Ҡөрьән менән дауаланығыҙ

Ҡөрьән менән дауаланығыҙ

Бөгөн күп илдәрҙә тауыш тулҡындарын (вибрация) төрлө ауырыуҙарҙан, хатта яман шештән дауаланғанда ҡулланалар. Өндәрҙең мөһимлеген, Ҡөрьәндең дауа икәнен иҫәпкә алһаҡ, тап изге китапты көйләп уҡыу бөтөн организмға һәм һәр күҙәнәккә ыңғай тәҫьир иткәнен ғалимдар иҫбатлаған. Әлбиттә, шифа бары тик Аллаһу Тәғәләнән, бары тик уның ярҙамы менән икәненә инаныу, иманыңдың камиллығы һәм ныҡлығы − уңыштың төп нигеҙе.

Ауырыу кеше Ҡөрьәнде үҙе уҡыһа, яҡшыраҡ, сөнки сиргә үҙ тауышыңдың тәҫьире көслөрәк. Ҡөрьәнде уҡығанда йәки тыңлағанда, күҙәнәктәрҙә баланс көй-ләнә. Билдәле ауырыуға ҡағылышлы сүрәләрҙе иртәле-кисле етешәр тапҡыр уҡыу яҡшыраҡ. Йоҡлаған ваҡытта ла мейе актив ҡала һәм сүрәләргә реакцияһы һаҡланғаны тикшеренеү һө-ҙөмтәләре буйынса билдәле.

Ниндәй генә сир булмаһын, барса насарлыҡтарҙан ҡалҡан булған, һәр ваҡыт уҡылырға те-йешле «Фәтиха», сүрәһен, «Аятөл Көрси»ҙе, «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен беләбеҙ. Ҡурҡҡанда һәм хәүефле саҡта «Ҡөрәйеш» сүрәһен, хәсрәтле ваҡытта «Йософ» сүрәһен, тире сирҙәре һәм оҙайлы хроник ауырыу ваҡытында Әйүп пәйғәмбәр доғаһын («Пәйғәмбәрҙәр» сүрәһе, 83-сө аят) уҡыу тәҡдим ителә.

 

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Шайтан яҙмалары

Мәсеткә мин дә йөрөйөм   Әллә һеҙ мине мәсеткә йөрөмәй, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, киреһенсә, мин мәсеткә бик йыш йөрөйөм. Шул тиклем шәп тә инде мин! Һа-һа-һа! Бөгөн һеҙгә һөйләйәсәк ваҡиға ла мәсеттә булған хәл.   Бөгөн көндөҙ мин мәсеткә кергәндә, Дауыт хажи минең арттан килеп инде. Ул...


«Донъя йорто – бер көнлөк йорт…»

Фазылйән хәҙрәт Һөйөндөковтың васыятнамәһе   Һәр ҡайһығыҙға ғилем өйрәтә алмаһам да, ошо мин әйткәндәрҙе ғәмәлдә ҡулланһағыҙ, ин шәә Аллаһ, Аллаһу Тәғәлә ярлыҡар, тип өмөт итеп булыр. Туғандарым, мин һеҙгә донъя көтөү тәртибен өйрәтмәйем, сөнки уны үҙегеҙ миңә ҡарағанда ла яҡшы белергә...


Ҡыҙым йәнһүрәттәргә ныҡ мыуығып китте

Һуңғы ваҡытта балам сит ил йәнһүрәттәрен һәм сериалдарын даими рәүештә ҡарай. Геройҙарына телмәрендә, кейем стилендә, ҡыҙыҡһыныуҙарында оҡшарға тырыша. Ә ундағы өҫтөнлөктәр беҙҙең ғаиләлә һәм йәмғиәттә ҡабул ителгәндәрҙән айырыла. Ҡыҙымдың әле үҫмер генә булыуы мине борсой. Нимә...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...