«Үҙеңдең етешһеҙлектәреңде таныу – камиллыҡҡа илтеүсе төп сифаттарҙың береһе...»

«Үҙеңдең етешһеҙлектәреңде таныу – камиллыҡҡа илтеүсе төп сифаттарҙың береһе...»

«Үҙеңдең етешһеҙлектәреңде таныу – камиллыҡҡа илтеүсе төп сифаттарҙың береһе...»

Шундай кешеләр була. Эргәләрендә өндәшмәй генә баҫып торһаң да, йәнгә еңеллек килә. Һәр саҡ яғымлы ҡарашлы, асыҡ сырайлы Учалы районы егете Руслан Насиров та ана шундайҙарҙан. Йәп-йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, яҡташтарының оло ихтирамын яулап өлгөргән яҡты күңелле хәҙрәт менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырғыбыҙ килде.

 

– Руслан хәҙрәт, ҡасан күрһәм дә, Һеҙҙе һәр ваҡыт балалар, үҫмерҙәр уратып алған була, улар менән нисек уртаҡ тел табаһығыҙ?

– Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ. Минең иң ҙур ҡыуаныстарымдың береһе – мәктәп йәшендәге балаларҙың мәсеткә килеүе, дин менән ҡыҙыҡһыныуы. Ваҡытында күңелдәренә дини орлоҡто һалып ҡалдырһаҡ, йәмғиәттең, башҡорт халҡының киләсәге өмөтлө тигән ышаныс тыуҙыра, тип һанайым мин. Үҙ теләге менән мәсет ишеген асып ингән бала ҡыҙыҡһыныуын юғалтмаһын өсөн, улар менән уртаҡ тел табыу – мөһим сараларҙың береһе. Уҡыусылар менән һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, ихлас булырға кәрәк, тип иҫәпләйем, сөнки бала күңеле кешенең эске торошон тиҙ генә тойоу һәм һиҙемләү һәләтенә эйә.

 

–Үҙегеҙ нисә йәштә намаҙға баҫтығыҙ?

–Тулыһынса биш тапҡыр намаҙҙы ун алты йәшемдә уҡый башланым. Уға тиклем дә белә инем, әммә тулыһынса түгел. Ғөмүмән әйткәндә, дин менән ҡыҙығыуым 9-10 йәштәрҙән башланды, ә дингә килеүемә сәбәпсе, йоғонто яһаусы ҡәртнәйем (өләсәйем) Насирова Сания (атайымдың әсәһе) булғандыр. Улар менән беҙҙең ихатабыҙ уртаҡ ине. Ололарға йыш ҡына инеп йөрөнөк, хәлдән килгәнсә ярҙамлаштыҡ. Беҙҙе һыйлағанда, ҡәртнәйемдең матур хәтирәләрен тыңларға ярата инек. Уның иҫләгәндәре гел генә ҡарттаһы Дүсмөхәммәтов Бәхтиәр һәм Фатима нәнәһе менән бәйле була торғайны, сөнки улар Сания ҡәртнәйемде (ул бала ғына ваҡыттан, атаһы һуғышҡа киткән, әсәһе ауырып махсус йортҡа урынлаштырылған булған) − яңғыҙ ҡыҙ баланы − үҙҙәренә аҫрауға алған булалалар. Ҡәртнәйемдең күргән-ишеткәндәре буйынса, Бәхтиәр ҡарттайҙар дини кеше булған: заманына ҡарамай, дингә тоғро булғандар, биш намаҙын ҡалдырмағандар, ураҙаны ла тотҡандар, хатта, йома намаҙын уларҙың өйҙәрендә уҡығандар.

Йылына бер тапҡыр уларға Әл-Вәли исемле бер хәҙрәт килеп йөрөгән була. Үҙе менән ҡурай, думбыралар алып килә лә, бар хәҙрәттәрҙе йыйып, Мәүлит байрамы үткәрә торғайнылар, тип һөйләй торғайны Сания ҡәртнәйем. Ҡурайҙа уйнап, доғалар, мөнәжәттәр уҡып, зекер әйтер булғандар. Шуның менән аңлашылып тора: улар диндә, шәриғәттә генә түгел, тәриҡәттә лә булғандар, тимәк, динде тыштан ғына түгел, ә эстән өйрәнгәндәр. Белеүебеҙсә, тәриҡәт, суфыйсылыҡ, тәсаууф дин менән рәттән фәлсәфәүи, мәҙәни һәм идеологик күренеш. Шулай итеп, дингә баҫыуыма нигеҙ һалыусы булып, Сания ҡәртнәйем һәм Бәхтиәр оло олатай тураһындағы хәтирәләр тора, тип уйлайым.

Мәктәп йәшенә еткәс, дин менән ҡыҙығыуым артҡандан артты. 2013 йылда Сәфәр ауылы мәсетендә дини уҡыуҙар башланғас та, дини белем үҙләштерә башланым. Остазым Рәсимә Рәшит ҡыҙына рәхмәттәремде белдерәм, ул миңә беренсе булып ғәрәп теленең серҙәрен өйрәтте һәм дин ғилеменә юлдар асты.

Учалы колледжында уҡып йөрөгән саҡтарҙа Зәйнулла ишан мәсетендә Динислам тигән ҡәрҙәш менән танышырға тура килде. Уға ла бик рәхмәтлемен, сөнки ул Ҡөрьәнде дөрөҫ итеп уҡыу ҡағиҙәләрен өйрәтте. Динислам Дағстан мәҙрәсәләрендә ғилем алған һәм ғәрәп теленең орфоэпик нормаларын яҡшы белә ине.

 

– Дин өлкәһендәге ғилемегеҙҙе ҡайҙа камиллаштырҙығыҙ?

–2021 йылда Өфө ҡалаһындағы Рәсәй ислам университетына уҡырға индем. Бер йыл унда белем алыуға мине Сәфәр ауыл мәсетенә имам-хатиб итеп тәғәйенләнеләр, шул арҡала уҡыуҙы туҡтатып торорға тура килде. Ике йылдан университеттың ситтән тороп уҡыу бүлегенә индем һәм әлеге ваҡытта дин өлкәһендәге белемемде камиллаштырыуымды дауам итәм.

 

–Һеҙ, имам-хатиб булараҡ, хеҙмәт юлын башлаған Сәфәр ауылы бай тарихлы ҙур ауыл, халыҡ мәсеткә теләп йөрөймө?

– Сәфәр ауылы – шағирҙар һәм батырҙар төйәге. Илгә ике Герой үҫтергән, береһе Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәкимйән Мөхөтдинов, икенсеһе Советтар Союзы Геройы булған ике Хәкимйән Әхмәтғәлин. Шулай уҡ Әбүс, Рәмзилә Хисаметдинова, Әҡлимә Сафина кеүек шәхестәр тыуған еремде район, республика кимәлендә танытты.

Ауылым янындағы данлы «Ишембәт шишмәһе» тураһында ла әйтеп үтке килә. Атаманың тарихын ауыл аҡһаҡалы, ғүмеренең күп йылдарын ауылда динде тергеҙеүгә күп көсөн һалған Хәлит Ғарипов һөйләп ҡалдырҙы.

Ҡаҙаҡ далалары яғынан Ишембәт исемле мосафир, улын эйәртеп, беҙҙең яҡтарға ислам динен таратыу ниәте менән килеп сыға. Ниндәйҙер сәбәптәр менән улар икеһе лә мәрхүм булып ҡалалар, өс тау араһына ерләнәләр. Ҡәберлектәрҙән аҫтараҡ ике шишмә урғылып сыға. Халыҡ тиҙҙән шишмә һыуының шифалы икәнлеген белеп ҡала. Берәйһе ауырып китһә, иртә таңдан барып килтереп шул һыуҙы эскәндәр – ауырыу төҙәлгән. Бала сырхаулаһа, шишмә һыуына ҡойондорғандар – ул аяҡҡа баҫҡан. Ишембәт әүлиә хөрмәтенә ошо һыу сығанағы «Ишембәт шишмәһе» тип йөрөтөлә башлай.

Тыуған ауылым мәсетенә ололап имам-хатиб итеп тәғәйенләүҙәре, беренсенән, ҡыуаныс хистәре тыуҙырһа, икенсенән, бындай вазифала, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ ятыуын аңлайым. Әлхәмдуллиләһ, дин юлында булыусы ауылдаштарым аҙ түгел. Йома һайын 15-ләгән кеше йома намаҙын үтәһә, ә Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәрендә мәсеткә килеүселәр һаны 50-нән артып китә! Улар һәр береһе ысын күңел, үҙ теләктәре менән Аллаһ йортона йөрөй. Ислам ғилемен өйрәнеүселәр һаны йылдан-йыл ишәйә бара, сөнки һәр йыл 10 кеше, мәсеттәге уҡыуҙарға ҡушылып, дини белем үҙләштерә.

 

–Һуңғы арала тирә-яғыбыҙҙа тәбиғәт катаклизмдары күбәйҙе. Халыҡты берсә ҡоролоҡ йонсота, берсә ел-дауыл зыян килтерә, боҙ яуа, һыу баҫа. Был күренештәр Һеҙҙе хафаға һаламы?

–Тәбиғәттә булған үҙгәрештәр, әлбиттә, уйландырмай ҡалмай. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы, дин әһеле Бикбаев Шәмиғол хәлфәнең Ахыры заман тураһында әйткәндәрендә: «...Фажиғә артынан фажиғә килер, ер тетрәр, һыу баҫыр, ҡоролоҡтар миңкетер, ҡош-ҡорт, йәнлектәр бөтөр, хайуандар, кешеләр һыуға сарсар. Тормоштоң йәме бөтөр. Ашар ризыҡтың тәме, бәрәкәте булмаҫ...» – тигән юлдар бар. Ысынлап та, ҡоролоҡта янғын йонсотоуы, беҙҙең яҡта ғүмерҙә булмаған ел-дауыл, ҡойондар зыяны, быйыл инде күп ерҙәрҙе һыу баҫыуы Шәмиғол хәлфәнең һөйләгәндәрен дәлилләй кеүек. Шулай ҙа Аллаһтың был иҫкәртеүҙәрен әҙәм балаһы тиҙ арала аңлар, Аллаһтың берлегенә, ҡөҙрәтенә ышаныр, Аллаһҡа табыныр, дин көсәйер һәм Раббыбыҙ әҙәмдең уйлап һәм уйламай ҡылған гонаһтарын кисерер, тирә – яғыбыҙға тыныслыҡ килер, тип ышанғы килә.

 

–Һуңғы йылдарҙағы мәхшәрҙә яҡлау эҙләп, Аллаһу Тәғәләгә йөҙ бороусы ҡәрҙәштәребеҙҙең күбәйеүе шулай ҙа ҡыуандыра. Бөгөн хәҙрәттәргә психолог хеҙмәтен дә үтәргә тура киләлер, шулай бит?

–Ысынлап та, бөгөнгө илдә барған мәхшәр халыҡтың йөҙөн Аллаһу Тәғәләгә борҙо. Ауыр саҡтарында еңеллек эҙләп килеүселәргә дини ғилем таратыу ғына аҙ, йыуатыу өсөн психолог та, педагог та булып китергә тура килә, сөнки дөрөҫ һүҙ табыу, йәшәүгә көс биреү, сабырлыҡҡа, инсафлыҡҡа, әҙәплелеккә өндәү – тәриҡәт закондарының ныҡлы нигеҙе!

 

–Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, камиллыҡҡа ынтылған мосолман ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?

– Минең фекерҙәрем буйынса, камиллыҡҡа ынтылған кеше иң әүәле Аллаһ алдында булған вазифаларын, Уның талаптарын үтәп йәшәргә тейеш, шуның менән бер рәттән кеше алдында булған бурыстарын да онотмаҫҡа тейеш! Үҙеңдең етешһеҙлектәрҙе таныу, үҙ өҫтөндә эшләү, тырыш, сабыр булыу камиллыҡҡа илтеүсе төп сифаттар булып торалыр.

 

– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Руслан хәҙрәт! Иманға өндәү юлында эштәрегеҙ гел уң булһын!

– Амин. Барыбыҙға ла Аллаһу Тәғәлә ризалығында булырға яҙһын!

 

Зөлфиә Ханнанова әңгәмә ҡорҙо

 

2026-02-01 (Шәғбән, 1447 йыл.) №2.


«Аллаһ Рәхмәтенә өмөтөбөҙҙө өҙмәйек!..»

Ғилем һәм тәрбиә, сабырлыҡ, изгелектәрҙе күп ҡыла торған Рамаҙан айы яҡынлаша. 19 февраль – нурлы айҙың тәүге көнө. Йәғни, 18 февралдә, ҡояш байыу менән, ураҙаға инәбеҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ − шул уңайҙан, ураҙа хаҡында. Һорауҙарыбыҙға Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылының «Рамаҙан» мәсете мөғәллиме...


Эфиопия илселәре

Эфиопияла йәшәгән мосолмандарҙан Мәккәлә һуңғы Пәйғәмбәр ﷺ пәйҙә булыуын ишеткәс, уның менән осрашырға 20 христиан эфиоп Мәккәгә илсе булып килә. Улар Аллаһ Рәсүленә ﷺ бик күп һорауҙар бирә һәм бөтәһенә лә тулы яуап ала. Пәйғәмбәр ﷺ уларға Ҡөрьәндән аяттар уҡый һәм исламдың асылын аңлата....


Фани донъя – командировка ғына

Яңыраҡ ҡына билдәле дин әһеленең интервьюһын уҡып ултырғайным. Уның бигерәк тә: «Фани донъя – командировка ғына, ваҡыты еткәс, барыбыҙ ҙа мәңгелек йорт – Әхирәткә ҡайтабыҙ», – тигән һүҙҙәре күңелдә ҡалды һәм уйға һалды. Ысынлап та, иртәме, һуңмы, бар йән эйәһе:...


Сафланыу айы Рамаҙан

  Беҙҙе бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, бөхтәлеккә өйрәттеләр. Өҫ-башың таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип йыш әйтә торғайны өләсәйем. Таҙалыҡ, тәртип – уңыштың нигеҙе. Кейем-һалым бысранһа, уны тиҙ генә йыуып, кейергә була. Ә бына күңел бысранһа, хатта бәләкәй генә тап төшһә лә, уны таҙартыуы ауыр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Намаҙҙа «әмин» һүҙен әйтергә яраймы? Намаҙҙа «Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң «әмин» һүҙенең әйтелеше сөннәт. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләре шулай эшләгән. Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән: ««Әл-Фәтиха» сүрәһенән һуң имам «әмин» тигәндә, һеҙ ҙә...