Иртә уяныуҙың файҙаһы

Иртә уяныуҙың файҙаһы

Йоҡо – кеше ғүмеренең мөһим бер өлөшө. Ул организмға ял бирә, мәғлүмәттәрҙе үҙләштереүгә ярҙам итә. Кешенең байтаҡ ғүмере йоҡо хәлендә уҙа. Йоҡо – ул бәләкәй үлем.

 

Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ, иртән уянғас, сәхәбәләренә: “Хаҡтыр, Аллаһу Тәғәлә Үҙе теләгән саҡта һеҙҙең йәндәрегеҙҙе алды һәм Үҙе теләгән саҡта кире керетте”, – тип әйткән.

Ғалимдар был хаҡта ошолай ти: “Йоҡлаған саҡта йәндең (рухтың) тән менән бәйләнеше бер тиклем өҙөлөп тора. Ә инде был бәйләнештең бөтөнләйгә өҙөлөүе үлем осрағын аңлата”.

Яҡты донъяла бәхеткә һәм уңышҡа ирешер өсөн ваҡытты нисек дөрөҫ бүлергә һуң? Ислам барлыҡ кешеләрҙе сәләмәт тормош алып барырға өндәй, сөнки һаулыҡ – Аллаһу Тәғәлә тарафынан беҙгә ваҡытлыса ғына ҡулланыу өсөн бирелгән аманат. Ошо ваҡыттың ҡәҙерен белергә һәм һәр нәмәне үҙ ваҡытында эшләп өйрәнергә кәрәк. Әгәр кеше ваҡытты хөрмәт итергә өйрәнмәһә, ҡотолоуы ауыр булған ҡапҡанға эләгә: тейешле эштәрҙе ваҡытында эшләп өлгөрмәй, тормошонда мөһим роль уйнаған хәл-ваҡиғаларға һуңлай, ҡулынан ысҡынған уңышты ҡыуып етер өсөн туҡтауһыҙ ҡайҙалыр ашыға.

Бөгөнгө көндә фәнни иҫбатлауҙар буйынса кеше өсөн иң бәрәкәтле ваҡыт арауығы таңғы 4.00-6.00-нан алып көндөҙгө 11.00-12.00-гә тиклем. Артабан әүҙемлек кәмей башлай. Төнгә килгәндә инде, был осорҙа кешенең әүҙемлеге минималь һөҙөмтә бирә һәм шуға ла уны йоҡо өсөн ҡулланыу – иң уңайлыһы. Әйткәндәй, йоҡо – ризыҡ кеүек үк, кеше организмы өсөн бик кәрәкле компонент.

Ғалимдар тарафынан был өлкәлә күп һанлы эксперименттар уҙғарылған. Әүҙем тормош алып барыу һәм эшмәкәрлекте көсәйтеү өсөн ниндәй арауыҡта нисә сәғәт йоҡо талап ителгәне ҡыҙыҡһындыра. Үҙҙәре теләп экспериментта ҡатнашыусыларҙы тикшергәндән һуң, бик ҡыҙыҡ фекергә киләләр: кеше тәүлегенә бер тапҡыр ғына түгел, ә ике тапҡыр йоҡларға тейеш. Төндә – сәғәт ундан иртәнге дүрткә тиклем, көндөҙ – берҙән икегә тиклем. Был асыш Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ көндөҙгө йоҡо тураһындағы хәҙисенә өҫтәмә дәлил булып тора.

Бөгөн заманса технологиялар быуатында йәшәп, әленән-әле Ҡөрьәндә 1400 йыл элек әйтелгән хәҡиҡәттәргә иҫбатлауҙар табабыҙ.

Ғилми тикшеренеүҙәр төнгө йоҡо 21.00-22.00 сәғәт тирәһендә башланырға тейешлеген күрһәтте. Был организмдың йоҡоға әҙерләнгән ваҡытына тура килә: ҡан баҫымы, температура түбәнәйә, барлыҡ функциялар ҙа һүлпәнәйә.

Ошо мәғлүмәтте иғтибарға алмаған, йәғни 23.00 сәғәттән һуң йоҡоға талған кеше үҙенең аҡыл эшмәкәрлегенә хилафлыҡ килтерә. Бындай режим рухи көстө, иғтибарлылыҡты кәметә. Күберәк ашау һәм эргә-тирәләгеләрең менән конфликтҡа инеү теләген арттыра. Әгәр ҙә инде ваҡытында ятып йоҡлаһағыҙ, организмға көс туплау өсөн алты сәғәтлек йоҡо ла етәсәк.

Төнгө 3 һәм 4 араһында тороп өйрәнгән кешеләр ғаләм серҙәрен күңеленә һеңдерә, тап ошо ваҡытта ғилем ишектәре асыла. Кеше ни тиклем һуңыраҡ тора, шул тиклем был һәләттән нығыраҡ алыҫлаша.

Иң позитив кешеләр ғәҙәттә 4 менән 5 араһында уяна. Был ваҡыт арауығында Ерҙе солғап алған бәхет көнө буйына етерлек оптимизм һәм һәйбәт кәйеф менән тәьмин итә.

Әгәр ҙә һеҙ 5 һәм 6 араһында тораһығыҙ икән, бүләккә һаулыҡ һәм тыныслыҡ ирешер.

6 менән 7 араһында тороу нисектер әле, ғүмер итергә, яйын табып сирҙәрҙән арынырға, ҡәҙимге тонуста ҡалырға мөмкинлек бирә. Әммә ләкин һеҙҙең көнөгөҙ сәғәт 7-нән һуң башланһа, организмдың мөмкинлектәре бик ныҡ һүлпәнәйә, сир-ауырыуҙарға бирешеүсәнлеге арта.

7 менән 8 араһында уяныу ваҡыт үтеү менән яйлап һаулыҡты ҡаҡшата, 8 менән 9 араһында тороу хроник сирҙәргә юл аса, 9 һәм 10 араһында йоҡонан тороу даулап булмаҫлыҡ сирҙәргә килтерә.

Кеше бөтә нәмәне үҙ ваҡытында эшләп өйрәнһә, үҙ эшенән ҡәнәғәтлек таба. Әгәр һеҙ көн дауамында дәртле, әүҙем булып ҡалғығыҙ килһә, уянғас та түшәктә ятыуҙы дауам итеүҙе ғәҙәткә алмағыҙ, сөнки уяу килеш түшәктә уҙғарған һәр 5 минут һайын 10% тонусығыҙҙы юғалтаһығыҙ.

Һуң ятып һуң тороусыларҙың бәләһе шунда: улар Аллаһу Тәғәлә ﷻ Үҙенең сикһеҙ Рәхимлеге менән ҡолдары нимәгә мохтаж булһа, шуны өләшкән бәрәкәтле мәлде ғәфләттә үткәреп ебәрә. Ислам дине таң алдынан ер йөҙөнә бәрәкәт таралған ваҡыт икәнен теүәл раҫлай. Сәхих хәҙистә әйтелгәнсә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ҡыҙы Фатиманың иртәнге намаҙҙан һуң ятып торғанын күргәс, үтеп барышлай шулай тип өндәшкән: “ Йә, ҡыҙым, тора һал, Аллаһ Үҙенең ҡолдарына бәрәкәт таратҡанда ғәфләттә ҡалыусылар араһында булма. Хаҡтыр ки, Раббыбыҙ кешеләргә тейешле ризыҡты таң алдынан һәм ҡояш байыр алдынан тарата”.

Иртә торған кеше күп эш эшләп өлгөрә. Көндәлек эштәр тураһында уйларға, уларҙы планлаштырырға ла ваҡыт ҡала. Башҡа шәп һәм файҙалы идеялар килә (иртән мейебеҙ һәйбәтерәк эшләй бит). Ошо рәүешле, көнөбөҙ бәрәкәтле һәм емешле була. Шулай уҡ иртәнге мәл Аллаһу Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу, Ҡөрьән уҡыу, зекер әйтеү өсөн дә бик уңайлы, сөнки эш көнө башланғас, беҙ өҫтәмә ғибәҙәттәр түгел, хатта тейешле фарыз ғәмәлдәрҙе үтәргә лә саҡ ваҡыт еткерәбеҙ.

Бына шуға ла барыбыҙға ла ваҡытты ҡәҙер итергә, һәр нәмәне үҙ ваҡытында эшләргә өйрәнеү бик мөһим. Ваҡыт беҙҙең беребеҙҙе лә көтөп тормай. Кисәге көн – бөгөн инде тарих. Иртәгәһе көн – сер. Ваҡыттың ҡиммәте бөгөнгө көнгә тупланған. Ысынбарлыҡ – бары тик бөгөн һәм хәҙер.

Бер билдәле фәйләсуф әйтмешләй: “Үлгәс йоҡо туйҙырыр өсөн ваҡыт күп булыр”.

 

Мәрйәм Мусиева

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Ни өсөн Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙе ﷺ яратырға кәрәк?

14 августа Рәбиғел айы башлана. Уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр, йәғни, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо айҙың 12-се көнөндә, дүшәмбелә, сәхәр ваҡытында донъяға килә. Күркәм ай алдынан һәр беребеҙҙең йөрәгендә йәшәгән оло мөхәббәт тураһында һөйләшеп алайыҡ.   Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ яратыуы-быҙҙың...


Кишер менән нут борсағы турамаһы

Ингредиенттар: 1 эре кишер бешкән нут борсағы - 100 г бер бәйләм петрушка үләне Тәм буйынса тоҙ, ҡара борос, паприка, куркума үҫемлек майы   Әҙерләү барышы: Кишерҙе эре тешле ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Петрушка үләнен ваҡлап турағыҙ. Бешкән нут борсағын һәм тәмләткестәрҙе өҫтәгеҙ. Етен...


Ғималетдин мулла

«Беҙҙең Сәйетбаба ауылы тарихы яҙылһа, ул бер китап түгел, томдар булыр ине, – ти ауылыбыҙҙың ихтирамлы ағинәйе 93 йәшлек Фәриҙә апай Ғилманова. –Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өйәнең биръяғында ғына ирҙәре һуғышта үлеп тол ҡалған ҡатындарҙың һаны ҡырҡҡа яҡын ине. Кешеләр яҙмышы ил...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...