Телде һигеҙ гонаһтан һаҡла!
- Кешеләрҙән көлөү
Был ғәмәлдән ары тор, сөнки ундай кешеләр оятһыҙға әйләнә. Кемдәр кешене йыш мәрәкәләй, уларға ҡарата ихтирам юғала. Улар күп кешене кәмһетеп, аҙаҡ яңғыҙлыҡҡа дусар була. Шаяртыу күп кенә талаштың, ыҙғыштың сәбәбе, нәфрәт орлоғон сәсеүсе булып тора. Бер кемде лә кәмһетеп мәрәкәләмә! Әгәр һинән көлһәләр, икенсе һорауға күсмәйенсә, бер нәмә лә яуап бирмә, уларҙан ситкә борол. Әгәр ҙә йыйылышта буш һүҙ алып барһалар, ул урындан шунда уҡ сыҡ.
Өҫтә һанап үтелгәндәр тел арҡаһында булған бәләләр булып һанала. Был һорауҙарҙа һиңә яңғыҙлыҡ һәм тик ныҡ мохтаж саҡта ғына аралашыу ярҙам итер. Кәрәкмәгән аралашыуҙарҙан Әбү-Бәкр ауыҙына таш тултырып ҡасҡан һәм теленә күрһәтеп: «Тап ошо миңә юғары дәрәжәләргә етергә ярҙам итте», – тигән.
Шуға ла һин кешенән көлөүҙән арын, сөнки был ғәҙәт ошо һәм теге донъяла һәләкәткә илтеүсе төп сәбәп булып тора.
***
Ашҡаҙаныңды шикле һәм хәрәм аҙыҡтан һаҡла. Аҡсаны намыҫлы хеҙмәт менән тап. Әгәр ҙә хәләл аҙыҡ тапһаң, туйғансы ашама. Сөнки туҡ булыу йөрәкте ҡатыра, айыҡ аңды юғалта һәм тән ағзаларының ғибәҙәттә көсһөҙләнеүенә, вайымһыҙлыҡҡа килтерә. Туҡлыҡ нәфсене үҫтерә һәм шайтандың ғәскәренә ярҙам итә. Аҙыҡ менән туйыныу – хәләл ғәмәл булһа ла, ул бөтөн насарлыҡтың башланғысы булып һанала. Шулай уҡ хәрәмде ҡулланыу нимәгә килтереүе тураһында уйлан.
Һәр мосолманға хәләл килем сығанағын эҙләү фарыз. Хәләл ашап, яҡшы ғәмәлдәр һәм ғибәҙәт ҡылыу кирбестән һалынған өйгә тиң. Әгәр ҙә йылына бер тапҡыр ҡаты туҡыманан тегелгән күлдәк, иртәле-кисле тартылмаған ондан ике телем икмәк менән хушланып, тәмле аҙыҡтан баш тартһаң, һиңә был донъялағы барса хәләл аҙыҡ етер. Әгәр ҙә ниндәйҙер ризыҡтың берәй билдәләре арҡаһында хәрәм икәнлеген белеп ҡалһаң, унан баш тартырға кәрәк. Кешенән алған аҡсаның сығанағы намыҫһыҙ юл менән табылғанын ысынлап та белһәң, ул аҡса хәрәм булып һанала. Хатта ул аҡсаның ҡайһы бер өлөшө хәләл булһа ла, унан баш тартырға кәрәк. Ошо ғәҙәт ҡәнәғәтлек тойғоһон үҫтерә.
Шулай уҡ ваҡыф (йәмәғәт файҙаһына васыят ителгән мөлкәт) өлөшөн тотонорға ярамай, әгәр ҙә берәй ниндәй өҫтәлмә шарттар һәм төҙәтмәһәләр булмаһа. Үҙеңде диндар кеше итеп күрһәтергә, ваҡыф мөлкәтен ҙур гонаһ ҡылыусынан (хатта судта уның шаһитлыҡ ҡылыуы ҡабул ителмәй) алырға ярамай.
«Ихйә ғүлүм әд-Дин» китабының айырым бүлегендә беҙ хәләл, хәрәм һәм шикле әйберҙәр тураһында аңлатабыҙ. Ул китаптан ентекле мәғлүмәт алырға мөмкин, сөнки хәләл тураһында белем эҙләү һәр мосолман өсөн биш тапҡыр намаҙ үтәү һымаҡ фарыз булып һанала.
***
Намаҫыңды Аллаһу Тәғәлә ҡушҡан әйберҙәрҙән һаҡла. Аятта әйтелгән кеше һымаҡ бул (мәғәнәһе): «Улар сафлыҡтарын һаҡлайҙар (енси аҙғынлыҡтан тыйылалар). Ҡатындары һәм йәриәләре был хисапҡа инмәй, һәм улар өсөн яза бирелмәҫ» («Әл-Мөьминүн», 23:5-6).
Намыҫты киләһе ысулдар менән һаҡларға була: тыйылған әйберҙәргә ҡарама, уйҙарыңда хәрәм яғына аума, ашҡаҙаныңды шикле аҙыҡ менән тултырма һәм туйғансы ашама, сөнки былар барыһы ла енси тойғоларҙы көсәйтә. Ҡулыңды мосолмандарға зыян итеүҙән һаҡла. Кеше әйберен алма, кешене интектермә, һиңә аманат итеп бирелгән әйберҙе һаҡла, тыйылған әйберҙәр тураһында яҙма.
Залим хакимдар эргәһенә аяҡ баҫма, сөнки, ныҡ мохтажлыҡ кисермәгән килеш, уларға барыу ҙур гонаһ булып һанала. Был улар алдында үҙеңде кәмһетеү һәм уларға ихтирам белдереүҙе аңлата. Түбәндәге аятта Аллаһ залимдарҙан ситләшергә бойора (мәғәнәһе): «Һеҙгә ут ҡағылмаһын өсөн золом ҡылғандарға таянмағыҙ, Аллаһтан башҡа һеҙҙең яҡлаусығыҙ юҡ һәм һеҙгә һис кем ярҙам итә алмаҫ» («Һуд», 11:113).
Залимдарға матди яҡтан ярҙам һорап барыу гонаһҡа тиң. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: «Кем байға хөрмәт күрһәтә, ул кеше иманының өстән бер өлөшөн юғалтыр», – тигән.
Бында бай дини кешеләр тураһында һүҙ бара. Хәҙер, әгәр ҙә аяуһыҙ залимдарға хөрмәт күрһәтһәң, нимә булыры тураһында уйлан. Һәр тән ағзаларының хәрәкәте һиңә Аллаһтан мәнфәғәт. Шуға бер хәрәкәтең дә Аллаһ иркенә ҡаршы йүнәлтелергә тейеш түгел, йәғни гонаһтарға ынтылырға ярамай, ағзаларҙы тик Уға ғибәҙәт ҡылыр өсөн генә ҡулланырға кәрәк.
Бел, әгәр һин хаталанһаң, яуаплылыҡ һинең өҫтөңдә буласаҡ. Әгәр ең һыҙғанып, яҡшылыҡ ҡылһаң, емештәре һиңә булыр. Аллаһ һиндә һәм һинең ғәмәлдәреңдә мохтаж түгел. Һәр бәндә үҙенең ғәмәлдәренең әсире. «Аллаһ рәхимле, Ул гонаһлыларҙы гел ғәфү итә», – тип үҙеңде алдама. Был дөрөҫ фекер, әммә ниәтең дөрөҫ түгел.
Кем шул фекергә таяна, ундай кеше тураһында Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, “ахмаҡтарса фекер итә”, тигән. «Аҡыллы кеше – ул гел үҙен иҫәп-хисапҡа тарттыра һәм теге донъя өсөн тырыша. Ә ахмаҡ – ул үҙенең нәфсеһенә бирелеп, мәғәнәһеҙ өмөттәргә таянып йәшәй», – тип әйткән Аллаһ Рәсүле ﷺ.
Бел, һинең һүҙҙәрең дин ғалимдарына оҡшарға тырышҡан ялҡау кешенең һүҙҙәренә тиң, йәғни: «Аллаһ Мәрхәмәтле һәм Рәхимле. Ул шул тиклем Ҡөҙрәтле, пәйғәмбәрҙәр һәм әүлиәләр күңеленә белем һалған һымаҡ, Ул, мин тырышмаһам да һәм өйрәнмәһәм дә, минең күңелемә кәрәкле белемде һала». Был күренеш байырға теләгән, әммә баҫыуҙа ла, сауҙа эшендә лә эшләргә йыйынмаған кешенең тәртибенә оҡшаған. Ул ҡул ҡаушырып ултыра һәм: «Аллаһ бөтөн ғаләмдәрҙең Хужаһы. Ул шул тиклем Ҡөҙрәтле, ҡайһы берҙәргә хазина ебәргән һымаҡ, миңә лә хазина табырға мөмкинлек бирһә, миңә артабан эшләргә лә кәрәкмәйәсәк», – тип иҫәпләй...
Һин, шундай һүҙҙәрҙе ишеткәс тә, уларҙы “аҡылға һайыраҡ” тип көлөрһөң. Әммә уларҙың әйткән һүҙҙәренән «Аллаһ Мәрхәмәтле һәм Рәхимле» тигәне хаҡ.
Әгәр ҙә һин, үҙең бер ниндәй көс түкмәй, Аллаһтан гонаһтарыңды ярлыҡауын һораһаң, аҡыллы кешеләр һинән көлөр.
Аллаһ әйтә (мәғәнәһе): «Белеп тор, эй әҙәм балаһы, кешегә үҙе ҡылғандарынан башҡа һис бер нәмә йөкләнмәҫ» («Ән-Нәджм», 53:39).
«Һеҙ язаны бары тик ҡылған ғәмәлдәрегеҙ өсөн аласаҡһығыҙ» («Әт-Тур», 52:16).
«Изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, рәхәтлек йәннәттәренә инер. Гонаһлылар иһә − тамуҡта яныр» («Әл-Инфитар», 82:13-14).
Һин Аллаһ рәхимлегенә өмөтләнеп, бер ҡасан да белем алыуҙы һәм ризыҡ туплауҙы туҡтатма, һәм теге донъя өсөн сауап алыуҙа иғтибарһыҙ булма. Сөнки был һәм теге донъяның Раббыһы – Берәү. Ул ике донъяла ла Мәрхәмәтле һәм Рәхимле. Һинең ғибәҙәтең артыуынан, Уның рәхимлеге артмай. Әгәр ҙә һин 4-5 көн эсендә нәфсеңде тыйһаң, шул саҡта Уның рәхимлеге күбәйер. Икһеҙ-сикһеҙ ниғмәттәргә ирешеүҙә еңеллек Уның һиңә ҡарата йомартлығын аңлатыр. Ялҡау кешеләрҙең һүҙҙәре менән алданма. Пәйғәмбәрҙәр һәм яҡшы кешеләр артынан эйәр. Бер нәмә лә сәсмәйсә, уңыш алырға өмөтләнмә. Тик намаҙ үтәп, ураҙа тотоп, үҙ нәфселәре менән көрәшкәндәр һәм Аллаһтан ҡурҡҡандар ғына ярлыҡауға лайыҡ.
Бында һаналып киткән ҡайһы бер гонаһтар тән ағзаларына ҡағыла, әммә һиңә ҡәлебеңде лә таҙартырға кәрәк – ул эске таҙарыныу булып һанала. Йөрәк – ул шундай ит киҫәге, әгәр ул һау булһа – башҡа тән ағзалары ла һау буласаҡ. Әгәр ул сирле булһа, башҡа ағзалар ҙа сирле. Шуға иң башта йөрәк өҫтөндә эшләргә кәрәк. Уның өсөн мураҡаба тигән алымды, йәғни, баштағы уйҙарҙы контролдә тоторға өйрәнергә кәрәк.
(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)