«Хәмерле табындарҙан йыраҡ булығыҙ!..»

«Хәмерле табындарҙан йыраҡ булығыҙ!..»

Рубрикабыҙҙың сираттағы ҡунағы башҡорт телендә сыҡҡан «Әс-Сәләм» гәзитенең ҡануни мөхәррире Абдулла Айҙаров. Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән, Дағстан тарафтарында юғары дини белем алған ҡәрҙәшебеҙ бөгөнгө көндә шулай уҡ Ямал-Ненец автономиялы округының Ноябрьск ҡалаһы мәсетенең имам-наибы булып та эшләй.

 

– Абдулла хәҙрәт, Себер тарафтарында яҡташтарыбыҙ күп йәшәйме? Дин тоталармы?

– Себерҙә яҡташтарыбыҙ бик күп. Башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа бар. Күп йылдар элек Себерҙе күтәрергә тип килгән һәм яҙмышын ошо ҡырыҫ яҡтар менән бәйләгән улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташтарҙың бик аҙы ғына дин менән ҡыҙыҡһына һәм мәсеткә йөрөй. Башлыса Аллаһ Йортона ниндәйҙер ҡайғы-хәсрәт баҫҡанда йәки мәрхүмдәрҙең рухына доға бағышлатыу маҡсаты менән генә киләләр. Бына шул саҡта иман тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ ҙа инде. Аллаһу Тәғәлә алдында тәүбәгә килеүҙең мөһимлеге тураһында, киләсәктә Уға ҡайтыуыбыҙ, Раббыбыҙға рәхмәтле һәм мөхәббәтле булырға тейешлегебеҙ тураһында.

Башлыса мәсеткә Азия һәм Төньяҡ Кавказ халҡы әүҙем йөрөй. Тик беҙ, әлхәмдүлилләһ, төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ, яҡташтарыбыҙ менән төрлө сараларҙа, ҡунаҡ табындарында осрашҡанда динебеҙҙең асылы, рухи донъябыҙҙағы һәм мәҙәниәтебеҙҙәге мөһим роле тураһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Аллаһу Тәғәлә үҙенең бәндәләренең дәрәжәһен иман һәм ғилем аша күтәрә бит, тырышлығыбыҙ бушҡа китмәҫ, ин шәә Аллаһ.

 

– Һеҙ йыл да күп итеп, тыуған республикабыҙҙа ла, Себер тарафтарында ла «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратаһығыҙ. Был изге эште ниндәй ниәт менән башҡараһығыҙ?

– Аллаһу Тәғәләнең ризалығы өсөн һәм халҡыбыҙҙы дингә өндәр өсөн. Был, әлбиттә, бик юғары һүҙҙәр. Улай тип әйтергә, бәлки, тулы кимәлдә хаҡым да юҡтыр. Ләкин Аллаһ һинең аша Үҙенең икһеҙ-сикһеҙ ғилеменең ниндәйҙер бер өлөшөн был донъяға таратыу мөмкинлеген тыуҙыра икән, быны рәхмәтле булып ҡабул итергә кәрәк. Цифрлаштырыу заманына ҡарамаҫтан, матбуғат биттәрендә донъя күргән, ташҡа баҫылған мәғрифәт баҫмалары үҙҙәренең актуаллеген юғалтмаҫ, тип уйлайым. Шул иҫәптән, «Әс-Сәләм» гәзите аша ла дини ғилемдең, иман нурының һәр йортҡа һәм артабан һәр йөрәккә барып етеренә ныҡ ышанам.

– Тиҙҙән Миләди йыл календары буйынса Яңы йыл етә. Ғәҙәттә, байрам алдынан мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында Шыршы байрамдары үткәрелә. Был байрамдарға диндең ҡарашы нисек?

– Яңы йылды мосолман кешеһе Миләди йыл календары буйынса бер йылдан икенсеһенә күсеү ваҡыты, тип кенә ҡабул итергә тейеш. Үткән йылдың һөҙөмтәләрен барлау, яңы йылға пландар ҡороу, ваҡыттың бик тиҙ үтеүе, донъяның фанилығы тураһында уйланыу. Иманлы кешегә шау-гөр килеп табын йыйыу, бигерәк тә мәжүсилек йолаларына тап килгән символдар йәки атрибутика ҡулланыу килешкән эш түгел. Был байрамға мистик мәғәнә биреп, ниндәйҙер тылсым көтөп ултырыу ҙа – ахмаҡлыҡ. Балаларыбыҙ Шыршы байрамдарында ҡатнашҡан осраҡта ла, уларға был байрамдың тарихын бәйән итеп, асылын аңлатыу мөһим.

Шул уҡ ваҡытта кескәйҙәребеҙгә Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре тураһында һөйләп, ошо изге көндәргә ҡарата хөрмәт һәм мөхәббәт тойғолары тәрбиәләһәк – бик сауаплы ғәмәл булыр.

 

– Яңы йыл табындарына мул итеп ризыҡ әҙерләү ҙә ғәҙәткә ингән. Исламда «исраф» тигән төшөнсә лә бар бит әле, ошо хаҡта ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.

– Исраф – ваҡыттың һәм аҡсаларҙың кәрәгенән артыҡ сарыф ителеүе. Шәриғәт тарафынан тыйылмаған ризыҡ әҙерләгән хәлдә лә, уны кәрәгенән артыҡ яраштырыу кәрәкмәй. Ысынлап та, яңы йыл табындары һәр төрлө һыйҙарҙан һығылып тора. Күп итеп ҡорһаҡты тултырған хәлдә лә, ризыҡ артып ҡала. Әсеп, күгәреп, иҫкереп, тәғәмләнер өсөн яраҡһыҙ хәлгә килгән аҙыҡты сығарып түгергә мәжбүр булалар. Ә бит бының өсөн Ғаләмдәр Хужаһы алдында яуап тоторға кәрәк буласаҡ. Аллаһ Үҙенең Изге Китабында исраф итеүҙе тыйған. «Әл-Әғраф» сүрәһендә былай тиелә (мәғәнәһе): «Эй һеҙ, Әҙәм балалары! Һәр мәсет янында зиннәтле кейемдәрегеҙҙе кейегеҙ. Ашағыҙ, эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ. Ул бит исраф иткән кешеләрҙе яратмай» (31-се аят). Исраф ҡылыусыларҙы Аллаһу Тәғәлә шулай уҡ шайтандың ҡәрҙәштәре тип атай (мәғәнәһе): «Туғандарыңа тейешлеһен бир: ярлыларға ла, юлаусыларға ла (бир), ләкин бушҡа исраф итмә. Исраф иткән – шайтан туғаны, ә шайтан Раббының ҡәҙерен белмәй» («Әл-Исра», 26-27-се аяттар). Сама белмәгән ауыҙлыҡһыҙ нәфсебеҙҙе ҡотортҡансы, эргә-тирәбеҙҙәге мохтажлыҡ кисергән кешеләрҙе иҫкә төшөрөү һәм уларға ярҙам ҡулы һуҙыу урынлы булыр.

 

– Байрам көндәрендә ҡунаҡҡа йөрөшөү, бүләктәр бирешеү бик матур йола, минеңсә. Ул туғанлыҡ ептәрен нығыта, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп йорттарҙа ошондай мәжлестәр хәрәм эсемлектәр менән уҙғарыла. Хәмерҙең зыяны тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.

– Хәмер – ул иҫерткес. Алкоголь, наркотик ҡулланыуҙың кеше һаулығы өсөн зыяны бик ҙур икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Иң тәү сиратта ул кешенең менталь (психик) хәленә зыян килтерә. Хәмер – ғәрәп теленән «ҡаплау», «йәшереү» тип тәржемә ҡылына, йәғни, кешенең аңын томалай, ҡаплап ҡуя. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә хәмерҙе юҡҡа ғына хәрәм ҡылмаған (мәғәнәһе): «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, ҡомарлы уйын, ботҡа табыныу, уҡ (отош уйнай торған), – бөтәһе лә шайтандан килгән шаҡшылыҡ. Уларҙан һаҡланығыҙ! Бәлки, бәхетле булырһығыҙ! Хәмер һәм ҡомарлы уйын менән шайтан һеҙҙең араға дошманлыҡ, нәфрәт, һалырға, Аллаһты иҫкә алыуҙан, намаҙ уҡыуҙан тайҙырырға тырыша. Тыйылырһығыҙмы һеҙ?!» («Әл-Маидә», 90-91-се аяттар)

Иҫерткес эсемлектәр һәм марихуана, кокаин, героин һ.б. төр наркотиктар һис шикһеҙ хәмер категорияһына ҡарай. Был хәрәм әйберҙәрҙе реаль тормоштан фантазиялар донъяһына ҡасыу маҡсатында ҡулланыу үҙе үк Аллаһу Тәғәләнең тәҡдиренә ҡаршы килә. Хаҡ Тәғәләне һәр саҡ иҫтә тотоу мөмкинлеген юҡҡа сығара. Наркотиктарҙы ҡулланыу шулай уҡ бик етди физик, психологик һәм әхлаҡи эҙемтәләргә дусар итә. Бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә был эҙемтәләр яҡшы билдәле: көс ҡулланыу, енәйәт ҡылыу, ваҡытынан алда яҡты донъя менән хушлашыу, ғаиләләрҙең тарҡалыуы, енси аҙғынлыҡ һ.б. Хәмер ҡулланған һәр кем – йәмғиәтебеҙҙең потенциаль сирле ағзаһы. Ул йәмғиәтебеҙҙең башҡа ағзалары алдындағы бурыстарын да, Аллаһу Тәғәлә алдындағы бурыстарын да тулы кимәлдә үтәү һәләтенә эйә түгел.

 

– Аллаһ һаҡлаһын инде! Хәмер ҡулланылған ергә барһаң – гонаһ, гел ситләшеп, бармай ҡалһаң, туғандар араһында аңлашылмаусанлыҡҡа алып килә. Был осраҡта ни эшләргә?

– Мосолмандар өсөн туғанлыҡ ептәрен һаҡлау бик мөһим, ләкин яҡындарыңдың гонаһлы эштәрен хуплау, гонаһ ҡылыуҙа булышлыҡ итеү, уларҙы тыймау дөрөҫ булмай. Мәҫәлән, һеҙ кемгәлер ҡунаҡҡа килдегеҙ, ә унда ғәйбәт һөйләйҙәр, иҫерткес эсемлектәр эсәләр, кәрт һуғалар, оятһыҙ анекдоттар тыңлайҙар, әхлаҡһеҙ фильмдар ҡарайҙар һ.б. икән ти, был осраҡта, башҡалар менән бер рәттән гонаһына батмаҫ өсөн бындай мәжлестәрҙе ҡалдырыу зарур.

Беҙ аңлашмаусанлыҡ йәки конфликттарға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Хәрәм ҡуланылған урындарҙан йыраҡ йөрөргә, әммә башҡа ваҡытта туғандар менән йылы мөнәсәбәттә булырға, аралашырға, ярҙам итергә, йомшаҡ ҡына дәғүәт итеп, иманға саҡырырға кәрәк. Һәм тағы шуны аңлатырға: туғанлыҡ ептәрен һаҡлау – ул, бергә ултырып араҡы эсеү йәки бергә гонаһ ҡылыуҙан ғибәрәт түгел. Ибне Әбү Хәмзә (уға Аллаһтың рәхимлеге булһын!) әйткән: «Туғанлыҡ ептәрен нығытыу – ҡай саҡ аҡса аша бойомға ашырыла, ҡайһы саҡ – ҡыйын саҡта ярҙам, ниндәйҙер зыяндан һаҡлау, ҡурсалау, ә ҡайһы саҡ – ихлас йөҙ һәм туғаның өсөн ҡылған доға аша атҡарыла». Имам ән-Нәүәүи (рәхимуллаһ) иһә: «Туғанлыҡ ептәрен нығытыу – ул туғандарыңа ҡарата изгелек ҡылыу. Быны һәр кем, туғанының ихтыяжын иҫәпкә алыу менән бергә, үҙенең мөмкинселегенән сығып эшләй. Ҡай саҡ быны мөлкәт ярҙамында үтәй, ҡай саҡ туғанының йомошон йомошлай, барып хәлен белә, ә ҡайһы саҡ сәләм генә күндерә һ.б.», – тигән.

Аллаһ Илсеһе лә ﷺ: «Туғанлыҡ ептәрен сәләм күндереү аша булһа ла һаҡларға тырышығыҙ», – тип әйткән бит (Табәрани, Әл-Баззар).

 

 – Абдулла хәҙрәт, йөкмәткеле яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңы 2026 йылға аяҡ баҫҡанда, дин ҡәрҙәштәрегеҙгә ниндәй сәләмдәр күндерергә теләр инегеҙ?

– Ил-йортобоҙ имен булһын! Барыбыҙға ла, тыныс тормошта Аллаһу Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып, ике донъя бәхеттәренә ирешергә насип булһын!

 

 

Зөлфиә Ханнанова әңгәмә ҡорҙо

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе – Сәмәрҡәндтең иҫтәлекле урындары менән танышып сыҡҡас, изге сәфәребеҙҙе ойоштороусы диндәштәребеҙ беҙҙе Бохара яғына алып сығып китте. 255 саҡрым юлды дүрт сәғәттә уҙҙыҡ.   Сал тарихлы төйәккә аяҡ баҫҡанда, дөм ҡараңғы төн ине, шуға ҡарамаҫтан,...


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Шайтан яҙмалары

Йоҡлай бир   Роя иртәгә математиканан им-тихан бирергә бара. Шуға ла ул бөгөн баш күтәрмәй әҙерләнергә тейеш ине, ә мин уға ҡамасауланым. Һа-һа-һа! Бөгөн иртән әсәһе телефондан шылтыратҡанда ла, уға торорға ирек бирмәнем. Ҡолағына: «Роя! Әле үк уҡып ыҙаланма! Кискә тиклем ваҡыт күп бит...


Милли кейем

Милли кейем – ул халҡымдың Сағылышы, йөҙө. Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте, Сәсәнлеге, һүҙе. Ҡыҙҙарының гүзәллеге, Ир-атының сәме. Ағинәйҙәр аҡылы ла, Аҡһаҡалдар ғәме. Милли кейем – ул халҡымдың Ҡабатланмаҫ йәме. Бал, ҡорото, сәксәгенең, Ҡымыҙының тәме. Меңдәр янында танытҡан Рух...


Башлаған проектым уңышһыҙлыҡҡа осраны

Эшҡыуарлыҡ буйынса бер лекторҙың сығыштарын оҙаҡ ваҡыт тыңланым, уның бер нисә түләүле курстарын үттем. Әйткәндәренән илһамланып, ниһайәт, үҙ эшемде башлап ебәрҙем. Әммә, уның бөтә кәңәштәренә таянып эш итеүемә ҡарамаҫтан, башлаған эшем уңыш килтермәне, ҙур бурысҡа баттым. Был хәлдән һуң күңел...