Ҡиссалар

Ҡиссалар

Бер йәш мосафир билдәле аҡыл эйәһенең өйөнә килә. Бер генә бүлмәнән торған өйҙөң эсендә китаптар, өҫтәл һәм эскәмйәнән башҡа бер ни ҙә булмай. Юлсы ғәжәпләнеп: − Остаз, ә йорт йыһаздары (мебель) ҡайҙа? − тип һорай. − Ә һинеке ҡайҙа? − ти аҡыл эйәһе. − Минеке?.. Һуң мин бит үтеп барышлай ғына. Мосафирмын. − Мин дә был донъяла мосафир ғына... ____________________________________

Бер ваҡыт Хәсән әл-Басриҙан, уның тәҡүәлеге һәм тыныс ҡала белеүенең серен һорайҙар. Ул былай тип яуап бирә: “Мин шуны аңланым: минә яҙған ризыҡты (өлөштө) минән башҡа бер кем дә алмаясаҡ, һәм минең күңелем тынысланды. Минең эшемде минән башҡа бер кем дә эшләмәйәсәген аңланым һәм шуның өсөн эшем менән шөғөлләндем. Мин Аллаһу Тәғәләнең мине бөтә ерҙә лә күреп торғанын аңланым һәм, Ул минең гонаһта булыуымды күрер, тип оялдым. Мин үлемдең ысынбарлыҡ икәнен аңланым, шуға күрә һәр бер мәлде Раббым менән осрашыуға әҙерләнәм.

ӘЛФИӘ БАТТАЛОВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-09-01 (Рабиғел әүүәл, 1448 йыл.) №9.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Бөтә нәмәнең аҙағы булған кеүек, һәр беребеҙҙең тыны менән һурып алырҙай булып көтөп алған сәфәре тамамланып килә, һөҙөмтәһе күркәм: ике көн эсендә ун ике изгегә зыярат ҡылдыҡ, әлхәмдүлилләһ! Төркөмөбөҙ татыу, үҙ-ара ихтирамлы, иғтибарлы булды, сауап алырға теләп, әле береһе, әле икенсеһе, төрлө...


Мөбәрәк көн

Аллаһуның Бөйөк Илсеһенә Ҡөрьән уҡып, әйтәйек салауаттар. Мөхәммәдтең ﷺ беҙ бит өммәттәре, Булһын ине беҙгә мең сауаптар.   Мөбәрәк көн – Пәйғәмбәр ﷺ тыуған көн, Бары матурлыҡтан Ул ﷺ яралған. Уны ﷺ күргән барса сәхәбәләр Сөбхәналлаһ, типтәр өнһөҙ ҡалған.   Һанһыҙ фәрештәләр сәждә...


Һөлөк менән дауалау

Йософ Төркмәни «Әл муғтәмәд» китабында: «Һөлөктө кешенең, күҙ сите, биттәре, сираҡтары (голень) кеүек көсһөҙ ағзаларына һәм башҡа ауыртҡан проблемалы урындарына ултыртҡанда файҙа бирә.   Ул, бигерәк тә балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, физик хеҙмәт менән аҙ шөғөлләнгәндәр өсөн,...


Кетерҙәк тәмлекәс

200 гр. көнбағыш майы (һалҡын булһын) 200 гр. һалҡын һыу. 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 1 сәй ҡалағы тоҙ   Ҡаты ғына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, эслекте әҙерләгәнсе, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Эслеккә төрлө нәмәләр һалырға була (мәҫәлән, туралған алма, фарш менән картуф) Иң тәмлеһе тоҙло кәбеҫтә....


Йәсрибтә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ тәүге вәкиле

Хаж мәле тамамланғас, барыһы ла үҙ ҡәбиләләренә тарала. Шул иҫәптән, ун ике хажи Йәсрибкә ҡайтып китә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ, Йәсрибтә ислам тураһында һөйләһен, иман килтергәндәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәтһен өсөн, хажиҙар менән бергә Мусғәб ибне Ғүмәйрҙе ебәрә.   Бер ваҡыт Мусғәб тәүге мосолмандар...