡ), пәйғәмбәр ﷺ тиҫбе ҡулланмаған”, − тип яуапланылар. Быға һеҙ нимә тип әйтер инегеҙ?.
− Был наҙанлыҡ. Әгәр тиҫбе биҙғәт икән, ул яҡшы биҙғәт. Сөнки, әйтәйек, һин мең тапҡыр Аллаһ исемен әйтергә ниәт ҡылғанһың икән, тиҫбе − ниәтеңде тормошҡа ашырыуҙың бер ярҙамсы ысулы ғына. Әммә ул биҙғәт түгел, сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ заманында уҡ сәхәбәләр ептән (бауҙан) төйөндәр эшләп, тиҫбе яһағандар. Әбү Хөрәйрәнең ике мең төйөнлө тәсбихе булған, ул, ике мең тапҡыр “Сөбхәналлаһ” тип әйтмәйенсә, йоҡларға ятмаған. Хәлид ибне Мәғдән (тәбиғин) көн һайын 40 мең тапҡыр тәсбих әйткән. Үлгәс тә, бармағы һелкенеп ятҡан. Миҫалдар күп...
− Илнур хәҙрәт, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Аллаһу Тәғәлә юлдарығыҙҙы киңәйтһен. Амин, йә Аллаһ!