Һандыҡта нимә бар?

Һандыҡта нимә бар?

Башҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнгән «Каруанһарай» cауҙа һәм күргәҙмә үҙәгендә башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен тәшкил иткән һуғылған балаҫ, милли орнаменттар менән биҙәлгән өҫ һәм баш кейемдәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа бик күп тауарҙар тәҡдим ителә.

Бөгөнгө әңгәмәселәребеҙ – «Һандыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең етәксеһе Юрий Сергеевич Малофеев һәм уның ярҙамсыһы Юлия Викторовна Сергеева.

 

– Башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡыларын тергеҙеү һәм таратыу буйынса һеҙҙең йәмғиәт тарафынан күп эштәр башҡарыла. Милли мәҙәниәт өлкәһенә килеүегеҙ нисегерәк булды?

Юрий Малофеев: Иң тәүге тәҫьораттарым Бөрйән районы Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу менән бәйле. Хеҙмәттәштәрем менән Шүлгән мәмерйәһенән сыҡҡас, беҙҙе башҡорт тирмәһенә саҡырҙылар, өҫтәлгә һый ҡуйылған, тирмә матур итеп биҙәлгән. Миңә, 25 йәшлек егеткә, барыһы ла ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс булғандыр инде. Тирә-яғыма алан-йолан ҡарап тик ултырғанмын микән, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матур милли кейемен кейгән мөләйем бер апай, яныма килеп: «Улым, ҡыҙыл эремсектән ауыҙ ит, бик тәмле», – тине. Ул был һүҙҙәрҙе иң яҡын кешеһенә өндәшкәндәй, шундай йылылыҡ менән әйтте, мин был мәлде ғүмерем буйына онота алманым.

 

– Тимәк, этнографик күренештәр генә түгел, башҡорт халҡының үҙенә генә хас айырым күңел донъяһы ла йоғонто яһаны, тип әйтеп булалыр?

Юрий Малофеев: Халыҡтың мәҙәниәтен сағылдырған өлгөләр күп төрлө һәм ҡыҙыҡлы, ләкин бына күңел торошо менән башҡорттар айырылып тора. Был эскерһеҙлекте, ябайлыҡты тик күрә белергә кәрәк.

Бәләкәйҙән башҡорт телен тыңлап, ҡурай моңон ишетеп үҫкәнгәме, башҡорт милли мәҙәниәтен үҙ итеп, халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм тергеҙеү мөһим икәнлеген аңланым. 2015 йылда асылған «Һандыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең эшмәкәрлеге тап ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән ине.

– Ни өсөн «Һандыҡ» исемен һайланығыҙ?

Юрий Малофеев: «Һандыҡ» рус һүҙе түгел, төрки телле халыҡтарҙа был һүҙ бөтә ҡәҙерле, ҡиммәтле әйберҙәр һаҡланған урынды аңлата. Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың тормошонда ҡулланылған, ә хәҙер бик һирәк осрай торған ҡул эштәре өлгөләре үҙе бер мираҫ булып тора. Уларҙы һаҡлап ҡалыу һәм яңынан тергеҙеү эше күп яҡлы һәм еңелдән түгел. Ҡул оҫталығы сәнғәтен тағы ла киңерәк таратыу, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ сәнғәтенә арналған фестивалдәр, «түңәрәк өҫтәлдәр» ойоштороу өсөн 2020 йылда «Һандыҡ» проекты сиктәрендә ижади платформа булдырҙыҡ. Шуныһы шатлыҡлы, был сараларҙа әленән-әле яңы оҫталар, ижад һөйөүселәр менән йәнле аралашыу, фекер алышыу бара.

 

– Ниәтегеҙ бик изге! Сер булмаһа, ҡул эштәрен һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү еңелдән түгел, тигән фекерегеҙ нимәгә нигеҙләнә?

Юрий Малофеев: Йыш ҡына ерле халыҡтың үҙенең мәҙәниәтенә иҫкелек ҡалдығы тип ҡарап, өләсәйҙәренең балаҫтарын йәки һандыҡтарын йырағыраҡ йәшереп ҡуйырға тырышҡандарын да күрергә тура килде. Беҙҙең маҡсат иһә, булғанды һаҡлап ҡалыу ғына түгел, оҫталыҡ сәнғәте төрҙәрен өйрәнеү һәм артабан үҫтереү юлдарын табыу, мөмкин булғандарын үҙебеҙ етештереү һәм был йүнәлештәге эшҡыуарҙарға ҡул эштәрен һатыуға булышлыҡ итеү.

 

 

 

Боронғо әйберҙәр - яңыса

 

 

 

– Һеҙҙең оҫтаханаларҙа нимәләр етештерелә?

Юлия Сергеева: Һәр төрлө көнкүреш әйберҙәре, сувенирҙар, биҙәүестәр, өҫ һәм баш кейемдәре етештерәбеҙ. Әйткәндәй, беҙ етештергән әйберҙәр боронғо өлгөләрҙе бермә-бер ҡабатлау түгел, ә хәҙерге көн һәм мода талаптарына яуап бирерлек итеп сығарыла. Шулай уҡ, беҙ тәҡдим иткән тауарҙар араһында милли орнаменттар менән тиренән һәм тула йөндән тегелгән баш кейемдәре, хәҙер инде ярайһы ғына популярлашҡан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдеректәре, беләҙек, алҡа, муйынса кеүек һәр төрлө биҙәүес әйберҙәре, сумка, ҡайыштар, балсыҡ, йөн, йүкәнән етештерелгән көнкүреш әйберҙәре, сувенирҙар, уйынсыҡтар һәм башҡа бик күп зауыҡлы оҫталыҡ әйберҙәрен таба алаһығыҙ. Ҡул эштәре сәнғәтендә фантазия, оҫталыҡ һәм талант өсөн мөмкинселектәр сикһеҙ. Мәҫәлән, йөндө ебәккә ҡушып баҫыу техникаһы «нунофелтинг» тип атала.( Фелтинг – йөн баҫыу, нуно – японсанан тәржемә иткәндә – «туҡыма» һүҙе).

Балаҫ һуғыу оҫталары менән хеҙмәттәшлегебеҙҙе айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтке килә: ни өсөн тигәндә, өйҙәребеҙҙәге хәҙерге заманса интерьерҙы бер-ике һуғылған балаҫ йәки панно менән йәнләндереп тә ҡабатланмаҫ зауыҡ өҫтәп була.

 

– Әйткәндәй, һеҙҙең балаҫтар араһында Ғафури районы Сәйетбаба ауылы оҫтаһы Рабиға апай Ярмееваның да эштәре бар. Был хеҙмәттәшлек күптәнгеме?

Юрий Малофеев: Өфөлә уҙғарылған күргәҙмәләрҙең береһендә, балаҫ һуғып ултырған башҡорт милли кейемендәге апайҙы күреп ҡалып, янына барҙым. «Балаҫтар һатыламы?» – тигәc, ул өмөтһөҙләнеберәк: «Хәҙер был балаҫтар берәйһенә кәрәкме икән ул?» – тип һорауыма һорау менән яуап биргәйне. Был апай балаҫ һуғыу оҫтаһы Рабиға апай булып сыҡты, тиҙ арала беҙ уларҙың өйҙәрендә тағы осраштыҡ. Рабиға апайҙың өйөндә уның ҡаҙаныштарын күрһәткән стенгазета, маҡтау грамоталары, күҙҙең яуын алырлыҡ балаҫтары өйөлгән. Уның тормош иптәше Сәлих мулла менән дә таныштыҡ. Шулай итеп, хеҙмәттәшлек дуҫлыҡҡа әүерелде тиһәк тә, хата булмаҫ.

Юлия Сергеева: Сәйетбабаға барыу беҙҙең өсөн эш сәфәре түгел, ә бәлки, тарихи мөхиткә ҡайтып, ябай һәм матур күңелле кешеләр менән аралашыу ысулына әйләнде. Шуға Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге булған Сәйетбабаға бик теләп барабыҙ. Тәбиғәтенә, кешеләренә һоҡланып ҡайтабыҙ.

 

 

 

Күргәҙмәгә ҡуйылған эштәр

 

 

 

– Үрҙә әйтелгән ҡул эштәре, оҫталыҡ әйберҙәре, ғөмүмән, тарихи мираҫыбыҙҙың киләсәге менән бәйле мәсьәләләрҙе нисек күҙаллайһығыҙ?

Юрий Малофеев: Милли традициялар, шулай уҡ халыҡ ижады өлгөләре һаҡланып ҡалһын, киләсәк быуындарҙы ла ҡыуандырһын тиһәк, уларҙы көндәлек тормошҡа, көнкүрешкә индерергә кәрәк. Шул ваҡытта ғына халыҡ ижады белгестәр йәки тарихсылар ғына ҡыҙыҡһынған өлкәнән йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнәсәк һәм заманса төҫ аласаҡ.

Бәхеткә ҡаршы, халыҡ ижадына иғтибар һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек артты. Был Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә туризм индустрияһының үҫеше менән дә бәйле. Был йәһәттән хөкүмәт тарафынан алып барылған сәйәсәт тә ныҡлы ярҙам итә.

Ә етештереү өлкәһенә килгәндә иһә, боронғо оҫталар өйрәнсектәренә оҫталыҡ серҙәрен, алымдарын биреп ҡалдырһа, шунан да өмөтлөрәк күренеш юҡ, минеңсә.

 

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һәр бер башланғыстан алда дөрөҫ ниәт ҡуйылһа, ул эштең барышы ла, һөҙөмтәһе лә яҡшы була. «Һандыҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт милли оҫталыҡ сәнғәтен үҫтереү, үткән менән киләсәкте бәйләү өсөн бик ҙур эш алып бара. Алдағы эшегеҙҙә лә мәртәбәле уңыштар, ижади үрҙәр насип итһен!

 

Гөлнур Сәфәрғолова әңгәмә ҡорҙо

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...