«Уңыш сере – тырышлыҡ!..»

«Уңыш сере – тырышлыҡ!..»

«Уңыш сере – тырышлыҡ!..»

Әлхәмдүлилләһ, «Әс-сәләм» гәзитен уҡыусылар һаны йылдан-йыл арта. Бында халыҡты гәзитебеҙ менән таныштырыу, яҙҙырыу һәм таратыу кеүек бурыстарҙы ирек-ле рәүештә үҙ өҫтәренә алған ихлас заттарҙың өлөшө әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Күптән түгел миңә Аллаһ ризалығы өсөн ошондай изге ғәмәл башҡарыусыларҙың береһе менән әңгәмә ҡороу форсаты тейҙе. Шулай итеп, рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы − билдәле йәш эшҡыуар, «Аҙаш» ойошмаһы етәксеһе Рифат Ғәле улы Раҡаев.

 

− Рифат, Һеҙ Баймаҡ районы егете бит инде. Ниндәй мөхиттә тәрбиә алдығыҙ? Үҙегеҙҙең дингә баҫыуығыҙ нисек булды?

– Мин Ишмөхәмәт (элекке Ҡарамалы) ауылы егетемен. Алтынсы синыфта мине, бер ҡыҙ менән икебеҙҙе, ни өсөндөр «Иман нуры» тигән район конкурсына ебәрҙеләр. Мөнәжәт әҙерләнем, теге ҡыҙ доға ятланы. Дини сараға юлланыр алдынан, ауылыбыҙҙың имамы Ғүмәр хәҙрәт янына мәсеткә инеп, оло кешенең фатихаһын алғас ҡына, район сараһына юлланырға булдыҡ. Тап шул көндө тәүге тапҡыр мәсеткә индем. Аллаһ йортона аяҡ баҫыу менән изге урында ни тиклем тыныс һәм рәхәт икәнлеген тойҙом, һәм ул хис мине ғүмерем буйына оҙата килә. Ауылыбыҙ имамы шул көндө мөнәжәтемде доға менән тамамлап ҡуйырға кәңәш итте. Ҡайтҡас, «Әл-Фәтиха» сүрәһен ятланым, хәҙрәт ҡушҡанса эшләп, район конкурсында икенсе урын алдым.

Урта һәм өлкән кластарҙа Сибай ҡалаһы гимназия-интернатында белем алырға тура килде. Ул саҡта доға уҡыу һирәк күренеш булдымы икән, имтихан алдынан тиҫтерҙәрем гел яныма килеп, доға ҡылыуымды һорап, мин уҡып бөткәс, хәйер биреп китәләр ине.

Әлхәмдүлилләһ, Аллаһу Тәғәлә дин юлына баҫтырҙы! Һигеҙенсе синыфта уҡығанда, Лилиә исемле ҡыҙ менән интернат шарттарында икәүләп тәү тапҡыр ураҙа тоттоҡ. Шунда ниңәлер беҙҙе ашнаҡсы апайҙар ныҡ үҙ итте, айырым бүлмәлә ауыҙ астыралар ине, таң атыр алдынан уятып, сәхәр эсерәләр ине, Аллаһтың киң Рәхмәте яуһын уларға!!! Шунан бирле ураҙа тотам. Мәктәп йылдарында мәсеткә йома намаҙына йөрөп, аҙаҡ яйлап биш ваҡыт намаҙға баҫтым.

− Тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына эшҡыуар була ала. Эшҡыуарлыҡҡа тотонорға нисек йөрьәт иттегеҙ?

– Бәләкәйҙән, мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ ҡайҙа уҡырға, ниндәй һөнәр алырға, ни өсөн был донъяға тыуғанмын, тип оҙаҡ уйлана торғайным. Сығарылыш класына барып еттем, әле һаман бер үҙгәреш юҡ, ҡайҙа барырымды күҙ алдына ла килтерә алмай йонсоном. Шул саҡта бик ҡыҙыҡлы ваҡиға булды: синыфташтарым, «кемдең кем булаһы килә» тигән темаға арнап, күңелле генә шарж сығарҙы. Шунда мине мулла итеп төшөргәйнеләр.

Мәктәптә төп белем алып сыҡҡас, тәүҙә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында химик-лаборантҡа уҡыным, аҙаҡ инде Башҡорт дәүләт аграр университетында электрика буйынса инженер һөнәрен алып сыҡтым. Килемле генә эшкә урынлаштым. Ҙур ойошма ине ул, сер түгел, мин унда тәүҙә ашҡынып барҙым. Аҡсаны мул түләнеләр, әммә эш бик тынғыһыҙ булғас, фарыз ғибәҙәт өсөн форсат табыу анһат түгел ине, йома ғәйетенә барыу хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Намаҙымды ваҡытында уҡый алмағас, ныҡ борсола торғайным. Мин быға һис тә риза түгел инем. Аллаһтың Ҡөҙрәте сикһеҙ, күп тә үтмәй, Ул барыһын да үҙ урынына ҡуйҙы: йәш белгес булараҡ, мине эшемдән ҡыҫҡарттылар. Шунан инде, кәләшем менән кәңәшләшеп, үҙ эшебеҙҙе асырға, тигән ныҡлы ҡарарға килеп, аҡса йыйып, эшҡыуарлыҡ даирәһенә сумдым.

 

− Эш асыу бер, әммә бизнесты алға алып барыу, кешеләр менән аралашыу, улар менән ыңғай мөнәсәбәт булдырыу – икенсе мәсьәлә. Дин юлында булыу эшегеҙҙә ярҙам итәме?

– Был эштең тик ыңғай яғын ғына күрәм, Әлхәмдүлилләһ! Кеше менән тығыҙ аралашаһың: кемдер яңылыҡтарын, шатлығын уртаҡлаша, кемдер ҡайғы-хәсрәтен һөйләп китә. Мәңге ҡәнәғәт булмаған клиенттар ҙа булғылай! Диндә булғас, тик ыңғай яғын күрергә, эстән генә уның кәйефһеҙ булыуын аҡларлыҡ сәбәптәр табырға тырышаһың. Ыңғайын таба алмаһаң, уйҙарыңды үҙеңә йүнәлтәһең: тимәк, үҙем ҡайҙалыр хата ебәргәнмен, яңылышҡанмын, уйламайса, кемделер рәнйеткәнмен (был хәл заказдар күбәйеп киткән саҡта булыуы ихтимал). Элегерәк заказдар кәмеһә, күңелгә ҡыйын булып, көйөп тә йөрөлә ине. Ә хәҙер инде, шөкөр, шундай мәлдә Аллаһтан күберәк ғәфү үтенергә, тәүбә ҡылырға, зекерҙәр уҡырға кәрәклеген аңлайһың. Кисен иһә, дөрөҫөрәге, ятыр алдынан үткән көндө ентекле байҡап сығам. Эшемдә ни килеп сыҡһа ла, килем алдыммы әллә юҡмы, барыһына шөкөр ҡылырға кәрәк, тигән һығымтаға килдем мин.

 

− Эшҡыуар һатыуҙан алған килемдән һәм аҡсанан түләнәсәк нисап һәм зәкәт тураһында онотмаҫҡа тейеш.

– Эй, байыҡҡас бирермен әле, тип, зәкәт, хәйриә эштәрен инҡар итмәҫкә кәрәк. Әлбиттә, исламдың был терәүен үтәйем, төрлө хәйриә акцияларҙа ҡатнашам. Шуны асыҡланым, дуҫтарыма ла әйтәм, иҫтәренә төшөрәм: күберәк биргән һайын, артып ҡайта. Ошо йәшкә етеп, миңә Аллаһу Тәғәлә барыһын биргән – мин донъяла иң бай кешемен: кәләшем, ғәзиз балаларым, яратҡан эшем, ҡайтып инергә йортом бар, әлхәмдүлилләһ!

 

− Аллаһтан бирелгән иң оло ниғмәт ул – иман. Ошо байлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн нимәләр кәрәк беҙгә?

– Өйҙәге мөхит – кәләшемдең миңә терәк булыуы, хәләл ризыҡ әҙерләп тороуы бик мөһим. Әлхәмдүлилләһ, рухи яҡтан миңә яҡын, ышаныслы, үҙ аллы үҫеш өсөн йүнәлеш биреүсе остазым бар. Уның янына барған һайын донъяның фани ғына, әхирәт тормошона әҙерләнеү барыһынан да мөһимерәк икәнен нығыраҡ аңлайһың.

 

− Рифат, Һеҙ һәр ваҡыт юлда: йә сәйәхәт итәһегеҙ, йә эш сәфәре менән төрлө ҡала һәм райондарҙы иңләйһегеҙ. Ислам дине лә бит сәйәхәт итеүҙе хуп-лай. Иң иҫтәлеклеһе, тип ҡайһы сәфәрегеҙҙе атар инегеҙ?

– Былтыр йыл аҙағында ҡатыным миңә ғөмрәгә путевка бүләк итте. Тәүҙә ҡурҡыбыраҡ ҡалдым: «Ундай ергә өлкәнәйгәс, йөрәк өҫтөндә нығыраҡ эшләп, рухи яҡтан үҫешкәс кенә баралар. Мин быға әҙер түгел!» – тинем ҡатыныма. Ул: «Уйлама, һине шайтан артыҡ ҡоторта, Аллаһ юлыңды аса ул», – тип күңелемде үҫтереп ебәрҙе.

Һәм ысынлап та, кесе хаж – иң матур, иң тулҡынландырғыс сәфәрем булды. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ мәсетендә, «Әл-Хәрәм»дә күҙ йәштәрен сығарып намаҙ уҡыу, изге ерҙәргә зыярат ҡылыу ниндәй оло бәхет! Ҡайтҡас, Шамонин егеттәре менән бергә йыйылып, сәй эсеп алдыҡ. Ғөмрәгә барып ҡайтығыҙ, матур ғибәҙәтте аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ, тип өгөтләй башланым йәштәрҙе, туғандарға, дуҫ-иштәргә лә шуны әйтәм.

 

− Ир-егет үҙ ғүмерендә ул үҫтерергә, йорт һалырға һәм ағас ултыртырға тейеш, тиҙәр. Ошо «тейеш» тигәнгә тағы ла нимәләрҙе өҫтәр инегеҙ?

– Йорт һалыу, ағас ултыртыу, әлбиттә, кәрәк. Ир-егет өйөндә дини тәрбиә бирергә тейеш. Эштән ҡайтып, яңғыҙ ғына намаҙ уҡыу түгел, яныңа балаларыңды саҡырып, бергәләп ғибәҙәт ҡылығыҙ. Эйе, тәһәрәт алыуҙары ныҡ оҙаҡ булыуы мөмкин, әммә ошо мөҡәддәс эштә һәр кемебеҙгә сабырлыҡ, даимилыҡ кәрәк. Улымдың һәм ҡыҙымдың кескәй сағынан дини мөхиттә үҫеүен теләйем. Һәр намаҙҙан һуң игеҙәктәремә, доға ҡылығыҙ, тим, һәм улар, ихлас ҡулдарын күтәреп, белгәндәрен әйтеп сыға. Айырыуса, ғәзиздәрем ифтар мәлен күҙәтергә ярата, артыбыҙҙан ҡабатлай. Шулай итеп, йылдар үткәс, терһәкте тешләрҙәй булып ултырмаҫ өсөн, көн дә матур тәрбиә бирергә бурыслы һәр беребеҙ. Уңыш сере – тырышлыҡ!

 

− Рифат ҡустым, төплө һәм ихлас яуабығыҙ өсөн ҙур рәхмәт Һеҙгә! һәр йортта иман нуры балҡыһын, һөйөү, йылылыҡ, үҙ-ара аңлашыу хакимлыҡ итһен! Һәр бала ата-әсәһенең күркәм мөғәмәләһен, әҙәбен күреп үҫһен! Рифат ҡустым, илебеҙҙә һеҙҙең кеүек ыңғай һәм матур фекер йөрөткән ир-егеттәр күберәк булһын ине!

 

 

Светлана Ғәлиуллина әңгәмә ҡорҙо

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...