«Туғанлыҡ ептәрен өҙөү – гонаһ!..»

«Туғанлыҡ ептәрен өҙөү – гонаһ!..»

Йөҙөнән һәр саҡ ихласлыҡ бөркөлгән ғәжәйеп мөләйем был мөслимә менән күптән аралашҡы килә ине. Яуаплы урында хеҙмәт һалған ханым шул тиклем төплө фекер йөрөтөүе һәм шул уҡ ваҡытта үтә лә тыйнаҡ һәм баҫалҡы булыуы менән күңелгә ятты. Рәхим итеп, ҡаршы алығыҙ, рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы: күркәм иманлы ҡәрҙәшебеҙ Фәрзәнә-Фатима Фәйзулла ҡыҙы Вәлиева.

 

– Фатима ханым, бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһы туғанлыҡ хаҡында булыр. Үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе, нәҫел-нәсәбегеҙҙе һәйбәт беләһегеҙме?

– Аллаһҡа рәхмәтлемен, үҙемдең нәҫелемде яҡшы беләм тип, әйтә алам, сөнки ике туған ағайым Сәфәрғәлин Рәмил Хизбулла улы был юҫыҡта бик ҙур эш башҡарҙы. Архивтарҙы күп тапап, туғандарға йөрөп, ҡартатайым яғынан шәжәрәбеҙҙе тағын да киңәйтеп ебәрҙе. Ин шәә Аллаһ, нәҫел-нәсәбебеҙҙе барлап, уларҙы документаль теркәп, күпме ҡала-ауылдарҙы гиҙеп, бар күңелен һалып башҡарған эше ерҙә ятып ҡалмаҫ. Шәжәрә – туғандарҙы яҡынайта, кем нәҫелен белмәй, танышырға юлдар асыла, туғанлыҡ ептәрен нығытыуға мөмкинселек бирә.

Шәжәрә ағасыбыҙ Баҙамша менән Бәҙигөльямал өлкән быуын ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙән башланып китә, унан уларҙың нәҫел ағасын Баймаҡ районының Иҙрис ауылында төпләнгән улдары Сәфәрғәли (14.08.1858) дауам итә. Сәфәрғәли исеме фамилиябыҙ итеп алына, үҙемдең ҡыҙ фамилиям да – Сәфәрғәлина. Сәфәрғәлиҙең нәҫел ағасын Айнулла (1879-1955) дауам итә. Уның исемен хәҙер минең бер туған бәләкәй ҡустым йөрөтә. Мин үҙем Сибәғәт ҡартатайым (1902-1984) һәм Өммөкамал (1907-1995) өләсәйемде белеп үҫтем. Өләсәйем сығышы менән Мөжәүир хәҙрәт нәҫел ағасына барып тоташа. Ҡартатайым менән өләсәйем Ғәҙелша ауы-лында донъя көтөп, һигеҙ балаға ғүмер бирәләр. Минең атайым Фәйзулла – уларҙың иң бәләкәй улдары. Үҙем Белорет районының Абҙаҡ ауылы егете Вәлиев Рәмил Рауил улына кейәүгә сыҡтым. Дүрт улыбыҙ бар: Азамат, Йәнбулат, Нурсолтан һәм Йәлил. Өлкәндәре юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләп йөрөйҙәр. Ике кесе улдарыбыҙ мәктәптә уҡыу алдынғылары.

 

– Мәә шәә Аллаһ, бик затлы тоҡомданһығыҙ, нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө көндә туғанлыҡ ептәрен белеү мөһимме?

– Бик мөһим, ә белмәү – гонаһ. Бөгөнгө көндә бит нәҫел ебеңде белер өсөн ресурстар күп. Туғандар менән аралашыу ҙур әһәмиәткә эйә. Ул беҙҙең социаль бәйләнештәрҙе, сығышыңдың ҡайҙан икәнлеген билдәләй, яҡындарыңдың ярҙамын һәм хәстәрлеген тойорға ярҙам итә.

Төрлө мәҙәниәттәрҙә туғанлыҡҡа төрлөсә мөнәсәбәт. Мәҫәлән, ҡайһы бер халыҡтарҙа өлкән быуындарға ҙур әһәмиәт бирелә, һәм ата-әсәләргә, ата-бабаларға хөрмәт ғаилә ҡиммәттәренең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Ҡайһы берҙәрендә бөтә ғаилә ағзалары араһындағы тиң хоҡуҡлылыҡҡа һәм үҙ-ара аңлашыуға баҫым яһала.

Технологияның үҫеше заманында йәшәйбеҙ, телефон тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Виртуаль аралашыу ҙа, физик алыҫлыҡҡа ҡарамаҫтан, туғанлыҡ һәм ғаилә бәйләнештәрен һаҡларға ярҙам итә. Ул беҙгә яҡындарыбыҙҙың тын алышын, иғтибарын тойорға мөмкинлек бирә, хатта бер-беребеҙҙән алыҫ булһаҡ та. Шулай ҙа, осрашып күрешеүгә етмәй инде.

Нәҫел-нәсәп бәйләнештәрен һаҡлау – бик изге ғәмәл. Туғандары менән аралашырға теләмәгән кеше хаҡында булған хәҙискә иғтибар итәйек. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Йәннәткә туғанлыҡ ептәрен өҙөүсе кермәҫ!» – тине (Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан). Тағын да ошондай хәҙис: «Кем Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышана, шул туғанлыҡ хаҡын үтәһен» (Бохари, Мөслим йыйынтыҡтарынан).

 

– Хатта бер туғандар араһында ла бер-береһе менән аралашмай йөрөгән кешеләр була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ике араны дуҫлаштырырға тура килһә, һүҙҙе ниҙән башлар инегеҙ?

– Тәүге һүҙемде был тормошта ҡунаҡ ҡына булыуыбыҙ һәм өс көнгә генә килеүебеҙ тураһында аңлатыуҙан башлар инем. Үҙемә килгәндә, иң тәүҙә Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн ғәфү үтенер инем һәм Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн уларҙы ғәфү итеүемде әйтер инем. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙенең сәхәбәләрен ҡайҙа ғына ебәрһә лә, уларға: «Кеше рәнйетә күрмәгеҙ», – тип нәсихәт ҡылған. Мөғәз ибне Джәбәлде Йәмәнгә оҙатҡанда, Ул ﷺ уға: «Рәнйетелгән кешенең доғаһынан һаҡлан, сөнки уның доғаһы менән Аллаһ араһында кәртә юҡ», – тигән (Бохари һәм Мөслим риүәйәттәре). Раббыһынан ҡурҡҡан кеше, әлбиттә, үҙ туғанын ғәфү итәсәк.

 

– Ҡатын-ҡыҙға тормош иптәшенең туғандары менән дә дөрөҫ мөғәләмә ҡороу мөһим. Был юҫыҡта йәш килендәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

– Йәш килендәргә мин ике яҡ туғандарҙы ла бер тигеҙ итеп күрергә кәңәш итер инем. Иреңдең туған-тыумасаһына хөрмәт күрһәтһендәр, уларға иғтибарлы булһындар ине.

Беҙ ирем менән өйләнешкәндә беҙгә егерме генә йәш ине. Бөгөнгө көндә, Әлхәмдүлилләһ, бергә йәшәгәнебеҙгә егерме ете йыл булып китте. Беҙгә бер кем дә кәңәш бирмәһә лә, беҙ ирем менән тормоштағы бик мөһим булған мәсьәләләрҙе алдан хәстәрләп ҡуйған инек. Иң тәүҙә, ниндәй генә хәл булыуына ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла атай-әсәйҙәр хаҡында һүҙ йөрөтмәҫкә, насар һөйләмәҫкә һәм мөмкин тиклем уларға хөрмәт күрһәтеп, ихтирамлы булырға килештек. Икенсенән, ике яҡты ла бер тигеҙ күрергә тырыштыҡ. Шуға күрәлер инде, атай-әсәйҙәребеҙ менән беҙҙең арала бер ваҡытта ла ғауғалашыу, бер-беребеҙгә бысраҡ һүҙ атыу кеүек йәмһеҙ күренештәр булманы. Әсәй кеше әсәй урынында, атай кеше атай урынында, ҡәйнә кеше ҡәйнә урынында, ҡайны кеше ҡайны урынында булды. Ҡайһы ваҡыт ирем менән һөйләшеп алабыҙ ҙа йәш булыуға ҡарамаҫтан, дөрөҫ кенә итеп тормош көтә башлағаныбыҙға ҡыуанабыҙ.

 

– Халҡыбыҙҙа «рухи туғанлыҡ» тигән төшөнсә бар. Һеҙҙең рухи туғандар ниндәй сифатҡа эйә булыусыларҙан?

– «Рухи туғанлыҡ» төшөнсәһен Мөхәммәд Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тәғлимәттәренә эйәреү, шуға ярашлы, яҡын күргән кешеләреңә йылы мөнәсәбәт һаҡлау, уларҙы хәстәрләү һәм ҡайғыртыу тип ҡабул итәм. Рухи туған булып китеү, ул бик ҡиммәтле мөнәсәбәттәрҙең береһе, тимәк, ул кешене үҙ туғаныңдай күрәһең, тигәнде аңлата. Минең рухи туғандарым – улар минең өсөн бик ҡәҙерле кешеләр. Ҡыуанысымды ла, ҡайғымды ла уртаҡлашырҙай, шәхси ваҡыттарын да йәлләмәй, терәк булырҙай, ярҙамсыл, хәстәрлекле, йомарт, йылы һүҙле, ҙур йөрәкле һәм рәхмәтле, бына шундай матур сифаттарға эйә улар – минең рухи туғандарым.

 

– Дуҫ-ишле булайым тиһәң, кенә тотма, ти халыҡ мәҡәле. Кенә ҡыуыу бик зарарлы сифат, шулаймы?

– Халыҡ мәҡәле һис шикһеҙ хаҡ. Кенә ҡыуыу беҙҙең халыҡта һәм, ғөмүмән, бар халыҡтарҙа ла гонаһ һанала, сөнки ул беҙҙең нәфсебеҙ (эго) менән бәйле. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошолай тип әйткән: «Һинең иң оло дошманың – ул һинең эсеңдәге нәфсең», − тигән. Әйтәйек, дуҫ-ишең ярҙам ҡулын һуҙырға һүҙ бирҙе, әммә ләкин һүҙендә тора алманы, ярҙам да итмәне һәм хатта һөйләшелгән көнгә килмәне лә икән, ти. Бындай осраҡта, кеше дуҫы тураһында насар уйлауы мөмкин, уға үпкәләп, дуҫлыҡ ептәрен өҙөп тә ҡуйыуы бар. Был осраҡта нәфсе һине бик еңел генә дөрөҫ юлдан тайпылдыра. Әгәр кеше, нәфсеһен тыйһа, нәфсеһен тыңламаһа, дуҫы хаҡында насар уйҙарҙы яҡын да ебәрмәҫ ине. Моғайын, кисектергеһеҙ эштәре килеп сыҡҡандыр, уңайы тура килмәгәндер, ваҡыты булмағандыр, тип уйлар ине. Дуҫ-ишенә үс тотмаҫ, күңеленә ағыу индермәҫ ине.

 

– Һеҙҙең менән фекер алышыу бик күңелле булды. Шундай күркәм тәрбиә мәктәбен ҡайҙа үттегеҙ?

– Иң күркәм тәрбиәләрҙең береһе – ул иман. Тәрбиә бала саҡтан бирелә башлай инде ул. Атай-әсәй тәрбиәһе, олатай-өләсәй тәрбиәһе... Бала саҡтағы матур мәлдәрҙе, кисерештәрҙе бөгөнгө кеүек хәтерләйем, һәр көн иртәнсәк уянғанда, өләсәйем намаҙҙа тора торғайны. Уны тауышланмай ғына күҙәтеп ятам. Өләсәйем бик матур күңелле кеше булды, һәр ваҡыт таҙа йөрөнө, пак-ланып торҙо. Һикһән йәшендә лә эҫе селлә йәйҙәренә тура килгән Рамаҙан айындағы фарыҙ ураҙаны ҡалдырмай тота торғайны. Өләсәйем минең өсөн – ул хазина, бик ныҡ ярата торғайным Өммөкамал өләсәйемде.

Минеңсә күркәм холоҡ – ул кешеләргә асыҡ йөҙ күрһәтеү, файҙалы изге эштәр менән булышыу, бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәү, алдашмау һәм Аллаһу Тәғәләгә рәхмәтле була белеү.

 

Зөлфиә Ханнанова әңгәмә ҡорҙо

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға «Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү». Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Китә алмайым...

  Пакистандан бер ғалим нурлы Мәҙинә ҡалаһына Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ мәсетенә, уның ҡәберенә зыярат ҡылырға килә.   Бер көн ул ҡунаҡхана алдындағы майҙансыҡҡа, ҡоштарҙы ашатырға тип, икмәк валсыҡтары алып сыға. Күпмелер ваҡыттан ул ҡоштарға тип һалынған валсыҡтарҙы йыйып алып ашаған бәләкәй...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

Аҡмулла, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, тыуған яҡтарын һағына.   1872 йылдың көҙөндә Мифтахетдиндың тыуған ауылына ҡайтыуын яҡташтары, быуындан-быуынға күсереп, әле лә һөйләйҙәр. Тыуған ауылы эргәһендәге шишмә янында йөрәген ярып сыҡҡан тәрән һүҙле шиғырҙарын ҡағыҙға төшөрә.   Аңлауыбыҙса,...