«Иманы өсөн борсолған кеше – иң бәхетлеһе!..»
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, ярҙамсылары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Был һанда һорауҙарыбыҙға Сибай ҡалаһының Көньяҡ ҡасабаһындағы Зәйнулла Рәсүлев мәсетенең имам-хатибы Сәлмән Сәләхов яуап бирә. Ошо көндәрҙә ул ғөмрәгә төркөм туплай, изге тарафҡа, ин шәә Аллаһ, июль айында юллана. Ҡорбан ғәйете алдынан Сәлмән хәҙрәт менән иман, намаҙ, имам эше хаҡында һөйләштек.
– Иманыбыҙ, бер ҡараһаң, нығынып киткән һымаҡ, икенсегә, кәмеп киткән кеүек. Иманды нисек нығытырға мөмкин?
– Диндар кеше өсөн был ғәҙәти күренеш. Иман кимәле даими үҙгәреп тора. Башлыса − гонаһтар арҡаһында. Иң мөһиме – насар ғәҙәтебеҙҙе ҡалдырып, яман һыҙатыбыҙҙы төҙәтеп, кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булыуыбыҙ. Бер туҡтауһыҙ бәхәсләшеп, кемделер рәнйетеп йөрөһәк, Аллаһтың Ризалығынан бик йыраҡ булырбыҙ. Раббыбыҙҙың Ризалығына ирешеү юлдарын бөйөк суфыйҙарыбыҙ күрһәтә. Нәфсене төҙәтеп, иман нығына, ти ғалимдарыбыҙ.
Ниңәлер беҙ ошо ваҡытлыса, алдаҡсы фани донъяға мөкиббәнбеҙ. Уның бит Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһында серәкәй ҡанатына ла тормағанын яҡшы беләбеҙ, ә беҙ һаман да үҙебеҙҙе ер йөҙөндә хужа кеүек хис итеп, йә көнләшә башлайбыҙ, йә башҡаларҙан нимәлер талап итәбеҙ, бирмәһәләр, үпкәләп барабыҙ һәм башҡаһы. Йөрәгебеҙҙең, нәфсебеҙҙең рухи ауырыуҙары шуға этәрә, тап шулар иманыбыҙҙы зәғифләй, ҙур зыян килтерә.
Әлхәмдүлилләһи шөкөр, бөгөн беҙҙең илдә динебеҙҙе үҫтерергә, ислам ҡанундары буйынса йәшәргә бөтә шарттар бар. Иң мөһиме – үҙебеҙгә ялҡау булмаҫҡа, мәсеткә йөрөргә, яҡшы хәҙрәттәрҙән ғилем алырға, изге эштәрҙә һәм ғибәҙәттә тырышлыҡ күрһәтергә кәрәк. Эшебеҙ, ғаилә тормошо, яҡындарыбыҙҙы хәстәрләү ҙә ғибәҙәт булһын. Һәр хәлдә иманы өсөн борсолған кеше – беҙҙең арала иң бәхетлеһе.
Ҡасандыр бер кеше ғалим янына килеп, былай тигән: «Көнө-төнө ғибәҙәттәмен, ә тормошом бер ҙә үҙгәрмәй, яйға һалынмай». Ғалим йылмая ла шулай ти: «Ағасҡа һыу ҡойғаның бармы?» «Эйе», – тип яуаплай теге кеше. «Минут һайын үҫкәнен күргәнең бармы?» – «Юҡ, ҡайҙан инде, күрмәһәм дә, уның үҫкәнен беләм, шуға һыу һибәм», – тип яуап ҡайтарған теге кеше.
Шулай уҡ бөтәһенә лә Әхмәт хажи Абдулаевтың «Тәҡүәлеләр әҙәбе» китабын уҡырға тәҡдим итер инем. Унда бик күп һорауҙарға яуап табырға мөмкин, был китаптың башҡорт теленә тәржемә ителеүе айырыуса ҡыуаныслы.
– Намаҙҙы хозур менән еренә еткереп уҡыр өсөн һәр ваҡыт нимәлер ҡамасаулай. Ғибәҙәт ваҡытында иғтибарҙы ситкә йүнәлткән әйберҙәрҙе нисек булдырмаҫҡа икән?
– Был һорау һәр диндарҙы борсойҙор. Ысынында, намаҙға мөмкин тиклем алдараҡ әҙерләнә башларға кәрәк. Ғибәҙәтте тамамлағас та, киләһе намаҙға ихлас ниәтләһәң, тәһәрәтләнгәндә, хозурҙа булһаң, фәҡәт хәләл ризыҡ менән туҡланһаң, намаҙ араһында зекерҙәр әйтһәң, ыңғай һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ, иманым камил. Ғибәҙәтебеҙ сауаплы булһын өсөн һәм уны шайтан боҙа алмаһын өсөн, беҙгә ихласлыҡ кәрәк. Мәҫәлән, Аллаһ намаҙлыҡҡа баҫҡанда ғына иҫебеҙгә төшһә, ғибәҙәт ҡылғанда хозурҙа булыуыбыҙ икеле. Шуның өсөн ислам ғалимдары беҙгә һәр ваҡыт Аллаһты иҫкә алып – зекер әйтеп тороуыбыҙҙы кәңәш итә. Аллаһтың Сифаттары тураһында уйланырға, Уны яратырға, һағынырға тейешлебеҙ. Тап ошоға тәсаууф йәки суфыйсылыҡ ғилеме өйрәтә. Рухи остаздар беҙҙе шуға күндерә, йөрәктәребеҙҙе тәрбиәләй.
– Яҡындарыбыҙҙы намаҙ уҡырға нисек күндерергә икән?
– Үҙ миҫалыбыҙҙа. Һәр кешелә аҡыл бар, әҙәм балаһы, ғәҙәттә, бөтә нәмәне сағыштырырға ярата. Намаҙҙың ыңғай тәьҫир иткәнен (холҡобоҙҙоң матур яҡҡа үҙгәреүен) күрһәләр, үҙҙәре лә әкренләп дингә килер. Бер үк тупаҫлыҡ, уҫаллыҡ аша булмаһын! Аллаһу Тәғәлә Мусаға ла Фирғәүенде яҡшы һүҙ, матур нәсихәт менән өгөтләргә ҡушҡан.
Йылына бер-ике тапҡыр яҡындарыбыҙға намаҙ, үлем, Хөкөм көнө һәм башҡалар тураһында иҫкәртеп тороу мөһим.
Остазым кәңәш иткәнсә, кемгәлер туҡтауһыҙ өгөт-нәсихәт биргәнсе, тәү сиратта үҙебеҙҙе тәрбиәләргә, йәмғиәттә ысын диндар булырға тейешбеҙ, ыңғай яҡҡа үҙгәрһәк, башҡалар ҙа артыбыҙҙан эйәрер. Был мәсьәләлә сабырлыҡ кәрәк. Аллаһ Рәсүле ﷺ кешеләргә 23 йыл буйына Ҡөрьән аяттарын еткерҙе, гүзәл динебеҙгә өйрәтте.
Минеңсә, бөгөн беҙ үҙебеҙгә артыҡ күп алабыҙ. Көнө-төнө кемделер әхлаҡҡа өйрәтергә әҙербеҙ, әммә үҙебеҙҙе үҙгәртергә көсөбөҙ юҡ. Был дөрөҫ түгел. Тәҡүәле олатайҙарыбыҙ, әүлиәләребеҙ иң башта үҙ йөрәге өҫтөндә эшләгән, шунан инде нәфсеһен еңеп, ҙур уңыштарға ирешеп, башҡаларға ла ҙур ярҙам иткән. Таҙа сығанаҡтан аҡҡан һыу саф та, файҙалы ла!
Әлбиттә, намаҙ уҡырға! Рухи гармонияға, Аллаһ Ярҙамына фәҡәт намаҙ аша ғына ирешеп була. Яйлап ҡына, мәҫәлән, иртәнге һәм төнгө намаҙҙан башларға мөмкин, һуңынан инде кеше әкренләп биш намаҙға күнегеп китә. Һуңғы сәғәтебеҙ ҡасан һуғырын бер кем белмәй. Барыбыҙға ла Аллаһ ҡаршыһына Уның ҡушҡанын үтәүселәр сафында намаҙ әһелдәре булып баҫырға яҙһын!
– Хәҙрәт эше ауырмы?
– Дәһри замандың эҙемтәләре һаман да бар. Шуға ла ғилем эйәһенең, хәҙрәттең фекеренә ҡолаҡ һалыу бик мөһим беҙгә, ул саҡта еребеҙҙә бәрәкәт артыр. Инаныуыбыҙ-ғәҡыйдабыҙ дөрөҫ булырға, мәҙһәбебеҙ имамдары ҡарарҙарына таянырға тейешбеҙ. Башҡортобоҙҙоң бөйөк улдары Зәйнулла Рәсүлев, Мөжәүир хәҙрәт һәм башҡалар ҙа әһле сөннәт үәл йәмәғәт ғалимдары бит! Уларҙың тормошон өйрәнеү, өлгө алыу – беҙҙең бурыс.
Дәғүәт юлына баҫҡан хәҙрәттәр төрлө ауырлыҡтарға әҙер булырға тейеш. Пәйғәмбәрҙәр ҙә күп һынауҙар аша үткән, шуны онотмайыҡ. Берҙәмлекте һаҡлап ҡалыу бик мөһим! Фетнә-сыуалыштарҙың уртаһында йөрөргә, сәбәпсеһе булырға яҙмаһын! Һүҙ йөрөтөүсе, ғалимдарҙың бәҫен төшөрөүселәр мосолмандар араһын боҙоп, өммәтебеҙҙе тарҡата. Берҙәмлекте нығытып, үҙ-ара аңлашып, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәйек! Ғалимдарыбыҙ һәр ваҡыт татыулыҡ яҡлы, бөгөн дә беҙгә бер-беребеҙҙе ихтирам итергә, яҡыныбыҙ хаҡында хәстәрлек күрергә, дини мәсьәләләрҙә теләһә кемде түгел, ә динебеҙ ҡанундарын яҡшы белеүсе үҙебеҙҙең имамдарыбыҙ-хәҙрәттәребеҙҙе тыңларға мотлаҡ өйрәнергә кәрәк!
– Минеңсә, хәҙерге йәштәр рухи йәһәттән өлгөрөп етмәгән, дини яҡтан әүҙем түгел. Дин менән ҡыҙыҡһыныуҙарын нисек уятырға, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе нисек тәрбиәләргә икән?
– Бала өсөн иң яҡшыһы – дини тәрбиә биреү. Мәҙрәсәлә, килеп сыҡмаһа, мәсеттәрҙә алып барылған курстарҙа уҡытып, Аллаһ йортона, динебеҙгә һөйөү уятырға кәрәк. Ауыр минуттарҙа ҡайҙа һәм кемгә барырға мөмкин икәнлеген өйрәтегеҙ, күрһәтегеҙ. Ғәзиздәребеҙ өсөн ваҡыт та, мөмкинлек тә табып, дөрөҫ әхлаҡи тәрбиә бирергә тырышайыҡ, сит көнбайыш «ҡиммәттәр»ен яҡын юлатмайыҡ! Туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, динебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн Раббыбыҙ ҡушҡанса йәшәргә һәм эшләргә кәрәк. Үҙебеҙгә лә матур өлгө күрһәтерлек атай-әсәйҙәр булырға яҙһын!
– Һеҙгә үҙегеҙҙе өр-яңы даирәлә – кесе хаж (ғөмрә) ҡылыусыларҙың етәксеһе булып һынап ҡарарға нимә этәргес бирҙе?
– Былтыр ғөмрә ҡылғанда изге ерҙәргә ғашиҡ булдым. Был тарафтарға аяҡ баҫыу менән Аллаһтан ошонда мөмкин тиклем йышыраҡ килергә насип ит, тип һораным. Хаж ғәмәлен ҡылған һәр кеше белә: был ерҙәр һәр ваҡыт үҙенә тарта. Аллаһтың Рәхмәте, ярты йыл да үтмәне, мине ғөмрә ҡылыусыларҙың етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Һәм, әлбиттә, кесе хаж сәфәренә сыҡҡан һәр кемгә ярҙам иткем, тәьҫораттарын бүлешеп, бәрәкәт алғым килә! Кем дә кем беҙҙең менән бергә Мәккә-Мәҙинә ерҙәренә ғөмрә ҡылырға теләй, рәхим итегеҙ!
– Баҫмабыҙ уҡыусыларына нимә теләр инегеҙ?
– Беҙгә бирелгән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Иң ҡиммәтлеһе беҙҙең өсөн – иман, гүзәл динебеҙ ислам. Һәр кемебеҙ остазлы булып, үҙ өҫтөбөҙҙә эшләп, маҡсатыбыҙ – яҡшылыҡты арттырыу булһын ине. Баш осонда тыныс күк йөҙө, ғаилә бәхете, именлеге, Аллаһ Ризалығына лайыҡ булырлыҡ иман, матур ғәмәлдәр насип булһын һәр беребеҙгә!