Күҙ ҡарашы хәтере

Күҙ ҡарашы хәтере

Күҙ ҡарашы хәтере

Бала саҡта Аллаһу Тәғәлә тураһында бары атай һәм әсәйҙән, йәнә лә, оло быуын ауыҙынан ишетә торғайныҡ.

Дин тыйылыуға ҡарамаҫтан, күрше әбейҙәремдең ҡайһылары ураҙа тотто. Ҡояш байығас, уларҙы өй беренсә ауыҙ астырырға саҡыра торғайнылар. Ғәҙәттә, ҡунаҡ килһә, бәләкәстәргә төпкө бүлмәгә сығырға рөхсәт ителмәһә лә, өлкәнерәк балаларға ҡунаҡтар янында ултырырға мөмкин (Ололар фекеренсә, беҙ ауылға еңгәкилендәр килгән мәлде күрергә, уларға һыу юлын башлауҙы ла үҙебеҙ күреп белергә, йәғни күҙ ҡарашы хәтеренә һеңдерергә тейешбеҙ.

Тап шундай осраҡта, үҙ күҙебеҙ менән күргәндә һәм йола араһында йөрөп ҡатнашҡанда ғына беҙ, үҫмерҙәр, уларҙы аҙаҡ бойомға ашырабыҙ, ти). Ураҙаны нисек тоталар, ауыҙҙы нисек асалар, тип, улар янында көтөп торғаным иҫемдә. Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрен үҙҙәренсә билдәләй торғайнылар. Хәҙер шуларҙы иҫкә төшөрһәм, торғаны менән тәрбиә мәктәбе булған бит!

Байрам алдынан йорт эсе, ишек алды сүп-сарҙан таҙартыла. Ул һәм ҡыҙҙарына байрам өсөн кеҫәле махсус күлдәк тегеп кейҙерәләр. Атай менән әсәй кеше араһында әҙәп һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен үтәү тураһында балаларына нотоҡ уҡый: нисек итеп һаулыҡ һорашырға, нисек әрһеҙләнмәй, ас күҙләнмәй генә үҙеңә бирелгән күстәнәсте алырға, уны алғас, рәхмәт әйтергә, һаубуллашырға кәрәклеген ҡолаҡҡа ныҡлап туҡып-туҡыйҙар.

Иртә менән беҙҙе ауыл буйлап байрамсыларға оҙаталар. Ул ваҡытта һәр йортта кәмендә ете-һигеҙ бала. Аллы-гөллө кейем кейгән шат йөҙлө малайҡыҙҙарҙың төркөм-төркөм булып өй беренсә байрамсылап йөрөгәне ауылдың бер тере йәменә, матур биҙәгенә әүерелә лә ҡуя. Башҡа көндәрҙән айырмалы рәүештә, балалар был көндө – һәр йортта көтөп алынған ҡунаҡ.

Ишек алдарына инеүгә тәмле май еҫтәре танауға бәрелә. Кемгә инһәң дә, йөҙҙәре асыҡ. Хатта яңғыҙаҡтар ҙа ситтә тороп ҡалмай. Шаҡмаҡтарға бүлеп, икмәкте беҙгә таратып бирәләр. Уны ла ҡыуанып ҡабул итәбеҙ. Төшкә табан инде кеҫәләр, тоҡсайҙар тәмлекәстәр менән тула. Ҡайһы берәүҙәр яңы күлдәктәребеҙҙе ҡотлап хатта биш тинлектәр ҙә бирһә, ҡыуаныстан баштарыбыҙ күккә тейә яҙа.

Тимәк, бөгөн киноға барырға мөмкин. Шулай ҡыуанышып, шатланышып, өйгә ҡайтып инәбеҙ.Төштән һуң әзәйҙәр (өләсәйҙәр), әсәйҙәр бер ус кәнфит, бер йомарлам май, йыуаса ҡуйылған табынға ҡунаҡҡа саҡырыша. Күҙ яуын алырлыҡ биҙәкле яулыҡтарын, суҡлы шәлдәрен ябынышып, улар өс көн буйы ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөй ҙә ҡуя.

Тимәк, динде шул рәүешле һаҡлап, уны әлеге хәленә килтереп еткергәндәр. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ауыл балалары, бигерәк тә ҡаланан ялға ҡайтыусылар, Ураҙа ғәйетенән аҙаҡ урам тултырып байрамсылап йөрөй ала. Барыһы ла булмаһа ла, уларҙың ҡайһылары дини юлда. Тарих йәнә ҡабатлана.

ЗӨБӘЙҘӘ ҠӘЛӘМОВА

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Сәфәргә сыҡҡанда

«Аллааһу әкбәр» (3 ҡабат). Мәғәнәһе: «Аллаһ Бөйөк!» «Сүбхәәнәл-ләҙии сәххара ләнәә һәәҙәә үә мәә күˊннәә ләһүү мүҡриниин. Үә иннәә иләә ра́ббинәә ләмүнҡалибүүн». Мәғәнәһе: «Беҙгә быны буйһондорған Аллаһ кәмселектәрҙән Пак, сөнки беҙҙең быға көсөбөҙ...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ вафатынан һуң унан ниҙер һорарға яраймы? Әгәр юҡ икән, мәүлит ваҡытында нәзмдә: «Йә Рәсүлүллаһ, ишфәнә йәүмә ннүшүр (Эй Аллаһ Илсеһе ﷺ! Ҡиәмәт көнөндә беҙҙең өсөн шәфәғәтсе бул)», – тип уҡыла торған һүҙҙәр нимә аңлата? Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ фанилыҡта ла һорарға...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...