«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

«Хажда үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың...»

Изге ерҙәрҙә оло хаж ғибәҙәтен имен-аман үтәгән мосолмандар төркөм-төркөм булып тыуған яғына ҡайта башланы. Бөгөн телевидение һәм радио журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, ике тапҡыр изге ерҙәрҙә булып хаж һәм ғөмрә ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан Морат Нәжип улы Лоҡманов менән ошо оло яуаплылыҡ талап иткән ғибәҙәттәр тураһында һөйләшәбеҙ.

 

– Хаж ҡабул булған кеше сабый балалай гонаһһыҙ ҡайта, тиелә хәҙистә. Яҙын күпереп атҡан сәскәгә тиҙ ҡырау һуға. Таҙарынған күңелде лә бит шул гөлдәр кеүек ҡырауҙарҙан (гонаһтарҙан) һаҡлап ҡалыуы ауыр, быны ауыр һынау ҙа тиергә мөмкин.

− Гонаһтарҙан таҙарыныу ғына түгел, иман да нығый, ғибәҙәткә мөхәббәт, ихласлыҡ, тырышлыҡ арта был мөғжизәле сәфәрҙә. Киреһенсә, хаж ҡылғанға тиклем гонаһтарҙан һаҡланыуы ауырыраҡ ине. Эйе, һорауҙы аңланым, аръяғына ла күңелде саф тотоу тураһында һүҙ бара. Бөтөнләй гонаһһыҙ йәшәү мөмкин түгел, Аллаһу Тәғәлә Үҙе Әҙәм балаһын хаталаныусы итеп яратты, ә хаталаныусының яҡшыһы − хатаһын таныусы. Йәғни, мөмкин тиклем гонаһҡа инмәҫкә тырышыусы, хаталарын ваҡытында төҙәтеп барырға ынтылыусы, туҡтауһыҙ тәүбә итеүсе. Хаж ҡылып ҡайтыусының нәҡ ошо йүнәлештә һиҙгерлеге көсәйә. Ауыр һынау тигәне, ошо һиҙгерлекте, хажда Аллаһ ҡаршыһындағылай торошобоҙҙо онотмаҫҡа, төҫһөҙләндермәҫкә, юғалтмаҫҡа тырышыу.

 

– Аҡсаһы була тороп та, төрлө сәбәп арҡаһында хаж ғәмәлен үтәй алмаған кеше юл сығымдарын тулыһынса түләп, элек хаж ҡылған кемделер үҙенең вәкиле итеп ебәрә ала. Йә атаһы, йә әсәһе, йә туғаны өсөн ҡылырға ниәтләп юллана изге ерҙәргә. Ошо ғибәҙәттең нескәлектәрен аңлатһағыҙ ине, Морат хажи?

− Был шәриғәт буйынса рөхсәт ителгән. Артыҡ нескәлектәре юҡ. Шул уҡ хаж хөкөмдәре, тик ниәт ҡылғанда ғына, түләп ебәреүсе Аллаһтан ҡабул ителеүен һорай, кемдер өсөн барыусы ошо кеше өсөн хаж ҡыласағын ниәтләй. Бында мәсьәләнең икенсе яғына ла иғтибарҙы йүнәлтер инем. Һәр бер мосолман Йәннәткә ынтылырға бурыслы. «Раббығыҙҙың ярлыҡауына һәм Йәннәткә ынтылығыҙ…» − тип әйтелә «Әлү-Ғимран» сүрәһенең 133-сө аятында. Шулай уҡ, Йәннәт юлындағы Аллаһтың ғәләмәттәрен яратыу ҙа – Йәннәткә ынтылыу күренеше. Кеше, әгәр ысынлап та Аллаһу Тәғәләне яратһа, Уның ғәләмәттәрен дә яратасаҡ һәм, һис шикһеҙ, Хажға барырға теләйәсәк. Ныҡ теләп доғалар менән һораған бәндәһенә Раббыһы көтмәгән ерҙән мөмкинлектәр тыуҙырыуы бар. Шуға күрә беҙ хаж юлында олигархтарҙы түгел, күберәк оло йәштәге ябай ғына ауыл кешеләрен күрәбеҙ.

 

– Күптән түгел һеҙ кесе хаждан, йәғни, ғөмрәнән, ҡайттығыҙ. Кесе хажды үтәгәндә ниндәй тәьҫораттар солғанышында йөрөнөгөҙ?

− Унда тәьҫораттар шул – үҙеңде Аллаһ ҡаршыһында итеп тояһың, бер шатланаһың, бер илайһың, шулай эшләһәм, кеше нимә әйтер, килешерме икән был, тип тә уйламайһың, күңелең шар булып асыла. Ә фекерҙәргә, күҙәтеүҙәргә килгәндә, күп улар. Тәүҙә кешеләрҙең күплегенә, төрлөлөгөнә иғтибар итәһең. Берәүҙәр оҙон буйлы, икенселәр ҡыҫҡа ғыналар. Ҡыҫҡараҡ буйлы Индонезия халыҡтары бер-береһенән айырылмай уҡмашып йөрөйҙәр. Ҡара тәнле Африка халыҡтары күп, европалылар ҙа әҙ түгел. Һуңыраҡ ошо төрлө халыҡтарҙың бер-береһенә шундай оҡшаш булыуҙары хайран ҡалдыра. Сабый балалар беҙҙәге шикелле үк атайҙарына шундай эскерһеҙ ышанып ҡарайҙар. Әсәйҙәр балаларына йөрәктәрен бүлеп бирергә әҙерҙәр. Йәш ҡыҙҙар һөйөлөргә теләй, мөхәббәт менән тулғандар. Үҫмер егеттәр үҙҙәрен оло кеше һымаҡ тоторға тырыша, ғорур ғына баҫып йөрөйҙәр. Тыштан айырма булһа ла, кешенең эске торошо бөтә ерҙә лә бер икән. Бер ғаилә кеүекбеҙ. Изге урындар барыбер һәр кемгә тәьҫир итә. Ни ҡәҙәр күп кеше, ни ҡәҙәр тығыҙ хәрәкәт, әммә бер урында ла тартҡылашып талашыу күренмәне, йәмһеҙ һүҙ ҙә ишетергә тура килмәне. Юғиһә, беҙҙә: «Һуғышып та бөтмәгәс, ул туй буламы ни?» − тип, хатта шул кеше йыйылған ерҙә талаш-һуғыштарға ғәҙәтләнеп тә киткәнбеҙ шикелле. Үзбәк бабайҙарының күп булыуын иҫәпкә алдым. Үҙҙәренең ауылдарындағы һымаҡ бер ҡайҙа ла ашыҡмай, тыныс ҡына шунда йөрөп яталар. Матурҙар үҙҙәре, олпаттар, уларҙы ихтирам итмәү мөмкин түгел. Их, беҙгә шундай ҡартлыҡ насип булһа ине, тип уйланым.

 

– Ғөмрә ҡылыу беҙҙең өсөн фарызмы?

− Ғөмрә ҡылыу фарыз түгел, маҡтаулы, сөннәт ғәмәл. Әммә Ҡөрьәндә «Бәҡара» сүрәһенең 196-сы аятында Аллаһу Тәғәлә Үҙе (мәғәнәһе): «Раббығыҙҙың ризалығы өсөн хаж һәм ғөмрә ғәмәлен үтәгеҙ», − тип әмер итте. Уның хикмәттәре бик күп, кешегә файҙалы тәьҫире ҙур, шуға күрә, фарыз булмаһа ла, ғөмрәгә ынтылыу яҡшы.

 

– «Хажға барҙым, тип берәүҙе лә ғәжәпләндереп булмай инде бөгөн», – тип ысҡындырҙы бер хажиә апай. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта кешене бер нәмә менән дә аптыратып булмай. Ә хаж ябай ғәмәл түгел бит! Ҡайҙан килә шундай битарафлыҡ?

− Ғөмүмән алғанда, битарафлыҡ һәм эштең тиҫкәре яғын ғына күреү тәрбиәһеҙлектән һәм ғилемһеҙлектән килә. Динебеҙҙә «хөснү ҙан» тигән матур бер ҡағиҙә бар. Йәғни, һәр ваҡыт яҡшы яҡтан күреү. Дин тәрбиәһе алған кеше башҡаларҙың хатаһын эҙләмәй, ҡәрҙәшенең бәләкәй генә уңышына, диндәге һәр аҙымына ихлас шатлана белә. Ә хаж – бит ул ысын мөғжизә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ әле, Аллаһу Тәғәлә Үҙе беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып ала. Нисек ғәжәпләнмәҫһең инде? Хажға юлланыусыны бөтә ауыл, мәхәллә менән, туғандар йыйылып оҙатып ҡалырға, ҡаршы алырға, матди сығымдарын да күтәрешергә күнекһәк ине.

 

– Киләһе йылдағы хажға әле 11 ай бар. Ошо арауыҡ эсендә хажға ныҡлы әҙерләнеп өлгөрөргә мөмкинме? Нимәгә иғтибар итергә, нимәгә баҫым яһарға кәрәк?

− Юлға етәрлек аҡса эшләр кәрәк ине, шуға күрә, тәртибен өйрәнергә, доғалар ятларға бик өлгөрмәнем. Әммә, тегендә фәрештәләр оҙатып йөрөгән шикелле, барыһын да дөрөҫ һәм еңел итеп үтәп сыҡтым, − тип тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан ине бер дин ҡәрҙәшем. Әҙерләнергә кәрәк инде ул, барып ҡайтҡан кешеләр менән осрашып һөйләшеү ҡамасауламаҫ, имамдарҙан дәрестәр алыу, махсус китаптарын уҡып сығыу яҡшы. Әммә, иң мөһиме, ынтылыш − яратып, теләп шунда ынтылыу, доғалар менән һорау тип уйлайым. Бәләкәй бала әсәһе менән атаһының эштән ҡайтыуын нисек көтә, теләй, шуның кеүегерәк хис менән ынтылыу кәрәк.

 

– Аҡса етмәү арҡаһында хаж ҡыла алмағандарға нимә эшләргә? Ҡабул ителгән хаж сауабына изге ерҙәргә бармайса ирешеп буламы?

− Йәнә ҡабатлайым, теләү, Аллаһтан һорау кәрәк. Йөҙ, мең тапҡыр хаж ҡылырлыҡ байлығы булып та, бер тапҡыр ҙа ошо бурысын үтәмәгән кешеләр бар. Осон-осҡа ялғап йәшәүсегә лә көтмәгәндә Раббыһының рәхмәт ишектәре асылып китеүе мөмкин. Аллаһу Тәғәләнең бөтә нәмәгә ҡөҙрәте етә. Тик көтөп кенә лә ятырға түгел, сәбәп итергә тырышабыҙ. Бәлки, изге эштәребеҙ өсөн Аллаһ беҙҙе Үҙенә ҡунаҡҡа саҡырыр, ә бәлки, юлда йөрөтмәй генә лә хаж сауабына ирештерер. Аллаһу Тәғәлә Үҙе генә белеүсе. Ә минең әле үк тағы бараһы килә. Бөтә яҡындарыма, мосолман ҡәрҙәштәремә, халҡыбыҙға, һәр ҡайһыбыҙға Аллаһу Тәғәлә хаж ҡылыу бәхетен насип итһен, амин!

 

Светлана Ғәлиуллина

әңгәмә ҡорҙо

2026-04-01 (Шәүүәл, 1447 йыл.) №4.


Һөйәк һурпаһы

Һурпаны әҙерләү өсөн һөйәктәр, алма һеркәһе, ҡара борос, зәғферән (куркума) тамыры кәрәк. Дөрөҫ итеп әҙерләнгән һурпала коллаген, аминокислоталар, гликозаминогликандар, микроэлементтар (магний, фосфор, баҡыр, цинк, калий, тимер) күп була. Көтөүҙә йөрөгән, үлән ашаған малдың һөйәктәрен ҡулланырға...


Асығауыҙ

Кәрәк була: 230 г он 100 г ҡаймаҡ 70 г аҡ май 50 г шәкәр 1 йомортҡа 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) ванилин семтем тоҙ   Әҙерләү: Иләнгән онға ҡоро ингредиенттарҙы ҡушып болғатығыҙ. Һалҡын аҡ майҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ ҙә он менән бер массаға ингәнсе ыуығыҙ....


Дауыт пәйғәмбәр

Нисек кенә булмаһын, Сәбиғ Дауыттың йөҙөнсө ҡатыны була, ә бер генә ҡатынлы Аурия яңғыҙ ҡала. Һөйгәненән айырылыуҙы Аурия бик ауыр кисерә. Башта әйтелгәнсә, шәриғәттә бындай хәлгә тыйыу булмаһа ла, Аллаһтың яҡын ҡолдары өсөн был ҙур хата була. Дауыттың тәҡүәлек дәрәжәһен күтәрер өсөн, Аллаһу Тәғәлә...


Ҡыҙым истерикаға бирелә

Үҫмер ҡыҙымдың әхирәттәре яңы телефондар, ҡиммәтле кейем-һалым, төрлө сәйәхәттәре менән маҡтанғанда, ул быны ауыр кисерә, көйә, ҡайһы саҡта илап та ала. Үҙе лә быға ояла, сөнки ундай әйберҙәрҙе ала алмауын аңлай. Шул уҡ ваҡытта ул туҡ, кейеме лә бар, барыһы ла өр-яңы, зауыҡлы. Әммә мин уны яңғыҙ...


Иҙел әүлиәһе Гөлбан инәй

Үләндәр, сәскәләр шыбырлауын, ҡоштар телен аңлау борондан булған. Ҡош юлын, йондоҙ юлын, һыу юлын, ел юлының да серен яҡшы белгән боронғолар.   Мәләүез районы Үрге Бикҡужа ауылында (халыҡ телендә Сорғаяҙ) Иҙел буйы әүлиәһе Гөлбаныу Шәмсетдин ҡыҙы Ишбаева (1882-1977) ла тәбиғәт телен аңлаған....