Төҫтәр психологияһы

Төҫтәр психологияһы

Төҫтәр психологияһы

Кейемгә ҡарап ҡаршы алғандары барыһына ла билдәле. Беҙҙең менән әңгәмәләшеүсе иң беренсе сиратта кейемдең төҫөнә иғтибар бирә. Был нигеҙһеҙ түгел. Кейгән кейемдең төҫө беҙҙең кәйефте сағылдырып тора. Һис шикһеҙ, төҫ һайлауығыҙға кәйефебеҙ, ниндәй енестән (заттан) булыуыбыҙ, йәш, зауыҡ, мода һәм мәҙәниәт йоғонто яһаясаҡ. Мәҫәлән, Көнбайыш илдәрҙә ҡара төҫ − мәтәм төҫө, ә азия мәҙәниәтендә аҡ төҫ был функцияны үтәй.

Төҫтәр психологияһы, кешенең ниндәй төҫ һайлауына ҡарап, тәртип һәм кәйефтең үҙгәреүен өйрәнә. Мәҫәлән, киң билдәле Люшерҙың төҫтәр методикаһында, һеҙ уйһыҙ ғына үҙегеҙгә оҡшаған төҫ һайлайһығыҙ, һәм ул әлеге мәлдәге һеҙҙең кәйефегеҙ хаҡында һөйләйәсәк. Мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ.

Ҡыҙыл. Иң сағыу төҫ. Энергия тойғоһон барлыҡҡа килтерә. Уны йыш ҡына дәрт төҫө тип тә атайҙар. Нервы системаһының үҫешенә лә йоғонто яһай. Һеҙҙә физик көс, ҡыйыулыҡ һәм бар нәмәгә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ барлығын күрһәтә. Был төҫтө холериктар үҙ итә. Иғтибар уртаһында йөрөргә яратҡандар, үҙҙәрен күрһәтә белгәндәр, лидерҙар ошо төҫтө һайлайҙар. Күк төҫ ҡыҙылдың тап киреһе. Ул хәүефһеҙлек һәм тыныслыҡ тойғоһо бирә. Абруйлыҡ, етдилек, ышанысҡа лайыҡ булыу тәьҫоратын тыуҙыра. Тимәк, аҡса һәм репутация менән эш иткән кешеләрҙең (сәйәсмәндәр, банкирҙар) күберәген күк төҫлө костюм һайлауы тиккә түгел. Шулай уҡ, был төҫтө үҙ итеүселәрҙең ишетеү һәләте яҡшы үҫешкән.

Йәшел. Күҙ өсөн иң уңайлы төҫтәрҙең береһе. Был төҫ тәбиғи йәмлелек (гармония) тойғоһон уята, ҡарар ҡабул итеүгә ҡанатландыра, тынысландыра. Йәшел төҫ тотороҡлолоҡ һәм именлек төҫө. Был төҫтө тормошҡа күҙ менән бағыусылар (рәссамдар, фотографтар), бала яратҡандар һайлай.

Алһыу. Был төҫ аша кешенең уйхистәре, хәстәрлек һәм эскерһеҙлеге сағыла, наҙлы тойғолар уята. Был төҫтән кейенгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ауырлыҡтарҙан аралағы килә. Шуға ла эш мөхитенә был төҫ тап килеп етмәй. Ҡыҙыл һары. Яҡшы энергия менән һуғарыусы, оптимистик төҫ, яҡшы кәйеф, тормош көсө хаҡында һөйләй. Һәр саҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Юл эшселәренең кейемдәрен иҫкә төшөрөгөҙ.

Һары. Сағыу, оптимистик төҫ, ҡояш яҡтылығы эффектын тыуҙыра, иғтибарҙы йәлеп итә, кәйефте күтәрә, ижади һәләтте үҫтерә. Һары ла ҡыҙыл һары төҫ кеүек шатлыҡ менән ассоциациялана. Смайликтар тиккә генә һары төҫ менән буялмаған. Һеҙ беләһегеҙме, иң беренсе смайликты 1963 йылда Америка рәссамы Харви Болл, страховкалау компанияһы өсөн, 10 минут эсендә уйлап, һүрәткә төшөргән, уның өсөн 45 доллар аҡса эшләгән. Был төҫтө күп һөйләргә һәм кешеләр менән аралашырға яратҡандар һайлай. Миләүшә төҫө ижади һәләтте үҫтерә, проблемаларҙан сығыу юлдарын хәл итеү таһылын арттыра. Серлелек һәм һағыш төҫө. Сифат һәм муллыҡ менән ассоциациялана.

Көрән. Ышаныс, таяныс һәм үҙеңә кешене йәлеп итеүҙе күрһәтеүсе төҫ. Был төҫ етди, аҡыллы һәм тотороҡло булып күренергә ярҙам итә. Һоро. Сағыу хистәр уятмағанлыҡтан, әллә ни ҡамасауламай, иғтибарҙы йәлеп итмәй. Шуға ла эшлекле мөхиттә ҡаты дресс-код төҫө итеп ҡулланыла. Тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек символы булып тора. Ҡара төҫ ҡыйыулыҡ һәм күркәмлек төҫө. Һеҙҙең ҡиәфәткә етдилек, ҡупшылыҡ һәм матурлыҡ өҫтәй. Тойғолар хәүефһеҙлеген, яҡлау, эффект хисен булдыра. Шул уҡ ваҡытта был төҫ арауыҡ һаҡлауға һәм ситләшергә ярҙам итә. Уны күбеһенсә күп аралашҡан кешеләр һайлай. Мәҫәлән, магазиндарҙа консультанттарҙың бер иш кейемдәре, тап ошо ҡәғиҙә буйынса уйланылған. Тағы ла был төҫтө спортсмендар һәм ғәйрәтлеләр (ҡулдарында көс булғандар, ауыр спорт менән шөғөлләнгәндәр) һайлай.

Аҡ. Таҙалыҡ һәм сафлыҡ төҫө. Ул төҫ һәр саҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә, сөнки көндәлек гардеробта аҡ һирәк ҡулланыла. Ҡара төҫкә ҡарағанда байыраҡ күренә. Дөрөҫ төҫтәге кейем беҙҙең ярҙамсыбыҙ, ҡорал булып тора. Төҫтәр һүҙһеҙ генә беҙҙең турала өҫтәлмә хәбәрҙәр еткерә ала. Мәҫәлән, һеҙ өлкән компанияға эшкә урынлашырға бараһығыҙ. Әгәр алһыу йәки һары төҫтә костюм кейһәгеҙ, һеҙҙе эшкә алмаҫҡа ла мөмкиндәр. Сөнки был төҫтәр юғарыла әйтеп үткәнсә – етдилек төҫө түгел. Шуға күрә, һеҙҙең турала ла ялған фекер ҡалыуы ихтимал.

ИЛСИӘ ҒАЙСИНА

2026-08-01 (Сәфәр, 1448 йыл.) №8.


Әжәл менән яғалашҡанда

Ғәмәлдә, әсә менән ҡыҙ серҙәш була, тиҙәр. Бәлки, күпселектә шулайҙыр ҙа. Ә бына, һикһән йәшкә еткәнсе, оҙон ғүмер юлы үткән кешегә төрлөһөн осратырға тура килде.   Нуриман районының Яманйылға урман хужалығында эшләп йөрөгәнемдә, дөйөм ятаҡханала урман хужалығы техникумында үҙ аллы уҡып...


Ни ҡылаһың – шул ҡайта

Мәктәптә барыбыҙ ҙа математика дәрестәрен уҡыныҡ. Унда, иҫәпләп, һанарға ғына өйрәнмәнек, төрлө математик закондарҙы ла үҙләштерҙек. Миңә иң ныҡ иҫтә ҡалған закон – пропорционаллек, йәиһә ике дәүмәл араһында математик бәйлелек. Бында бер дәүмәлдең артыуы икенсеһенең артыуына килтерә. Тимәк,...


Ике донъя араһында йәшәү...

Сафия өләсәйем Йылайыр районының Һаҡтау ауылында доньяға килә. Буй етер-етмәҫтән 16 йәшен дә тултырмаған ҡыҙҙы, урман аша алыҫ түгел Аралбай ауылындағы ҡатыны вафат булған тол иргә димләп, кейәүгә бирәләр.   Ауылдың бик күренекле муллаһы Абдулла Ыласыновтар араһына килен булып төшә. Балалары...


Оҙаҡ йәшәү серҙәре

Окинава Япон утрауында йәшәүселәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92, ир-егеттәр араһында 88 йәш. Бының сере куркума (һинд зәғферәне) нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр ҡулланыуҙа, тигән фекерҙә ғалимдар. Эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәрен кәметә, инсульт, инфаркт осраҡтарын...


Сәфәр айы уңышһыҙ аймы?

Сәфәр айы хәүеф-хәтәрле аймы? Ул бары тик бәхетһеҙлектәр һәм бала-ҡазалар килтерәме? Сәфәр айы башланыу менән барлыҡ мөһим сараларҙан һәм сәфәрҙәрҙән баш тартырға кәрәкме? Сәфәр айында ғаилә ҡорһаң, никах бәхетһеҙ буламы? Әйҙәгеҙ әле ошо һорауҙарға һәм ышаныуҙарға дөрөҫ сығанаҡтарҙан яуап...